Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
13 Февраля 2020, 16:05

Уралымда ҡалыр моңдарым...

Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың 90 йыллығы уңайынан ойошторолған интернет-бәйгелә ҡатнашайыҡ! Шарттары - яҙмала.

Башҡортостандың халыҡ шағиры, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына быйыл 90 йыл тула. Ошо уңайҙан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы шиғыр һөйләүселәр араһында “Уралымда ҡалыр моңдарым” тип аталған интернет-бәйге үткәрә.
Конкурстың төп маҡсаты: шағирҙың ижадын киңерәк таратыу, тәрәнерәк өйрәнеү, йәш быуын күңелендә арҙаҡлы яҡташыбыҙҙың тормош юлына, эшмәкәрлегенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу, уның исемен мәңгеләштереү.
Ғүмер буйы туған халҡым, тыуған яғым тип янған, тәбиғәтен ҡурсыған оло йәнле шағир бай әҙәби мираҫ ҡалдырҙы. Уның сафлыҡ, ихласлыҡ, изгелек менән һуғарылған йәнде иретерҙәй шиғырҙары, тетрәндергес поэмалары, ҡобайырҙары балаларға ла, йәштәргә лә, ололарға ла берҙәй яҡын һәм ҡәҙерле. Улар бөгөн дә көнүҙәклеген юғалтмай, илебеҙҙе, телебеҙҙе, тәбиғәтебеҙҙе һаҡларға, яҡларға саҡыра, изге эштәргә ҡанатландыра. Шулай уҡ моңло шағирҙың шиғырҙарына яҙылған йырҙар көн дә тиерлек радио тулҡындарында яңғырап тора.
Интернет-бәйгелә ҡатнашырға теләгәндәргә арҙаҡлы шағирҙың бер шиғырын йәиһә поэмаһынан өҙөктө яттан тасуири һөйләп видеояҙма эшләргә һәм исем-шәрифен, йәшен, ҡайҙан булыуын күрһәтеп ошо төркөмгә https://vk.com/igebaev90 ебәрергә кәрәк.
Бәйге шарттары хаҡында тулы мәғлүмәт менән Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы сайтында танышырға мөмкин.
Халыҡ шағирының әҫәрен иң яҡшы һөйләүсегә Абдулхаҡ Игебаевтың ғаиләһе әҙерләгән төп приз биреләсәк.
Фото Баймаҡ биләмә ара-үҙәк китапхана сайтынан.
Читайте нас