Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Февраля 2020, 08:39

Күкрәк менән юл ярған артист

Уны Ханов ағай тип беләләр.

Салауат районының Лағыр ауылында 1920 йылда донъяға килгән Закирйән Хан улы Хановтың тыуыуына февралдә 100 йыл тула. Уның сәхнәләге уйынын мин дә күреп ҡалдым әле. Элек бит артистар ауылдар буйлап гастролдәрҙә йөрөй торғайны. Ана шундай сәфәрҙәрҙең береһендә беҙҙең яҡтарға ла килеп сыҡты Сибай театры. Ә халыҡ уның артистарын шул тиклем ярата, үҙ туғандары, яҡындары кеүек күрә хатта. Артистарҙы өйгә фатирға төшөргәндә лә тиҙ арала бүлешеп алып бөтәләр. Уларҙың халыҡсан уйынын тамашасы бик ныҡ үҙ итә ине. Тормошта ниндәй булды икән Закирйән ағай Ханов? Ошо хаҡта беҙ уның улы – Рәсәйҙең атҡаҙанған, Башҡортостандың халыҡ артисы Олег ХАНОВ менән һөйләшәбеҙ.


– Олег Закир улы, йәш быуын атайығыҙҙы яҡшылап белмәй ҙә тиерлек. Уның тураһында һөйләгеҙ әле.

– Атайым хаҡындағы һүҙҙе әсәйемдән башлайым. Үҙ ваҡы­тында – уҙған быуаттың 49-50-се йылдарында, әсәйем Башҡорт драма театры эргәһендәге сту­дия­ны тамамлап, ярҙамсы составта эшләй башлай. Шунан бер мәл Ҡыйғы театрынан режиссер килеп: “Һеҙ бында үҫә алмайһығыҙ, массовкала ғына йө­рөйһөгөҙ. Беҙгә барығыҙ, унда төп ролдәрҙе уйнарһығыҙ!” – тип әсәй менән бергә өс ҡыҙҙы алып киткән. Улар ҡыш санала аҙна буйы тигәндәй Ҡыйғыға барғандар.
Әсәйем унда, ысынлап та, төп ролдәрҙе уйнай башлаған. Ә атайҙың был ваҡытта үҙ ғаиләһе булған. Ул – Бөйөк Ватан һуғы­шының Көнсығыш фронтында алышҡан яугир, 1945 йылдың август айында СССР Японияға ҡаршы хәрби хәрәкәт башлағас, атайым шул һуғыштарҙа ҡат­нашҡан. Уның наградалары ла була торғайны. Ул һуғышта еңел­сә яраланған. Бөйөк Ватан һуғышы тамамланыуы тура­һында Ҡытайҙа саҡта ишетә. 1945 йылдың аҙағында ул Башҡортостанға ҡайта һәм Мәсәғүт педагогия училище­һында уҡыуын дауам итергә була. Балалары ла үҫә: Рәсүл менән Лилиә исемле ата бер, инә башҡа туғандарым бар.
Бер мәл Ҡыйғы театры Мәсә­ғүткә килгән. Атайым да, ҡы­ҙыҡ­һынып, ҡарарға килгән. Ә бында тере аҡса түләйҙәр, артис­тарҙы ауылдан-ауылға йөрөтөп ҡарайҙар. Ниндәйҙер килем дә бар тип, ул махсус белеме бул­маһа ла, бейеүе, йырлауы менән алдырып, театрға эшкә килә. Унда бюджет ойошмаһы булғас, ҡулына аҡса ала башлай һәм ғаиләһен ҡарарға мөмкин­леге тыуа. Ҡатыны Рәйсә балаларҙы ҡараша алмауына үпкә лә бел­дергәндер инде, күрәһең, ә бында театрға йәш кенә ҡыҙ килгән. Ошо рәүешле атай менән әсәй осрашып, танышып китә.
Бына шулай 1951 йылда мин Ҡыйғыла тыуырға тейеш булғанмын. Әммә март айында театр тарҡатылған, ә ул ваҡытта Башҡортос­танда райондарҙа 18 профессиональ театр булған. Һуғыштан һуң театрҙар һанын кәметәләр һәм атайҙы Баймаҡ театрына оҙаталар. Әсәй ауырлы булғас, бер ҡайҙа ла эшкә алмайҙар һәм ул үҙенең тыуған ауылына – Архангел райо­нындағы Ҡыҙғыға ҡайта. Мин шунда тыуғанмын. Һуңы­нан атай әсәйҙе саҡыртып ала: “Бында гример урыны бушаны, тиҙ арала килеп ет!” Әсәй, мине ваҡытлыса ҡалдырып, Баймаҡ театрында гример булып эш башлай. Аҙаҡ урын бушағас, актриса булып китә.
– Ул заманда рус исемдәрен ҡушыу модала булған, күрәһең? Һеҙҙе Олег тип атағандар...

– Атай Ҡыйғы театрында Александр Фадеевтың “Йәш гвардия”һында Сергей Тюленин ролен башҡарған була. Әҫәрҙә Олег Кошевой ҙа бар. Уның исемен оҡшатып, миңә ҡуш­ҡандар. Ә былай мулла ҡушҡан исемем дә бар – Шакирйән.
Мин дүрт йәшкә тиклем ауыл­да үҫтем. 1952 йылда һең­ле­кә­шем дә тыуғайны. Шулай итеп, беҙ 1956 йылда ғына бер ғаилә булып тупланып йәшәй баш­ланыҡ. Баймаҡтан Си­байға күскән театрға ун ике фатирлы йорт бирҙеләр, шунда беҙ фатирлы булдыҡ.
– Атайығыҙҙы тәүге тапҡыр сәхнәлә күргәнегеҙҙе хәтер­ләй­һегеҙме?

– Әлбиттә. Ул ваҡытта беҙ Бай­маҡта йәшәй инек әле. Атайым Нәжиб Асанбаевтың “Рәй­сә” спектаклендә уйнаны. Бары­һы ла тоноҡ ҡына хәтерҙә. Бәлә­кәй генә сәхнә. Хәҙер ҡайҙа уйна­ғандар ул замандарҙа, тип һорашҡайным, “Строитель” клубында, тинеләр. Ағас эскәм­йә­ләр, артҡа ташлана торған ағас ултырғыстар. Иң ныҡ хә­терҙә ҡалғаны – ир менән ҡа­тындың айырылышыу сәхнәһе. Улар үҙ-ара бала бүлешә, ике бүлмәле фа­тирҙы бикләп, һәр кем үҙенекендә генә йәшәй. Атай янында ҡалған малай менән әсәй янындағы ҡыҙ үҙ-ара ишек аша һөйләшәләр. Балалар бергә уйнарға теләп, ар­ҡыс-торҡос ҡағылған таҡта­ларҙы емереп, үҙ маҡсаттарына ирешә. Ир менән ҡатын да балаларҙың теләгенә ҡаршы килә алмай. Халыҡ ҡул саба, шул тиклем бирелеп уйнайҙар. Атай Фәйзи ролен башҡарҙы. Ул миңә хатта өйгә ҡайтҡас та шул образдағы кеше кеүек ине, уны шул герой икән тип уйланым.
Аҙағыраҡ атайҙы М. Кә­рим­дең “Ай тотолған төндә” әҫә­рендә – Дәрүиш, Ә. Мирза­һитовтың “Утлы өйөрмә”һендә Комиссар ролендә лә күрҙем.
Йәнә лә бер мәл хәтергә һеңеп ҡалған. Театрҙың баш режиссеры Ғәйфулла ағай Сарбаевтың улы Юлай миңә: “Әйҙә, театрға “сорок лет”ҡа барабыҙ!” – тине. Элек Сибайҙа театр Октябрҙең 40 йыллығы һарайында урын­лаш­ҡайны. Уның шул һүҙенә эйә­реп, беҙ, өс малай, артист балалары, ҡаланың икенсе башына киттек. Унда барып инһәк: “Һин бында нишләп йөрөйһөң?” – ти­гән тауышҡа әйләнеп ҡараһам, бер ҡатын тора, үҙе әсәй тауышы менән һөйләй. Шундай матур итеп йәшәртеп грим һал­ғандар, танымайым әсәйҙе. Шунан атай килеп сыҡты. Уны ла танымайым. Ул һаҡал йәбеш­тереп, бер бабай булып баҫып тора. Улар Бүрәт драматургы Цырен Шагжиндың “Хәйләкәр Бурамша” комедия­һын ҡуйған икән.

Һуңынан Мольерҙа Тартюфты ла уйнаны атай. Рафаэль Әйүпов баш режиссер булып эшләгәндә ҡуйғайны. Вампи­ловтың “Өлкән улым” әҫәрендә Сарафанов булып сәхнәгә сыҡҡайны.
Үҙем эшләй башлағас, улар­ҙы аҙаҡ сәхнәлә бик һирәк күр­ҙем. Сибай театры спектакль ҡуя ла, ҡырҡ-ҡырҡ биш көнгә гастролгә сығып китә. Бына шул ауылдар буйлап йөрөү уларҙы бик ныҡ популярлаштырҙы. Улар­ҙы бик күп халыҡ белә ине. Атайға лайыҡлы рәүештә “БАССР-ҙың халыҡ артисы” тигән исем бирелде. Улар, Сибай, Салауат театры артистары, ысын мәғәнәһендә халыҡ артис­тары ине.
– Атайығыҙҙың даны һеҙгә эләктеме?

– Шундай ҡыҙыҡ хәлдәр була торғайны. Студент йылдарында беҙ, концерт бригадаһы төҙөп, йәй гастролдәргә сыға торғай­ныҡ. Ауылдан ауылға йөрөйбөҙ. Иртән колхоз рәйесенән барып машина һорайһың һәм, күрше ауылдарға сығып, ихлас концерт ҡуябыҙ. Хәтеремдә, Вәкил Йосопов, Риф Сәйфуллин, Рә­милә Сәлимгәрәева, Азалия Ку­чумова, Фәрзәнә Сәғитова бергә уҡыныҡ. Шунда Илеш, Сала­уат, Ҡыйғы райондары ауылдарында йөрө­гәндә, ауылға килеп төшкәс тә: “Сибай театрынан Ханов тигән артисты беләһе­геҙме?” – тип һорайым. “Беләбеҙ Ханов ағай­ҙы! Бик яратабыҙ!”, – тип йүгереп йөрөп атай туҡтаған өйҙө күрһәтәләр.
Ана шулай итеп мин атайҙың данынан бер аҙ файҙаландым ин­де (көлә). Йылдар үткәс, мине лә артист булараҡ таный, белә башланылар. Атай ҙа мин төш­кән фатирҙарға төшөп йөрөгән. Үҙе был хаҡта һөйләп, мине көлдөрөп алғайны. Әле лә: “Ата­йы­ғыҙ беҙҙең атайҙарға фатирға төшкән. Дуҫ булғандар!” – тигән кешеләр осрай.
Ҡыҙғанысҡа ҡар­шы, әсәй 56 йәшендә вафат булды, атай яңғыҙы ҡалды. Те­үәл етмеш йәш тулғанда, ул да беҙҙе ҡалдырҙы. Әсәй был донъянан киткәс, ул минең менән кә­ңәшләшә ине. Минең һүҙемә ҡолаҡ һала торғайны, әңгә­мәләшкәндәр әле лә хәтерҙә. Һуңғы йылдарҙа ул Сибайҙа ха­лыҡ театрында эшләне. Йылдар үткәс, уның нигеҙендә “Сулпан” балалар театры ойошторолдо. Тағы ла бер нимәне әйтке килә: Салауатта эшләгән Хәй Фәхри­ев, Рим Бакиров, Сибай­ҙан ми­нең атай, Хәмзә Ҡурсаев, Рәзилә Ҡаһарманова, Ғәшиә Абыҙгил­дина, Ҡәйүм Хөсәйенов – бына улар ысын мәғәнәһендә халыҡ артистары булып, бер-береһен аңлап, аралашып йәшәне.
Сәнғәт институтында уҡы­ғанда “ғилми коммунизм”дан имти­ханды “өслө”гә бирҙем. Мине генә түгел, тағы бер нисә егетте саҡыртып, ректор Заһир ағай Исмәғилев бик ҡаты итеп шелтәләне: “Һинең атайың күк­рәк менән ҡар ярып, халыҡҡа театр тамашалары еткергән, ә һин бында йүнләп уҡымай ҙа йөрөйһөң!” Был минең ныҡ хәтерҙә ҡалды.
– Атайығыҙҙың иң ныҡ иҫтә ҡалған сифаты?

– Атай бик ихлас кеше булды, шуға күрә ул шаяртырға ла ярата ине. Бигерәк тә үҙе менән. Ул кешене көлдөрәм тип, үҙе лә көлкөлө хәлдәргә ҡалырға аптырамай торғайны.
Бына шулай бер мәл ауылға гастролдә автобус менән килеп ингәндәр. Ауыл эттәре өрөп ҡар­шы алған. Автобусҡа эйәреп ти­гәндәй, бер оло эт өрөп килә икән. Атай ишекте асҡан да уға ҡаршы өрә башлаған. Бахыр эт аптырап, өрөүенән туҡтап тороп ҡалған.
Махсус белеме булмаһа ла, ул халыҡ һөйөүен яулаған артист ине. Уға һәләт тәбиғәттән бирелгәйне. Ҡыйыу артист ине. Уның ошо сифаты миңә лә үҙ. Оҙаҡ уйланып торһаң, булмай ул. Икенсе кешенең донъяһын, тормошон тергеҙеп, рәхәтлек ки­серәһең. Атай һәр ролдең тәмен тойоп уйнаған. Ғүмер буйы бер театрға тоғролоғон, эшендәге фиҙакәрлеген тәрән баһалайым.
Атай тормошто яратты. Унан тыш, ул кеше булараҡ та бик яҡты күңелле ине. Әле лә миңә: “Атайың – бик шәп кеше!” – тигәндәрен ишеткәнем бар. Кәүҙәһе һәр саҡ төҙ булды, тормошта ла ана шулай ҡыйыу ба­ҫып атланы, асыҡ күңел менән йәшәне ул. Уның тураһында һәр саҡ ыңғай фекер генә ишеттем. Хөрмәтләп, яратып хәтергә алды уны артистар ҙа, тамашасылар ҙа, фатир хужалары ла!..
Читайте нас