Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Февраля 2020, 15:13

Мәшһүрлеген белеп үҫтек

Баш ҡаланың Актерҙар йортонда СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәт Лотфуллиндың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе булды.

Баш ҡаланың Актерҙар йортонда СССР-ҙың һәм РСФСР-ҙың халыҡ, БАССР-ҙың атҡаҙанған рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Әхмәт Лотфуллиндың хәтер һәм ҡәҙер кисәһе булды.


Мәшһүр рәссам тыуған ауылым Ишҡолға яҡын Орсоҡта тыуған. Бер нисә генә өйлөк, Ирәндек ҡуйынында ятҡан бәләкәй генә ауыл ул. Атаһы мулла булған. Һөргөнгә ебәреү башланғас, Шакир Ҡотоев, олатайыбыҙ, беҙҙең яҡта кулактар юҡ, тип уның ғаиләһенә һүҙ тейҙермәй алып ҡалған. Ошо хаҡта ул, әгәр ҙә Шакир Ҡотоев булмаһа, беҙ ҙә Ер йөҙөнән юҡ ителер инек, тип автобиографик китабында яҙғайны.
Беҙ уның бөйөк рәссам икәнен белеп, аңлап үҫтек. Ысын, хәҡиҡәткә тоғро сәнғәт шулай булғанын картиналары аша йөрәгебеҙгә һеңдерҙек. Ул һүрәтләгән күренештәр күңелгә шул хәтлем яҡын, үҙ ине. Миңә уның “Өс ҡатын”, “Ямғыр үтенеү”, “Көтөү”, “Һабантуй” картиналары, портреттар галереяһы яҡын.
Әхмәт олатайымдарҙың өйөнә килеүен, Сәкинә өләсәйем менән икеһенең портретын эшләүен һөйләгәндәрен иҫләйем. Ул портреттар күҙ алдымда ғына тора. Үкенескә ҡаршы, аръяҡтағы өй янғанда ул эштәр юҡҡа сыҡҡан. Үҫә төшкәс, уның исеме йышыраҡ ишетелде. Күрше Рауил ауылына өй һалғанын, картиналарында беҙҙең яҡ тәбиғәтте йыш тасуирлауын күрә, ишетә йөрөнөм.
Иҫ киткес шәхес булыуын, уның менән осрашыу, аралашыу үҙе бер бәхет, мөғжизә икәнен өлкәнерәк ижадсыларҙан ишеткәнем булды. Шулар араһында яҙыусы Әмир Әминевтең уның хаҡындағы “Өс осрашыу” тигән мәҡәләһе, Башҡортостандың халыҡ рәссамы, Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты Рәшит Зәйнетдинов хаҡындағы “Һуңлаған бүләк” повесындағы Әхмәт Лотфуллин образы хәтергә ныҡ уйылып ҡалған.
Әхмәт ағай менән шәхсән танышыуым ҡыҙыҡ булды: беренсе курсты тамамлап, Асҡарҙан Ишҡолға ҡайтырға тип юл сатына сығып баҫҡанмын. Автобус юҡ, бөтә өмөт “попутка”ға эләгеү. Ул ваҡытта машиналар ҙа һирәк йөрөй ине. Шулай эҫелә саң йотоп баҫып торғанда, эргәнән “Волга” үтеп китте. Ундай фырт машина ултыртамы инде, тип уйларға ла өлгөрмәнем, алғараҡ саң борҡотоп барып туҡтаны. Ҡурҡышымдан ҡымшанмай ҙа баҫып торам. Артҡы ишек асылып китте лә таныш баш күренде! Ул Әхмәт ағай Лотфуллин ине. “Кил”, – тип саҡырҙы мине. Йүгереп барып ултырҙым, әлбиттә. “Кем ҡыҙыһың?” – тип һораша башланы. Олатайҙарымды иҫләүен әйтте, хәл-әхүәлде һорашып барҙы, Рауилда йәшәһә лә, мине Ишҡолға тиклем илтеп ҡуйҙылар. Ҡайтҡас, атай-әсәйемә һөйләнем. “Бик бейеккә күтәрелһә лә, ябай, эреләнмәгән икән”, – тиеште улар.
Һаман да уның картиналарын күрһәм, ҙур тулҡынланыу кисерәм. Ул бит беҙ күргәнде тағы ла сағыуыраҡ буяуҙарҙа ҡабул иткән, шуға уның йөрәге аша үткәндәр иҫ киткес яҡын һәм ҡәҙерле. Уға Хоҙай рәссамлыҡ һәләтен биргән. Башҡорт халҡына шундай ул биргән. Әхмәт Лотфуллин халҡыбыҙҙың ниндәй талантлы һәм юғары рухлы булыуын, тиңдәр араһында тиң икәнен башҡа ҡәүемдәргә иҫбатлаған бөйөк рәссам булып, һаман да беҙҙең хәтерҙә лайыҡлы урын биләй.
Читайте нас