Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
14 Февраля 2020, 17:21

Туҡһанынсы йылдарға әйләнеп ҡайттыҡ…

Әле Сибайҙа 90-сы йылдарҙа бар йәштәрҙең кумирына әүерелгән йырсыларҙың һәм рок төркөмдәренең шәп концерты бара!

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры сәхнәһендә ошо минуттарҙа 90-сы йылдарҙа бар йәштәрҙең кумирына әүерелгән йырсыларҙың һәм рок төркөмдәренең концерты бара.

"Ант", "Ҡышҡы йәйғор", "Рух"... Уларҙың һәр сығышын тамашасылар көслө алҡыштарға күмде.

Күңелгә шул тиклем яҡын, танһыҡ йырҙар йәшлек йылдарына алып ҡайтып хисләндерҙе, һағышландырҙы. Күҙ алдынан ғүмерҙең иң матур осоро ваҡиғалары, киске уйындар, башҡортса бейеүҙәр, төнгө усаҡ янында күмәкләп гитараға ҡушылып йырлаған мәлдәр үткәндәй булды...

Алмас Ғафаров, Юлай Асҡаров, Нәжип Юлдашбаев, Ирек Ноғомановтарға ҡушылып, рәхәтләнеп йырланы һәм бейене тамашасылар. Йәш сәхнә оҫталары Сәлимә Кинйәғолова, Зөбәйҙә Ҡоломбәтовалар ҙа 90-сы йылдарҙағы кумирҙарыбыҙҙан ҡалышманы.

Концертты ойоштороусы – Земфира Ғирфанова.

Автор фотолары.
Читайте нас