Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Февраля 2020, 16:55

Шәйехзада Бабич Инстаграмда ултыра

Фотоһүрәттәремә “лайыҡ”тар ҡуйып сыҡҡан...

Инстаграмды астым да ҡапыл-ғара аптырап торҙом: Шәйехзада Бабич фотоһүрәттәремә “лайыҡ”тар ҡуйып сыҡҡан...
Баҡтиһәң, был селтәрҙә шағирға арналған аккаунт булдырылған икән. Унда шәхестең шиғырҙары, уға ҡағылышлы мәғлүмәттәр, архив фотолары урын алған.
Шиғырҙарҙың биҙәлеше матур: һәр береһендә йә һүрәт, йә Бабич һынландырылған. Әлеге мәлдә унда 171 яҙылыусы.
Инстаграмда ултыраһың икән, һин дә яҙыл, был таҫмаңды башҡорт контенты, башҡорт рухы менән биҙәр.
Фото: скриншот
Читайте нас