Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Февраля 2020, 17:40

Вәсилә Фәттәхованың туғандары ҡайҙа?

"Әле һаман иҫемдә: Вәсиләгә ѳләсәһе бәләкәй генә гармун алып биргәйне. Ул йәһәт кенә ѳйрәнә һалып..."

Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы Вәсилә Фәттәхова, барыбыҙҙы ла илатып, йәш кенә килеш баҡыйлыҡҡа күсте. Вәсилә тиһәләр, әле лә йөрәк һыҡтай...
Уның тормош юлы тураһында китап сыҡһа ла, әле артистың яҙмышы тураһында күп нәмә әйтелеп бөтмәгән.
Вәсилә Белорет ҡалаһынан, әле лә унда яҡын туғандары йәшәй. Шуларҙың береһе – Ғәлиә Сафонова туғанының яҙмышы хаҡында район гәзите “Урал”ға мәҡәлә яҙған:
“Белорет ҡыҙы Вәсилә 1979 йылдың 31 декабрендә тыуа. Уның ата-әсәһе – Флүзә һәм Рәзиф Фәттәховтар Косоротов урамындағы бер бүлмәле фатирҙа йәшәне. Вәсиләнең әсәһе яғынан туғандары бик күп. Уларҙың барыһы ла Ботай ауылында тыуған. Флүзәнең олатаһы – Бѳйѳк Ватан һуғышы ветераны Хәмнәжәр Ғәлләмов һәм ѳләсәһе Хәнифә Хафизова алты балаға ғүмер биргән. Ҙур, татыу ғаиләлә биш ҡыҙ – Нәҡиә, Маһия, Раҡия, Сания, Разия һәм бер ир бала – хәләлем Ишмѳхәмәт тәрбиәләнгән. Вәсиләнең ѳләсәһе Маһия, уның әсәһе Флүзә, инәйҙәре Сания, Разия ла йырларға яратты. Зат-зәүер бергә йыйылған мәлдә тик башҡорт йырҙары ғына яңғырап торор ине.
Вәсилә ҡаланың 21-се мәктәбендә уҡыны. Кескәй сағынан уҡ йыр-моңға маһир ҡыҙыҡай музыка мәктәбенең фортепиано класында ла белем алды. Әле һаман иҫемдә: Вәсиләгә ѳләсәһе бәләкәй генә гармун алып биргәйне. Ул йәһәт кенә ѳйрәнә һалып, бер аҙҙан таҡмаҡтар әйтеп, башҡорт бейеү кѳйҙәрен уйнай ҙа башланы. 1990 йылда Фәттәховтар ауыр юғалтыу кисерҙе: Ағиҙелдә һыу ингәндә ғаилә башлығы һәләк булды.
Аталары үлгәндә Вәсиләгә – 10, һеңлеһе Әлфиәгә ни бары бер генә йәш ине. IX класты тамамлағас, Вәсилә Учалы музыка училищеһының вокал бүлегенә уңышлы һынау тотто. Күңеленә оҡшаған шѳғѳл булғанға, күрәһең, уҡыуы яҡшы барҙы. Ауыр ҡайғыһы ла бер аҙ онотолғандай ине. Әммә яҙмыш тигәнең йәнә һынауҙар әҙерләгән икән. 1998 йылда Флүзә, Вәсиләнең әсәһе, юл-транспорт фажиғәһенән һуң үлеп ҡала. Юғары тиҙлектә килгән водитель юл аша сығып барған ике ҡатынды бик һуң ғына аңғарған...
Туғыҙ йәшлек Әлфиәне Әлмира һәм Инсаф Фәттәховтарҙың ғаиләһе тәрбиәгә алды. Училищены тамамлағандан һуң, 1999 йылда, Вәсилә Ѳфѳ сәнғәт институтына ҡабул ителде. Һеңлеһен дә үҙе менән алды ул баш ҡалаға. Ҡыҙҙарға студенттар ятағынан айырым бүлмә биреп ҡуйҙылар. Институтты ла уңышлы тамамлар ине лә бит, тик тәҡдире башҡасараҡ бойорған. 1999 йылда үҙенә генә хас моңло тауышлы, талантлы ҡыҙға Башҡортостан, Татарстан республикаларының атҡаҙанған артисы Айҙар Ғәлимов иғтибар итә һәм яңылышмай. Бер нисә концерттан һуң, бэк-вокалсы итеп һайланған Белорет ҡыҙы үҙен һәләтле йырсы, музыкант итеп таныта.
Вәсилә Фәттәхова башҡарған “Тыуған яҡ” йыры ваҡытында тѳрлѳ милләт вәкилдәренең күңеленә хуш килгән иң популяр хиттарҙың береһенә әйләнде. Уның таланты тел, милләт кеүек сиктәрҙе белмәне. Туғаныбыҙ башҡарған “Әйтелмәгән мѳхәббәт”, “Яңғыҙ миләш”, “Елдәр” кеүек йырҙар ҙа тиҙ арала халыҡ һѳйѳүен яуланы.
“Вәсиләнең тауышында ниндәйҙер илаһи кѳс, ҡѳҙрәт бар. Уның йырҙары тәрән күңел кисерештәренә дусар итә”, – тине Айҙар Ғәлимов моңдашы тураһында.
Эйе, ысынлап та, Вәсилә башҡарыуында яңғыраған һәр йыр йѳрәккә үтерлек ғәжәп моң, мәғәнә менән һуғарылған. Яҙмыштың аяуһыҙлығын үҙ иңендә күп татыған йондоҙ ѳсѳн йыр йән ғазабын баҫыр шифа булғандыр. Ғүмерендәге иң ауыр һынауҙарҙы ла ул тик йырҙар, яратҡан тамашасыһы арҡылы еңеп сыҡты бит. “Тормошта ул – ябай ҡошсоҡ, ә ижадта иһә бейек осҡан бѳркѳт ине...” – ти Вәсилә тураһында композитор, йырсы, ғаилә дуҫы Урал Рәшитов.
2016 йылдың 26 ғинуарында яратҡан йырсыбыҙ вафат булды. 2019 йылдың 31 декабрендә Вәсилә Фәттәховаға теүәл 40 йәш тулған булыр ине. Аҡ ҡыштарҙа был донъяға ауаз һалып, шул паклыҡта мәңгелеккә күҙен йомдо. Уның тѳҫѳ булып, фанилыҡта ике күҙ нурҡайы һәм моңо ҡалды”.
Фото Ғәлиә Сафонованың ғаилә архивынан.
Читайте нас