Яратҡан йырсыбыҙ Радик Юлъяҡшин бала сағында ниндәй булған? Нисек кейенергә яратҡан? Сәхнә йондоҙоноң әсәһе Нәфисә ханым улының башҡаларға хас булмаған ғәҙәте хаҡында былай тип һөйләй: "Радик Зорро кеүек кейенергә яратты. Беҙ уға бергәләп костюм тектек, эшләпә, күҙлек һайланыҡ. Улым бәләкәй сағында ныҡ илаҡ булды. Ә иң яратҡан ризығы "Кәләш" салаты ине".
Әйткәндәй, илаҡ бала йырсы була, ти халыҡ шаяртып, бәлки был һүҙҙәрҙә ниндәйҙер кимәлдә дөрөҫлөк барҙыр. Эстрада йондоҙо бөгөн тамашасыларҙы моңло йырҙары менән генә түгел, кейемдәренең төрлөлөгө һәм бүтәндәргә оҡшамауы менән дә ғәжәпләндерә. Сабый саҡтан килгән ғәҙәтен бөгөн ул рәхәтләнеп сәхнәлә файҙалана.