Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
21 Февраля 2020, 12:45

“Бисмилла”

“Хәтерҙәге хәтирәләр” яҙмаларынан.

Ошо көндәрҙә танылған яҙыусы, журналист, йәмәғәт эшмәкәре, Башҡортостан­дың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре, Башҡортостандың атҡаҙанған уҡытыусыһы, Шәһит Хоҙайбирҙин исемендәге дәүләт, Рамаҙан Өмөтбаев исемендәге Сибай ҡалаһы премиялары лауреаты Хәйҙәр Тапаҡов 65 йәшен билдәләй. Ул – тиҫтәнән ашыу китап, шул иҫәптән 20 повесть, 200-ҙән ашыу хикәйә, бихисап публи­цис­тик яҙмалар авторы ла.


Армияла саҡта минең менән Тулҡын исемле үзбәк егете хеҙ­мәт итте. Часҡа яңы саҡы­ры­лыш һалдаттары килгән осор. Төрлө милләт үҫмерҙәрен тотош Союздан тиерлек йыйғандар. Араларында юғары белемлеләре лә, мәктәп эскәмйәһенән әле генә сыҡҡандар ҙа бар, ҡала һәм ауылдыҡылар ҙа етерлек.
Рота старшинаһы вазифа­һында йөрөйөм. Ҡарамағымда дүрт взводты берләштергән 120 һалдат. Тулҡынды тәүге тапҡыр кис, ял бүлмәһендә тап иттем. Тәбәнәк буйлы, йоҡа кәүҙәле, ҡуңыр йөҙөндәге яҫы ҡаштар, шешенке ҡабаҡтар аҫтынан бешкән муйылдай йызлап янып ҡараған йомро күҙле теремек егет өҫтәл артына ҡулайлап, йәтешләп ултырып алған да үҙ телендә йырлай-мөңгөрәй дәф­тәр өҫтөнә эйелгән:

Сагиндим, азизим,

сузлар ниги,

Сагиндим, азизим, сагиндим...
Мине күреп ҡалып үрә ҡат­ҡан башҡа һалдаттарға эйәреп ашыҡмай, абруй-дәрәжә һаҡлап ҡалҡынған сибек кәүҙә ҡулын йөрәге тапҡырына килтерҙе:

– Ассолому алейкум, хайрли тонг, – яурындарымдағы буйынан-буйына таҫма тартылған погондарға, һонтор һыныма күҙ атты, – Зур ака! – Күптәнге танышына өндәшәме ни, йылмая биреп өҫтәне лә. – Ишлар калай?
Бүлмәләгеләр “пырх” иттереп көлөп ебәрҙе, кемеһелер “быстро нашел он родного брата” тип әсе телләнеп һүҙ ҙә ҡыҫтырҙы.

Гимнастеркаларына аҡ яға тегеп, төймә ҡаҙап, һөйгән­дә­ренә сәләм хаттары яҙып мата­шыусыларҙы, китап биттәрен аҡтарыусыларҙы һөҙөп ҡарап күҙҙән үткәрҙем дә ҡәтғи тонда бойорҙом:

– Вольно! Заканчивается время отдыха, через полчаса пос­троение, вечерняя проверка!
Беҙҙе иғтибарҙан ситтә ҡал­дырып, һәр кем үҙ шөғөлөнә йомолдо. Яңы килгән йәш һал­даттың Устав ҡағиҙәләрен беле­үе, уны урын-еренә еткереп үтәүе мөмкин дә түгел, шуға рәсми кимәлдә, текә командир бейеклегендә ҡалып, һаман да урынында һерәйгән йәш һал­датҡа урыҫсалап ҡырыҫ яуап­ланым:

– Здравствуйте. Садитесь! – Уның һорауын аңлағанлығым­ды ла белгерттем.
– Не жалуюсь, хорошие у меня дела. – Эргәләге китап кәштәһенә ымланым.
– Как только закончишь свое занятие, учи, изучай общевоинский Устав, воин!
Егет ҡулдарын ян-яҡҡа йәйҙе:

– Мен урысча белмайман. Бутунли.
– Вы призваны в ряды Советской Армии, так что придется учить могучий, правдивый, свободный русский язык! Читал когда-нибудь Ивана Тургенева?
– Мен тушунмаган.
– Великий русский писатель, слышал такого?
– Ишиткин бар.
– Да, начитанный ты, однако! – Сығыу яғына йүнәлгәйнем генә, тағы ла теге бәйләнсектең бер ҡатлы һорауы ишек тотҡаһына үрелгән мәлдә туҡтатты:

– Ака, исминг нима?
Ҡайырылып унда-бында ише­телеп ҡалған көлөү ауаздарын ҡырҡа бүлдерҙем:

– Разговорчики! Что вы сказали, солдат?
– Как имя твуй? – Түшенә төрттө. – Менинг исмим – Тулкын. Тулкын Иркабаев.
– Старшина вашей роты Тапаков. – Шунан саф башҡорт­салап өҫтәп ҡуйҙым, – Хәйҙәр минең исемем!

Йәненә танһыҡ мосолман һөйләшен ишеткән Тулҡындың йөҙө айҙай балҡып китте.
Үзбәкстандың төпкөл ҡыш­лағынан килгән тәбиғәт балаһы менән ошолайыраҡ таныштыҡ. Белеме үзбәк мәктәбенең тулы булмаған уртаһынан ары кит­мәгән Тулҡын диндар кеше ине, ә ул заманда хәрби хеҙмәттә генә түгел, тотош дәүләт кимәлендә дин ғәмәлдәрен үтәү ҡәтғи ты­йылғайны. Ни хәл итәһең, иманһыҙ, рухи тотанаҡһыҙ йәшәнек шулай.
Беҙҙә һалдаттарға аҙыҡты, ғәҙәттә, бер төрлөрәк итеп бешерәләр, бик йыш ҡына сусҡа итен дә ҡулланалар. Аслыҡтан аяҡ һуҙып булмай бит инде, теләү-теләмәүеңә ҡарамай, күңелеңдән ытырғанып булһа ла тәғәмләнергә мәжбүрһең. Ошо шарттарҙа Тулҡынға йән аҫрау әллә күпмегә ауырлаша, ҡатмарлаша.
Мәскәүҙең үҙенән килгән шеф-ашнаҡсы Александр Михайлов әҙәпле, инсафлы, зыялы егет ине, сусҡа итенән аш бешерһә, артыҡлап шауламай ғына ошо хаҡта тегеңә еткерә. Ул сағында инде Тулҡындың көнө ҡара икмәк менән ҡара сәйгә тороп ҡала. Ай һайын кәрәк-ярағына 3 һум да 80 тин алған һалдат военторгтан ҡа­тыҡ-фәлән алып эсһен тип, часта иң аҡсалы, бай кешеләрҙең береһе булараҡ, тегегә хәлдән килгәнсә ярҙам итергә тырышам, тағы уның туранан-тура командиры булараҡ, һалдатым­дың дини йолаларҙы үтәүен күрмәмеш тә һиҙмәмеш.
Тулҡын игелектең ни икән­леген белә, яйы сыҡҡанда әҙәпле генә итеп ҡулын йөрәге тап­ҡырына баҫа: “Катта рахмат!” Уның беҙҙең янда йөрөп ятыуы үҙе үк тәртипкә, таҙалыҡҡа ылыҡтыра. Телен эт ашамаҫ әшәке, хаяһыҙ холоҡло Көн­байыш Украина хохолы Богдан Довбаш та Тулҡын барҙа тоҙло-боросло һүгенеү һүҙҙәрен көсә­неп йотоп өндәшмәй ҡалырға тырыша, тегенең тәһәрәтенә эйә­реп, көн һайын кис аяҡтарын сайып ятыуҙы ғәҙәт итеп алды. Шөкөр, казармала ҡырҡыу еҫ бер аҙ баҫыла төштө. Тағы шуныһы ғәжәп – Богдандың килбәтһеҙ айыуҙай бәһлеүән кәүҙәһе үзбәк егетенең ҡорҙай һыны алдында күҙ менән ҡаш араһында кесерәйә лә ҡала.
Бер көн мине үтә лә етди, яуаплы йомош менән ул саҡ­тағы Молдавияның, хәҙерге Мол­дованың баш ҡалаһы Ки­шиневҡа ебәрергә булдылар. Тегендәге хәрби штабҡа мөһим документтарҙы тапшырғандан һуң, арыраҡ китеп, Дубассары районына ла һуғылырға тейешмен икән. Ярҙамсы кәрәклеге хаҡында һүҙ сыҡҡас, шунда уҡ ышаныслы, күндәм, сыҙамлы Тулҡын Иркәбаевты атаным.
Ғинуар аҙаҡтары. Калининград өлкәһендә һауа шарттары илаҡ, мыжыҡ, бер көн епшек ҡар яуһа, иртәгәһенә шым-шырыҡлап ямғыр һибәләргә тотона. Аҙна-ун көнгә иҫәпләнгән сәфәргә йыйындыҡ, бындағы көн торошона алданып, еңе­лерәк тә кейендек, буғай. Һалдат һәр саҡ юллыҡ аҙығын үҙе менән йөрөтә бит инде, шуға иртәгә ҡуҙғалырға йыйынғанда аҙыҡ-түлек өсөн яуаплы прапорщик Семен Немировскийҙың келәтенә һуғылдым. Теге, башы менән түгел, аяҡтары менән яҡты донъяға килгән, тиҫкәре­нән ҡоршалған зат, “ошолар ғына ҡалды” тип биштәр тултырып быҡтырылған сусҡа ите консерваларын тоттороп сы­ғарҙы. Ярай әле бирҙе, юғиһә холҡона ярашлы, һемәйтеп, алдап, ҡоро сығарыу ихтимал­лығы ла бар ине.
Беҙҙән, Озерскийҙан, утыҙ саҡрымда ятҡан Черняховск ҡалаһындағы тимер юл стан­цияһына килеп, поезға инеп, дөйөм вагонға тығылып ултыр­ғайныҡ, Тулҡын юл доғаһын уҡып биттәрен һыпырҙы: “Бисмилла. Ок йул!” Шулай итеп, Хоҙайға тапшырҙыҡ сәфәре­беҙҙе.
Барышлай Тулҡынды үҙ аҡсама ашатып алып барҙым. Ҡайтышлай Кишинев менән Одесса уртаһында юл саты рәүешендә ятҡан Раздельная станцияһында бикләнеп тороп ҡалдыҡ, ҡәһәрең. Өс тәүлеккә. Буран юлды ябыу сәбәпле, поездар йөрөмәне лә ҡуйҙы. Эт бәйләһәң торғоһоҙ һыуыҡ, ә беҙҙең өҫтә шинель дә башта ҡолаҡсынлы булһа ла буҫтауҙан тегелгән, йылы тотмаған кәпәс­тәр. Кирза итектәрҙән үтәләй бәргән һыуыҡ аяҡтарҙы тум­быҡтырып сәңкетә, тотош тәнде ҡалсылдата. Көньяҡ кешеһе булараҡ, Тулҡынға икеләтә ауыр.
Поездар туҡталғас, халыҡ та юҡ самаһында. Вокзал шаңғырап тора. Бер мөйөштө биләгән буфет та бикле. Быҡтырылған ит етерлек, ә бына икмәк юҡ. Кишиневта опера һәм балет театрына юҡҡа барғанбыҙ, тип эстән генә битәр­ләйем үҙемде, кеҫәлә баҡыр тәңкәләр сылтыраһа, аҙыҡ-түлек алырға ҡалаға барып килеп тә булыр ине бит.
Карл Маркс үҙенең “Капитал”ында “материя первична, а сознание вторично” тип хаҡ яҙған, рухи аҙыҡ менән генә тамаҡ туймай икән. Һаҡалтай ошо аҡыллы һүҙҙәрен, моғайын да, берәй төпкөлдә беҙ фәҡирҙәр ише асығып ултырғанда яҙғандыр, юғиһә ундай тәрән мәғәнәгә эйә фекер туҡ әҙәмдең башына килмәҫ тә, ҡунмаҫ та! Уның ҡарауы, Тулҡын театрҙа үҙен әкиәт донъяһына барып юлыҡҡандай хис итте – күҙҙәре дәртле, илһамлы йылтырай, буйы ла бер ҡарышҡа үҫеп киткәндәй. Урамға сыҡҡас та әле бер килке батша аҙымда­рына оҡшатып баҫып маташты.
Батша тигәндәй, бындай хәл урынһыҙ ураҙа барышы менән барһа, тиҙҙән Борис Годунов арияһын зал уртаһына баҫып үҙемә башҡарырға тура киләсәк. Шулай ҙа минең кафырлашыуға ҡоролған, хәрәм ризыҡ ейергә күнгән ҡорһағым сағыштыр­маса һыйлы, нисек тә биреш­мәйем, ә Тулҡындың көнө боҙло һыуға тороп ҡалды һуңғы сиктә. Иртәнсәк тә ашаманы был, төшкөһөн дә, кискеһен дә.
Иртәгәһенә таң менән былай тинем:

– Тулкын, так дальше продолжаться не может, через не могу, через не хочу ешь тушенку!
Был ҡаршылашып баш һелкә:

– Ёк! Мумкин емас!
– Нельзя, нельзя! Ешь, сказал!
– Ёк! Гунах! Чучка гушти!
– Свинья – тоже создание природы. Питайся свининой, но не будь свиньей!
– Мен чучка?!
– Нет, не свинья, а упрямый осел Хаджи Насретдина!
Бер-беребеҙгә үпкәләп, вокзал залының ике башына барып суҡайҙыҡ. Ғәйепле икәнлегемде тойоп, бер аҙҙан тегегә яҡын­ланым:
– Тулкын, извини, я не прав! Давай на мировую, а?!
Ярашыу билдәһе итеп ҡул­дарҙы ҡыҫыштыҡ. Тағы ла бер тәүлек үтте. Һалдатым асығы­уын дауам иткәс, сыҙамай яңынан тоҡанып киттем:

– Тулкын, я твой непосредственный командир, поэтому не заставляю тебя питаться свининой, а приказываю!

Теге был юлы өндәшмәй еңергә итә.


– Вы меня хорошо поняли, рядовой?!
– Пунял канишне, как не панимать?! Хайдар ака, вы очень дубрый, хароший человек, это я знаю. Прашу тебя, не заставляй мине делать гунах!
– Мы тут одни, нас никто не видит! Никто, понимаешь?!
– Аллах там, – вокзалдың ҡаҡ түшәменә ҡарашын атты, – все видит, все замечает!
– Ну хорошо, тогда перед Богом я отвечу, в полном объеме отвечу! Выполняй приказ!
Тулҡын ауыҙынан ниҙер уҡынды ла, “бисмилла”һын шыбырҙап, алдындағы кәнсиргә үрелде.
Часҡа ҡайтҡас, Тулҡын менән дуҫлашып киттек, командир менән һалдат арауығын һаҡлап, әлбиттә. Мин дә һәр эште “бисмилла”нан башларға өйрәндем. Быны һиҙеп-күреп йөрөгән, хәҙер инде урыҫ телен­дә апаруҡ арыу ғына һупалаған Тулҡын һүҙ араһында әйтә ҡуйҙы:
– Каждое доброе дело начинают со слов “бисмилла”.
– Если это дело не очень доброе, что тогда?
– Все равно это священное слово разгоняет шайтанов и облегчает гунах перед Аллахом!
Ә теге саҡ Тулҡындың “бисмилла” әйтеп сусҡа итен ашауына килгәндә, ирекһеҙҙән ғәйре, сараһыҙҙың көнөнән башҡарылған ғәмәл гонаһҡа иҫәплән­мәйҙер ул. Иҫәпләнгән хәлдә лә, яҡынымды асыҡтыр­мау маҡсатында уны үҙ өҫтөмә алдым. Әл-Нәхл сүрәһенең 115-се аятында ла былай тиелә: “Ул һеҙгә үләкһәне, ҡанды, сусҡа итен һәм “бисмилла”һыҙ салған мал итен генә хәрәм ҡылды. Ә кемдер, енәйәтсе йәки сиктән уҙыусы булмайынса ашарға мәжбүр була икән... Алла ярлыҡаусан, рәхимле бит!” Ти­мәк, Алла алдында ғәйеплемен, гонаһлымын.
Читайте нас