Танылған һәүәҫкәр композитор Әкрәм Дауытовтың ижады беҙгә яҡшы таныш. Бигерәк тә уның “Әсәйемә хат” йыры әллә нисәмә быуын тыңлаусыларҙың яратҡан йыры булды. Ә кем һуң моңсоноң әсәһе? Баҡтиһәң, Туймазы районының Йәрмөхәмәт ауылында йәшәгән Бибизәкиә Ғәбделмәннәнова-Дауытова ҡурайсы булған! Күптән түгел ауылдың мәҙәниәт йортонда ҡурайсы-әсәнең тыуыуына 125 йыл тулыуға арналған Хәтер кисәһе үтте.
– Бер мәл Әкрәм Дауытов иҫтәлегенә үткәрелгән конкурс ваҡытында уның “Бөҙрә ҡайын” тигән йырын ишетеп, көйөн ныҡ оҡшаттым. Ҡайтҡас ҡурайҙа уйнап ҡараным һәм, Әкрәм ағай нисек ҡурайға ятышлы көй яҙҙы икән, тип уйға ҡалдым. Баҡтиһәң, уның әсәһе Бибизәкиә ҡурайсы булған. Өй түрендә һәр ваҡыт ҡурай эленеп торған, ғаиләлә башҡорт көйҙәре яңғырар булған. Был хаҡта Әкрәм Дауытовтың хәтирәләр китабында яҙылған, – тип һөйләне Туймазы районы хакимиәтенең мәҙәниәт бүлеге начальнигы Рәмзин Әбсәләмов.
Бибизәкиә Ғәлим ҡыҙы Туймазы районының Үрмәкәй ауылында тыуған. Урындағы мәҙрәсәлә яҡшы белем алған. Кисәлә Бибизәкиә ҡурайсының ейәнсәре – Әкрәм Дауытовтың ҡыҙы Заирә Шәрипова, уның ҡыҙы Лилиә һәм башҡа вариҫтары ҡатнашты. Шулай уҡ райондың “Хазина” ҡурайсылар ансамбле, ижади коллективтары, һәүәҫкәр йырсылар, Үрмәкәй, Собханғол, Ҡандра ауылдары үҙешмәкәрҙәре сығыш яһаны.
Шулай уҡ Өфөнән мәртәбәле ҡунаҡ – Башҡортостандың халыҡ артисы Юлай Ғәйнетдиновтың ҡатнашыуы сараға йәм, бәҫ өҫтәне.
– Мин бөгөн бөйөк Әсәнең хәтер кисәһенә килдем. Әкрәм ағай әсәһенә бағышлап яҙған йырына бишек йырын, ҡурай моңон һалған. Халыҡтың һүнмәҫ ижад өлгөләрендә тәрбиәләнгән бала күңелендә йыр-моңға һөйөү уяна ла инде, – тип билдәләне танылған фольклорсы-ҡурайсы. – Туймазыла шаулап-гөрләп “Оҙон көй” конкурсының үтеүе лә һис тә осраҡлы түгел, был бәрәкәтле ер – ҡурайсылар, йыраусылар төйәге лә ул.
Уның һүҙҙәренә ҡеүәт булып, Туймазы музыка мәктәбенең ҡурай класын тамамлаған республика конкурстары лауреаты, Х класс уҡыусыһы
Рената Ҡаһарманованың ҡурай моңдары яңғыраны. Тимәк, Туймазы гүзәлдәренең был матур йолаһы быуындан-быуынға тапшырыла килә!
Ҡурайсы әсәгә бағышланған матур сараны үткәреүгә Йәрмөхәмәт мәҙәниәт йорто етәксеһе Вәкилә Әхмәтйәнова ҙур көс һалған. Ул Бибизәкиә ҡурайсы тураһында бығаса бер ҡайҙа ла билдәле булмаған мәғлүмәттәр туплауға өлгәшкән. Кисә барышында Вәкилә Әхмәтйәнова – Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтайҙың Рәхмәт хаты, мәҙәниәт йортоноң ойоштороусыһы Ингел Әхмәтйәнов менән Ҡандра ҡасабаһының “Юбилей” мәҙәниәт һарайы аккомпаниатор-концертмейстеры Булат Мәхийәнов район хакимиәтенең маҡтау грамоталары менән бүләкләнде.
– Бөтә донъя фольклориадаһына әҙерлек барышында Бибизәкиә ҡурайсы кеүек шәхестәрҙе асыҡлап, уларҙың хәтер кисәләрен үткәреүҙе, исемдәрен халыҡҡа ҡайтарыуҙы бурыс итеп алғанбыҙ, – тине Рәмзин Рәфҡәт улы.