Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
26 Февраля 2020, 18:40

"Элек һәр яҙыусы тормоштоң әүҙем ағзаһы ине".

Был һүҙҙәргә әҙип бөгөн дә тоғро ҡала.

Бөгөн М. Аҡмулла исемендәге БДПУ студенттары әҙәбиәтебеҙҙең аҡһаҡалы Ноғман Мусин менән осрашты.
"Башҡорт әҙәбиәтенең мәңгелек урманы" тиҙәр унын хаҡында. Башҡортостандың халыҡ яҙыусыһы Ноғман Мусиндын ижадын үҙ итеүселәр, унын әҫәрҙәрен һыу кеүек эсеүселәр бик күп. Һәләтенән тыш, шәхес саф, изге күңелле булыуы, ихласлығы менән арбай.
Осрашыуға студенттарҙан тыш БДПУ ректоры Салауат Сәғитов та килгәйне.
"Ноғман Мусин - оло шәхес, шул уҡ ваҡытта ябай ағай ҙа, - тине ул, - Уның әҫәрҙәрен уҡығанда Башҡортостандың урманына инеп, быуаттар төпкөлөнә күҙ һалғандай тойҙом үҙемде. Бының өсөн, Ноғман ағай, рәхмәт! Уның юбилей кисәһен үткәрергә булғас, әйткәндәре әле һаман иҫемдә. "Миңә баш ҡалалағы театр, филармония биналары кәрәкмәй, тыуған ауылым Ҡолғонала мәҙәниәт йорто асырға йыйыналар, шунда уҙғарайык", - тигәйне".
Ниндәй тыйнаҡлыҡ һәм тыуған ергә, яҡташтарына булған тәрән һөйөү! Ноғман Мусиндың был һыҙатын Башҡортостан Яҙыусылар Союзы рәйесе Зәки Әлибаев та һыҙыҡ өҫтөнә алып үтте:
"Яҙыусы ижадын үҙ иткән һәр кем Ишембай районы Ҡолғона ауылын күрергә тырыша, ул үҙенең матурлығы менән арбай. Ноғман Мусиндың ижады тыуған ауылы менән тығыҙ бәйләнгән".
Зәки Арыҫлан улы шулай уҡ әҙипте эпик фекерле, Урал тауҙарына тиң рухлы, халҡыбыҙҙың киләсәге тураһында фекер йөрөткән шәхес тип атаны.
Ноғман Мусин үҙенең сығышында 1950-1980-се йылдарға әйләнеп ҡайтты.
"Ул дәүерҙә ижад иткән кешеләр иреклерәк кеүек ине. Гәзит-журналдар гөрләп сыҡты, уларға яҙылыу ҙа дәррәү барҙы.
Элек һәр яҙыусы тормоштоң әүҙем ағзаһы булды. Улар хатта махсус командировкаларға йөрөнө. Беҙ Алтай, Ҡаҙағстан, Украина һәм башҡа илдәрҙәге ырыуҙаштарыбыҙға бара торғайныҡ, коллектив-коллектив булып әҙәби уҡыуҙар үткәрҙек. Төрлө халыҡтар менән яҡындан аралашыу фекерләү ҡеүәһен үҫтерә", - тине әҙип һәм бер аҙ бөгөнгө заманды тәнҡитләп тә алды, хәҙер бындай күренештәрҙең булмауы хаҡында әсенеү белдерҙе.
Был осрашыу юҡҡа генә ойошторолмаған, ул тәү сиратта Ноғман Мусин әҫәрҙәренең 10-сы томы донъя күреүгә арналған. Ҡәләмдәштәрен тәбрикләп яҙыусылар Наил Ғәйетбаев, Әмир Әминев, Фәнил Күзбәков, Фәрзәнә Аҡбулатова ла сығыш яһаны.
Сара йәнле барҙы, студенттарҙан языусыға һорауҙар яуҙы. Башҡорт филологияһы факультеты студенттары йыр-бейеү өләште, Фәдис Иҙрисовтың бейеүен, Инсур Кинйәбаев, Айҙар Ғәйнетдиновтың йырҙарын ихлас алҡышланылар.
З. Биишева исемендәге "Китап" нәшриәте китаптарҙан бай күргәҙмә лә ойошторған ине, теләгән һәр кемдең Ноғман Мусиндың китаптарын һатып алып, автограф яҙҙырыу мөмкинлеге булды.
Яҙыусының һәләтен, уның әҫәрҙәренең кимәлен халыҡ һөйөүе билдәләй. Шуныһы ҡыуаныслы - Ноғман Мусин йәштәр араһында ла иң билдәле, яратҡан әҙип һанала.
Автор фотолары.
Читайте нас