Бөтә яңылыҡтар
Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Февраль 2020, 11:52

Батырҙар ырыуы ҡор йыйҙы

Тарихты, шәжәрәләрҙе барлау – изге бурыс.

Силәбе өлкәһенең Минйәр ҡалаһында Көҙәй башҡорт ырыуының тарихына арналған йыйын уҙасағы тураһында ошо төбәк егете, милләт тарихы менән ҡыҙыҡһынған Рөстәм Сәғиҙуллиндан йәй көнө үк ишеткәйнек. Ул Көҙәй ырыуы йыйынын тап Силәбелә ойоштороу идеяһы менән яна ине. Эйе, Башҡортостан өсөн ырыуҙар менән бәйле саралар, йыйындар, шәжәрә байрамдары уҙғарыу яңылыҡ түгел, улар беҙҙә йыш үтә. Ә бына Башҡортостандан ситтә йәшәгән милләттәштәребеҙҙе ҡеүәтләп, улар менән тәжрибә уртаҡлашыу, ғөмүмән, берҙәмлекте күрһәтеү – бик кәрәкле эш ул. Етмәһә, быйыл Рәсәйҙә халыҡ иҫәбен алыу кеүек ҙур кампания башланырға тора, шуға күрә тарихты, шәжәрәләрҙе барлау – беҙҙең изге бурысыбыҙ.


Сараға, ғәҙәттәгесә, милли кейемдәр теккән, биҙәүестәр яһаған ҡул эше оҫталары ла килгәйне. Фойела Башҡортостандың С. Юлаев музейы тарафынан әҙерләнгән уҙған быуат башындағы башҡорттар тормошон сағылдырған фотолар күргәҙмәһе, милли мөхитте тыуҙырған фотобиләмә – барыһы ла башҡорт асылы менән таныштырып, башланасаҡ конференцияға йәм биреп торҙо. Көслө рухлы ул Силәбе башҡорттары, улар бер ҡасан да үҙ фекерен, һүҙен әйтергә тартынмай, үҙҙәренең аҫаба ер хужалары булыуын яҡшы белеп, аяҡтарына ныҡлы баҫып тора. Төбәк етәкселәре лә бит үҙ сығышында һәр саҡ “Силәбе өлкәһенең төп халҡы – башҡорттар” тип ҡабатлай. Һәр сарала бына ошондай телмәрҙәргә шаһит булам.
Байрам “Урал” башҡорт халыҡ көйө менән башланып китте. Ҡатау-Ивановск ҡалаһы мәсетенең имам-мөхтәсибе Салауат хәҙрәт доға уҡып, фатиха ҡылды. Минйәр ҡалаһы башлығы Гүзәл Сибәғәтуллина сарала ҡатнашыусыларҙы тәрбикләп: “Минйәр Көҙәй башҡорттары йәшәгән төбәктең уртаһында ултыра. Шуға күрә беҙ был сараны ойоштороуға шатбыҙ!” – тине.

Сарала Башҡортостан Республика­һының Силәбе өлкәһендәге даими вәкиле Амур Хәбибуллин сығыш яһап, Көҙәй ырыуы йыйыны төбәктә йәшәгән башҡорттарҙы йәнә бер тапҡыр бер ғәм менән йәшәргә саҡырыр тип өмөтләнәм, тине. Юридик фәндәр докторы, Рәсәй Фәндәр академияһының Башҡорт­остандағы вәкиллеге етәксеһе Рафаил Зинуров үҙ сығышында тарихи сығанаҡтарға таянып, башҡорт ерҙәрен талауҙары, башҡорт ерҙәрен ялған документтар аша ҡулға төшөрөүҙәре хаҡында һөйләне һәм:

– Тормош алға бара, шуға күрә беҙгә милләттәштәребеҙгә, тыуған ергә, туған телгә һөйөү тәрбиәләү менән бергә булғанды ҡәҙерләргә лә өйрәтергә кәрәк! – тине.
Силәбе өлкәһенең Закондар сығарыу йыйылышы депутаты Александр Решетников сараның әһәмиәтен юғары баһалап, йәштәр теләһә ҡайҙан мәғлүмәт алған заманда беҙ уларға тамырҙары тураһында һөйләргә тейешбеҙ, матбуғат саралары аша мәғлүмәт еткерергә бурыслыбыҙ, тине. Уның был һүҙҙәрен тәрән диҡҡәт менән тыңланым. Ә бит, ысынлап та, күп осраҡта йәштәр, интернет селтәренән кире мәғлүмәт алып, донъя шулай ҡара төҫтәрҙә, халыҡтар бер-береһенә дошман икән, тип йәшәүе лә ихтимал. Ә үҙенең халҡын, уның тарихын белгән, өйрәнгән кеше башҡаларҙы ла хөрмәт итер.
Әшә районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Александр Рычков конференцияның эшлекле үтеүен теләне. “Ҡурай” Силәбе өлкәһе башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Рәмдис Солтанов үҙ сығышында бөгөнгө конференцияның Бөтә донъя фольклориадаһы, Рәсәй халыҡ иҫәбен алыу һәм Ырыуҙар парады кеүек сараларға әҙерлек булыуын билдәләне. Тарихсы Рөстәм Сәғиҙуллин Көҙәй ырыуы башҡорттары тарихы тураһында һөйләне.
Силәбе өлкәһенең “Ҡурай” башҡорт ҡоролтайының Әшә районы башҡарма комитеты ағзаһы Ғиззәт Мөхәмәтйәнов төбәк тарихына арнап сығарылған өр-яңы китапты ойоштороусыларға, Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайына бүләк итте. Силәбе һәм Ҡурған мосолмандары диниә назараттары рәйесе, мөфтөй Ринат хәҙрәт Раев сарала ҡатнашыусыларҙы сәләмләп, Силәбе ерендә башҡорт халҡының тағы бер арҙаҡлы улы – Зәйнулла ишан ерләнеүен, йылдың-йылы төбәктә Зәйнулла ишан уҡыуҙары үтеүе, шәхестең исеме мәңгеләштерелеүе, төрлө саралар ойошторолоуы тураһында әйтте һәм: “Халыҡтың үҙ асылын, тамырҙарын белеүе – ул бик мөһим һәм кәрәкле эш. Аллаһ Тәғәлә һәр беребеҙгә иманыбыҙға тоғро ҡалырға ярҙам итһен!” – тине.
Ә кем һуң ул Көҙәй ырыуы башҡорттары? Шағир, ғәскәр башлығы, хаҡ мосолман Салауат Юлаев та – Көҙәй ырыуы батыры. Уның исеме – бөгөн республикабыҙ символы, уның исеме – азатлыҡ рухы, уның исеме – башҡорт намыҫы. Шәхсән тап сит тарафтарҙа йөрөгәндә Салауат Юлаевтың кемлеген, асылының тәрәнлеген нығыраҡ тойоп ҡайтам. Беҙ Салауатыбыҙ барлығына, уның милли батырыбыҙ булыуына өйрәнеп киткәнбеҙ. Беҙҙең өсөн ул Ағиҙел ярындағы һәйкәл образына әйләнгән. Ә бына Европала, атап әйткәндә, Салауаттың һуңғы төйәгендә – Эстонияла миңә уның ни тиклем бөйөклөгөн тағы ла бер тапҡыр аңлатҡайнылар. Был хаҡта күп яҙҙым, әммә йәнә бер ҡабатлайым: башҡа халыҡтарҙың батырҙары, ғәҙәттә, әкиәттә, мифта йәшәй. Беҙҙең батырҙарыбыҙ – тарихи шәхестәр! Улар шул замандың хоҡуҡи, мәҙәни талаптарынан сығып, үҙҙәренең хоҡуғын даулаған, улар үҙҙәре тарих яҙған. Улар бер нисә телде, донъяуи фәндәрҙе, Ҡөрьәнде яттан белгән шәхестәр булған. Бына кем ул Көҙәй ырыуы батыры Салауат Юлаев! Ул – Рәсәй империяһының тарихына көслө йоғонто яһаған шәхес.
Ә Төлкөсура батыр Алдағолов! Уның хаҡында беҙ нимәләр беләбеҙ? Ул да бит Көҙәй ырыуы батыры, Өфө провинцияһы башҡорттары исеменән батшабикә Анна Иоанновнаға барлыҡ дүрт даруғаның 22 волосынан 38 вәкиле төҙөгән һәм ҡул ҡуйған челобитныйҙы имзалауҙа ҡатнашҡан.
Ваҡиғалар 1735—1740 йылдарҙа барған. Башҡорт ихтилалдарының башланғыс осоронда Төлкөсура Алдағолов, Йосоп Арыҡов баш күтәреүселәр отряды менән Үрге Яйыҡ пристане янындағы Манғыш ауылы эргәһендә 1735 йылдың авгусында прапорщик Гладышевтың ылауына һөжүмдә, 1736 йылдың февралендә Өфө тирәһендәге ваҡиғаларҙа ҡатнаша. Ул 1736 йылдың 14 февралендә Себер даруғаһының Ҡобау ауылы янында 450 дворян, казак һәм һалдаттарҙан торған Ырымбур экспедицияһы отрядын еңеүҙә уңышҡа ирешкән шәхес. 1736 йылдың яҙында Мәндәр Ҡарабаев менән Себер даруғаһы биләмәһендә ихтилалда ҡатнашыусыларға етәкселек итә. Ә инде 1736 йылдың июнь башында Мөслим Хоҙайбирҙин һәм Яҡуп Сынмырҙин командованиеһы аҫтындағы хөкүмәткә “тоғро” отрядтарҙы, шул уҡ йылдың июнь уртаһында Себер даруғаһының Ҡыҙыл Яр (хәҙерге Красноуфимск ҡалаһы) нығытмаһынан алыҫ түгел полковник П. Мартаков етәкселегендәге команданы ҡыйрата. 1738 йылдың июль башында Төлкөсура үҙенең отряды менән полковник И.С. Арсеньев етәкселегендәге хөкүмәт ғәскәре өҫтөнән еңеү яулай, шулай уҡ майор Люткин отрядына ҡаршы алыша. 1739 йылдың яҙында башҡорттар халыҡ һанын алыуға ҡаршы сыға. Шул уҡ йылдың авгусында Төлкөсура Себер даруғаһы Тырнаҡлы улысы биләмәһендә капитан Стрижевский етәкселегендәге команданы ҡыйратыу планын төҙөй, әммә хаинлыҡ арҡаһында был ниәте килеп сыҡмай. Төлкөсура үҙе бер нисә яугире менән батша хакимиәтенә “тоғро” булған башҡорттар тарафынан ҡамауға эләгә һәм алыш барышында әсиргә алынып, Минзәләгә Л. Я. Соймоновҡа алып барыла. Ә инде унда эләккәс, билдәле, сентябрҙә язалап үлтерелә.
Бына былар хаҡында тарихсы Салауат Хәмиҙуллин үҙенең “Тарихи мөхит” тапшырыуында һөйләне. Был хаҡта йәштәргә лә белергә кәрәк. Йәшерәк быуын тарихсыларынан Рөстәм Сәғиҙуллин сарала ла ошо турала һөйләне. Ул йәштәр араһында мәғлүмәт таратыу эшен дә даими алып бара.
Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы аппаратының төбәктәр менән эшләү бүлеге начальнигы Рөстәм Баянов ҡоролтайҙың төбәктәр менән бәйләнеше йәнләнеүе, башҡорт телен уҡытыу, өйрәнеү өсөн мөмкинлектәр артыуы, мәҙәни саралар көтөлөүе, Башҡортостан уҡыу йорттарына ингәндә булған ташламалар, Рәсәй төбәктәре өсөн уҡыу әсбаптары нәшер ителеүе тураһында һөйләне. Мәүлитйән Йомағужин, Миләүшә Камалетдинова үҙ сығыштарында шулай уҡ Көҙәй башҡорттарының бөгөнгө эшмәкәрлеге, үткәрелгән саралар, уларҙың әһәмиәте хаҡында еткерҙе.
Сарала Салауат, Иглин, Нуриман, Учалы райондарынан, Өфө ҡалаһынан, Силәбенең Әшә, Ҡатау-Ивановск, Трехгорный райондарынан йәмғеһе йөҙҙән ашыу Көҙәй ырыуы вәкиле ҡатнашты. Конференцияла ете доклад тыңланды, уның һуңында Көҙәй ырыуы эшмәкәрлеге буйынса резолюция ҡабул ителде.
Иң ҙур делегация Салауат районынан килгәйне. Ҡоролтай етәксеһе Көнһылыу Ғәлиева, һәр ваҡыттағыса, сараға яҡташтарын ентекле әҙерләүгә өлгәшкән, үҙенең телмәрендә лә һүҙебеҙҙе ғәмәлдәребеҙ менән иҫбатлап йәшәйек, тине ул. Салауат районының 1908 йылғы фотолар ҡуйылған күргәҙмәһе эргәһенән фотоға төшөргә теләүселәр өҙөлмәне. Ул һүрәттәрҙән беҙгә берсә сабыр, берсә уйсан ата-бабаларыбыҙ йөҙө баға ине. Иглин районы тарафынан әҙерләнгән концерт барыһының да күңеленә хуш килде: ҡурай моңо, халыҡ йырҙары, заманса көйҙәр кемгә оҡшамаһын! Күргәҙмәләрҙе “Берҙәмлек”, “Тамға” һәм Силәбе өлкәһенең Уҡ ҡасабаһы милли үҙәге ойошмалары әҙерләгәйне.
Ә инде байрам аҙағында төрлө төбәктәрҙән килгән Көҙәй ырыуы вәкилдәре концерт күрһәтте. Танылған йырсы Ирек Ноғоманов, баҡтиһәң, Көҙәй ырыуы егете икән. Ул Башҡортостандың халыҡ шағиры Рәми Ғариповтың “Ай-һай, Салауат” шиғырына яҙылған һәм башҡорт халыҡ йыры “Тәфтиләү”ҙе башҡарҙы.
Ашаған белмәй, тураған белә, тиҙәр бит. Әлбиттә, сараны ойоштороуға Минйәр хакимиәте башлығы Гүзәл Сибәғәтуллина, Әшә башҡорттары ҡоролтайы рәйесе Роза Фәтхетдинова, Минйәр мәҙәниәт йорто директоры Игорь Бавловский, художество етәксеһе Юлия Оприщенко үҙ өлөшөн индергән. Депутат Александр Решетников, “Ремонт” йәмғиәте етәксеһе Самат Хөрмәтов, эшҡыуар Владимир Асатарьян финанс ярҙам күрһәткән. “Авторадио-Әшә” халыҡҡа мәғлүмәтте таратышҡан.
Бына шулай, “берҙәмлектә – көс”, тибеҙ икән, һәр сараны бай йөкмәткеле итер өсөн күмәк көс һалырға, уның һөҙөмтәләре булһын тиһәк, йәштәрҙе йәлеп итергә кәрәклеген тәрән аңлай көҙәйҙәр!
Читайте нас: