Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
28 Февраля 2020, 09:32

“Беҙҙең Мостай” – ихлас һәм халыҡсан һүҙ

Уның тормош юлы һәм ижады бер бөтөн.

“Китап” нәшриәтендә яҙыусы, ғалим-профессор Тимерғәле Килмөхәмәтовтың “Беҙҙең Мостай: Яҙыусы. Шәхес. Ватансы” тип аталған китабы донъя күрҙе. Ошо уңайҙан уның менән әңгәмә тәҡдим итәбеҙ.


– 2019 йыл халыҡ шағиры Мостай Кәримдең, Баш­ҡортостан Республика­һының 100 йыллығы кеүек оло тантаналарға бай булды. “Беҙҙең Мостай” исемле яңы китабығыҙ ошо шатлыҡлы байрамдарҙы оҙайтып ебәргән бер мәртәбәле бүләк һымаҡ. Ҡасан, нисек яҙылды был китап?

– Рәхмәт, йылы, ихлас һүҙҙәрегеҙ өсөн. Дөрөҫөн әйткәндә, мин уны ғүмер буйы яҙғанмын булып сыға. Университетта уҡып йөрөгән йылдарҙа Мостай Кәрим пьесалары буйынса театрҙарҙа ҡуйылған спектаклдәргә рецензиялар әҙерләнем. М.В. Ломоносов исемендәге Мәскәү дәүләт университетында аспирантурала уҡыған саҡта “Мостай Кәрим драматургияһы. Жанрҙар үҫеше эво­люцияһы” тип аталған темаға канди­датлыҡ диссертацияһы яҙҙым. Ул хеҙмәт һуңынан айырым китап булып сыҡты.
Республика һәм Рәсәй кимәлендәге халыҡ-ара фәнни-ғәмәли конферен­цияларҙа Мостай Кәрим ижады буйынса ғилми докладтар менән сығыш яһаным. Уҡыусылар менән осрашыуҙарҙа Мостай Кәримдең тормош юлы һәм ижады тураһында һөйләнем. Уға арналған мәҡәләләрем, докладтарым, әңгәмәләрем төрлө фәнни йыйынтыҡтарҙа, журналдарҙа әленән-әле сыға торҙо.
Шуныһын әйтергә кәрәк: был монография бөтә башҡорт драматургияһын өйрәнеүгә арналһа ла, унда Мостай Кәримдең комедия, драма, трагедияларына айырыуса ҙур урын бирелгән. Университеттағы уҡытыусы-профессор эшмәкәрлегемдә лә әҙип тураһында лекцияларым, махсус курстарым бар.


– Тимәк, Мостай Кәримдең тормошо, ижады менән һәр саҡ, ғүмер буйы даими ҡыҙыҡһынып йәшәгәнһегеҙ. Ә яңы китап яҙыу уйы нисек, ҡасан тыуҙы?

– Оҙон-оҙаҡ уйлап ултырырға ваҡыт та бик ҡыҫынҡы ине. Берҙән-бер көндө үҙенән-үҙе Мостай Кәрим тураһында китап яҙырға кәрәк тигән уй башҡа һуҡты. Мотлаҡ шағирҙың 100 йыллығына арналған баҫма булырға тейешле. Ныҡ тырышҡанда данлыҡлы байрам көндәренә яҙып өлгөртөргә мөмкин булыр кеүек тойолдо. Шулай уйланып йөрөгәндә Хоҙай Тәғәлә китап асырға алтын асҡыс бирҙе. “Беҙҙең Мостай” – бына китабыңдың исеме тип, кемдер юғарынан, күктән, ишеттергән һымаҡ килеп сыҡты. Көндән-көн, ҡайҙа барма, ни генә эшләмә – бер үк һүҙ йышыраҡ ишетелде. Ятһаң да, торһаң да – “Беҙҙең Мостай”. Ошо ихлас, халыҡсан һүҙ бөтөнләйгә күңелгә, зиһенгә һеңде.
Исеме бар, ә китап үҙе әле яҙылмаған. Үтә яуаплы, сикһеҙ оло бурыс тороуын аңлап, үҙ-үҙемә былай тип әйтәм: Мостай Кәрим – ҡолас етмәҫтәй оло шәхес, Башҡортостан менән йәштәш, М. Ғафури исемендәге театр менән йәштәш. Уның тураһында яҙаһың икән, Башҡортостан тарихына ла, республиканың иң төп театры тарихына ла ҡағылышлы һүҙҙәр әйтәсәкһең. Республика менән театр Мос­тай Кәримде мәшһүр шәхес итеп үҫтергән. Ә Мостай Кәрим уларҙың сәскә атыуы һәм үҫеүенә, юғары үрҙәргә күтәрелеүенә баһалап бөткөһөҙ хеҙмәт һалған. Улар – баҙыҡ өс таған.
Үҙ-үҙемә һорау бирәм: бына ошондай ҡолас еткеһеҙ ҡатмарлы донъяны асып бирә алырһыңмы һуң китабыңда? Тағы шуныһы ла бар: инде Мостай Кәрим беҙҙең арабыҙҙа юҡ. Әле генә ергә төшкән ап-аҡ ҡар һымаҡ, хаҡтан-хаҡ һүҙҙәр, йәйге ямғыр тамсыһы төҫлө саф, керһеҙ һүҙ-фекерҙәр талап ителә бит.
Һорауҙарҙан аҙашып йөрөгәндә Рауза апайҙың тауышы ишетелеп ҡалғандай булды. Ул баҫалҡы ғына итеп былай тип өндәште: “Тимерғәле, онотоп ебәрмә, мин бар бит Мостай эргәһендә. Рауза тигән тоғро ҡатыны бар. Беҙҙең икебеҙ бер йән булып йәшәгән йылдарыбыҙҙы яҙ. Мостай бит бөтә донъяһын, тормош көтөү мәшәҡәттәрен күберәк миңә ышанып тапшырҙы. Яңы әҫәрен иң тәүҙә миңә уҡыны, кәңәш көттө”.
Рауза апайҙың тауышын, һүҙҙәрен ишетеү әллә өн, әллә төш булды. Яҙыу өҫтәле артына ултырып, дәфтәремдең тәүге битенә “Мостай менән Рауза. Эссе” тип яҙып ҡуйҙым.


– Ҡыҙыҡ. Ысынлап та, ундай әҫәрегеҙ бар бит, “Һайланма әҫәрҙәр. 2-се том” тигән китапта урын алған. Хатта ул эссе китаптың иң тулҡын­ландырғыс урыны, йәне төҫлө ҡабул ителә, сөнки Мостай Кәримдең шәхсән кешелек сифаттары һөйөклө ҡатыны Раузаны мәңгелеккә юғалтыу ҡайғы­ларын кисергән мәлдәре аша асып бирелә.

– Был, ысынлап та, шулай. Рауза апай менән мәңгегә хушлашҡан ауыр, әрнеүле осорҙа Мостай Кәрим тетрән­дергес шиғырҙар яҙа. Шуларҙың берәү­һен генә уҡыусы иғтибарына еткерәйек әле.
Һинән башҡа ерем күкһеҙ,

рухым үкһеҙ,

Һин өн түгел, һин таш хәҙер,

уйым ғына.

Бөгөн төндә ай нурҙары, бөгәрләнеп,

Йомарланып һыйындылар

ҡуйыныма.

Йоҡом ҡасҡан ошо һалҡын аяҙ

төндә.

Мин йылыһын тойҙом тулған

ай нурының.

Үткәндәргә ҡайтып-китеп

мең ураным,

Ҡуйынымда һинең йәнең,

тип юраным.
Раузанан ҡалғас, үткән йылдар нисек кенә ауыр булмаһын, йыуанырлыҡ һәм һыйынырлыҡ бер ҡәғбәһе бар ине Мостай Кәримдең. Ул – Раузаның әйтеп ҡалдырған һүҙе. Шағир уны былай тип иҫкә ала: “Үлер алдынан бер мәл миңә:

– Мостай, һин һәйбәт кеше икәнһең, – тине.
– Нишләп улай уйлайһың әле? – тим.
– Уйланым инде, һәйбәт икәнһең, – ти.
Шулай итеп, ул мине шәпкә сығарҙы. Фатиха биреп китте”.
...Хәҙер инде улар мәңге бергә.
– Тимерғәле Әбделғәлим улы, яңы китабығыҙҙың төп маҡсатын һәм үҙенсәлеген киң ҡатлам уҡыусыға нисек аңлатып бирер инегеҙ?

– Мостай Кәримгә арналған бер нисә китап билдәле. Авторҙар араһында үҙебеҙҙекеләрҙән академик Ғайса Хөсәйенов, киң билдәле телсе ғалим Вәли Псәнчин, тәнҡитсе, яҙыусы-прозаик Әхиәр Хәкимов, ғалим-педагог Ильяс Вәлиев бар. Рәсәй ғалимдары Маргарита Ломунова, Дмитрий Хренков китаптар баҫтырып сығарған. Уларҙың һәммәһендә ошондай төп етешһеҙлек күҙгә бәрелеп тора: һәр осраҡта яҙыусы ижадының бер генә йүнәлеше үҙәккә ҡуйыла. Әйтәйек, бер китапта шиғриә­тенә анализ бирелә, икенсеһендә прозаһы ғына иғтибар үҙәгенә сыға, кемдер драматургияһын алғы планға ҡуя. Мостай Кәримдең шиғриәте, драма­тургияһы, прозаһы, публицистикаһы бер-береһенән айырып өйрәнелә һәм баһалана. Уларҙың үҙ-ара бәйләнеше иғтибарҙан ситтә ҡала. Шунлыҡтан Мос­тай Кәримдең күп жанрлы әҙәби ижады тарҡау күренеш кеүегерәк ҡабул ителә. Бындай хәл уның әҙәби ижадын ысын дөрөҫлөгөндә баһалап, асып бирә алмай.
Ә бит ысынында Мостай Кәримдең шиғриәте, прозаһы, драматургияһы, публицистикаһы тығыҙ бер бөтөн әҙәби донъяны барлыҡҡа килтерә. Тематик-проблематик уртаҡлыҡтар, геройҙар, һүрәтләү саралары араһындағы төпкөл яҡынлыҡтар, оҡшашлыҡтар көслө тойомлана. Мостай Кәримдең шәхсән стиле – тулыһынса формалашҡан күренеш. Әйтәйек, Аҡъегет, Салауат, Прометей – бер-береһен дауам иткән трагик геройҙар. Улар төрлө-төрлө тарихи ысынбарлыҡта йәшәй һәм хәрәкәт итә. Ә маҡсаттары – бер рухта. Яҡшылыҡ, ирек, ғәҙеллек, мөхәббәт һәм рухи азатлыҡ тантана итеү өсөн фиҙакәр көрәшселәр улар.
Йәнә лә Мостай Кәримдең тормошҡа ҡарашы, шәхси инаныуҙары менән уның әҙәби ижады, әҫәрҙәре араһындағы тәрән тәбиғи бәйләнеш көслө. Был хәл Мостай Кәримдең тормош биографияһы менән әҙәби ижадын бер бөтөн итеп өйрәнеү һәм баһалауҙы талап итә.
Ошо һөҙөмтәгә өлгәшеү юлдары хаҡында уйланғанда мин өс мөһим таяныс таптым. Китаптың исеменә өс һүҙ өҫтәлде: “Яҙыусы. Шәхес. Ватансы”. Бына ошо өс төшөнсә Мостай Кәримдең тормош биографияһын, шәхес үҙенсәлектәрен һәм әҙәби ижадын тығыҙ бер бөтөн итеп асып бирергә тылсымлы асҡыс хеҙмәтен үтәне. Шуға ла китаптың тулы исеме ошо рәүешле килеп сыҡты: “Беҙҙең Мостай. Яҙыусы. Шәхес. Ватансы”. Ошондай эҙмә-эҙлеклелеккә төҙөл­гән, башҡарылған анализ һәм һығым­талар Мостай Кәримдең шәхесен, бай әҙәби ижадын бер бөтөн итеп асып бирергә, объектив күҙ алдына баҫты­рырға мөмкинлек тыуҙырҙы. Китапты ҡулға алып уҡыған кеше минең изге ниәтемде аңлар, яҙғанымдың һөҙөмтә­ләрен хуплар тигән ныҡлы ышаныста ҡалам.


– Фәһемле әңгәмәгеҙ өсөн ҙур рәхмәт!
Читайте нас