Сибайҙа 90-сы йылдарҙа башҡорт йәштәре мөхитен шаулатҡан “йондоҙҙар”ҙың концерты гөрләп уҙыуы хаҡында хәбәр иткәйнек. Был тамашала Зөһрә Усманова-Кинйәғолованың сығышын халыҡ бик йылы ҡабул итте.
Заманында Өфө дәүләт сәнғәт институты студенты Зөһрә Усманова йәштәр мөхитенә үҙе бер биҙәк булып килеп инә. “Йәшлек-шоу”, “Урал моңо” фестиваль-конкурстарында үҙе ижад иткән йырҙар менән ҡатнаша.
Өфө ҡыҙы Зөһрә Усманова Сибай ҡалаһына эшкә килгәс, тағы ла матур йырҙар ижад итә. Бында уның ижад емештәрен урындағы таланттар башҡара. Мәҫәлән, билдәле йырсы Альберт Салауатовтың репертуарында ла композиторҙың йырҙары урын ала. Зөһрә Усманованың “Ап-аҡ сәскәләр” йыры – иң популяр йырҙарының береһе. Уның менән иң тәүҙә Гөлсөм Бикбулатова “Тамыр” телеканалы аша танылыу яулағайны.
Зөһрә әле лә матур йырҙар ижад итә. Бөгөн уларҙы улы Ильяс менән ҡыҙы Сәлимә лә башҡара. Композитор үҙе Сибай сәнғәт колледжында уҡыта.
- Шундай талантты яңынан сәхнәгә сығарыуыма шатмын. Ул яңы проекттарымда ла ҡатнашыр, тип өмөтләнәм, – ти концерттың ойоштороусыһы һәм сценарий авторы Земфира Ғирфанова.