Элвин Грейҙы мәскәүҙәр нисек ҡабул иткән?

Мәскәүҙең "Крокус Сити Холл" тип аталған концерт залы 7 300 тамашасыға иҫәпләнгән.

Яҡташыбыҙ йырсы Радик Юлъяҡшиндың (Элвин Грейҙың) 29 февралдә илебеҙҙең баш ҡалаһында ҙур концерт программаһы менән сығыш яһаясағы тураһында яҙғайныҡ инде. Мәскәү һынлы Мәскәү сәхнәһенә тамашасыларҙың теләгенә, ихтыяжына, күңеленә яуап бирерлек программа менән күтәрелеү еңел эш түгел, әлбиттә.
"Крокус Сити Холл" тип аталған концерт залы 7 300 тамашасыға иҫәпләнгән. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы һәм “Бизнес-онлайн” баҫмаһы фаразы буйынса “Йыл кешеһе” исеменә лайыҡ яҡташыбыҙ был юлы ла һынатманы, зал тулы тамашасылар яңы концерт программаһын алҡышлап ҡабул итте. Йырсы һуңғы йылдарҙа танылыу яулаған хиттарынан тыш, яңы композициялар ҙа башҡарҙы.
Ижад юпында йәнә бер оло һынауҙы уңышлы үткән яҡташыбыҙҙы ҡотлап, яңы артылыштар теләйбеҙ!
Фото: Элвин Грей.
Читайте нас