Тиңе булмаған мәҙәни сараға аккредитация башлана

Рәсәйҙең сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова, аҙна һайын үткәрелә торған брифингта VI Бөтә донъя Фольклориадаһына аккредитация башланыуҙы иғлан иткән.

Рәсәйҙең сит ил эштәре министрлығы вәкиле Мария Захарова, аҙна һайын үткәрелә торған брифингта VI Бөтә донъя Фольклориадаһына аккредитация башланыуҙы иғлан иткән.
- Масленица аҙнаһы сиктәрендә халыҡ традицияларын һәм йолаларын һаҡлауға ҙур өлөш индергән бик ҙур мәҙәни сараны анонсларға теләр инем. Ул Башҡортостан Республикаһында планлаштырыла. 18 июлдән 1 августҡа тиклем был төбәктә Фольклор фестивалдәре һәм традицион сәнғәт ойошмалары Халыҡ-ара Советының VI Бөтә донъя Фольклориадаһы үтәсәк.
Был киң масштаблы сара бер нисә этапта үтәсәк. Тантаналы асыу сараһы 18 июлдә Өфөлә буласаҡ, ә 19 июлдә барлыҡ ҡунаҡтар милли костюмдарҙа үтәсәк. Тап был аҙнанан Рәсәй һәм сит ил матбуғаты саралары өсөн VI Бөтә донъя Фольклориадаһының рәсми сайтында аккредитация башланды. Сарала 85 илдән 3000-дән ашыу кеше ҡатнашасаҡ. 14 көн дауамында төрлө илдәрҙең һәм төбәктәрҙең вәкилдәре мәҙәниәт ярҙамында үҙ-ара аралашасаҡ, - тип белдергән Мария Захарова.
Анығыраҡ мәғлүмәт менән мәҙәни сараның рәсми сайтында танышырға мөмкин, тип яҙа “Башинформ” агентлығы.
Фото: culture.ru

Читайте нас