Ни өсөн Илдар Абдразаҡовты мәктәптән ҡыуғандар?

Биш йыл уҡығандан һуң, Илдар Абдразаҡовты музыка мәктәбенән сығаралар...

Өфөнөң махсус урта музыка мәктәбендә биш йыл уҡығандан һуң, Илдар Абдразаҡовты, йәнәһе, «музыканы тойомлап ишетеү һәләте юҡ» тигән сәбәп табып, уҡыу йортонан сығаралар. Ә ғәмәлдә нисек була һуң?
– Мин музыка мәктәбендә уҡый башлағас та, йыр-моң буйынса күнекмәләр, дәрестәр ифрат оҡшай ине. Бер-ике йыл белем алғандан һуң, педагогтар биргән әҫәрҙәр ялҡыта төштө. Миндә урғылып ҡайнаған башҡорт ҡаны ниндәйҙер бүтән ғәмәлдәрҙе талап итә ине. Шулай дәрестәрҙе ҡалдырғылай башланым, музыка менән шөғөлләнәһе урынға футболға йөрөнөм. Дуҫ малайҙар менән берәй ергә ҡасып, кинәнеп туп тибә торғайныҡ. Үҙемде музыкант итеп күҙ алдына ла килтерә алмай инем хатта.
Шунан уҡытыусым, атайымды саҡырып алып, «малайығыҙҙы мәктәптән алырға тура килер, уның ишетеү һәләте юҡ» тигән. Күрәһең, атайыма минең өлгәшмәүем, дәрестәрҙән ҡасыуым тураһында әйтеп, уның кәйефен төшөргөләре килмәгәндер, – тип һөйләне Илдар Абдразаҡов яңы youtube-шоу селтәрендә Ульяна Тригубчак менән әңгәмәһендә.
Бына шулай ул үҙенең бәхетле бала сағында спорттың байтаҡ ҡына төрҙәре менән шөғөлләнергә өлгөрә: футбол да, хоккей ҙа, басткебол да уйнай, шахмат менән дә шөғөлләнә. Ә инде Асҡар ағаһы, йыр конкурстарында ҡатнашып, еңә башлағас, музыкаға һәләтле Илдар ҙа тормошта нимәгә ынтылырға кәрәклеген аңлай.
Билдәле опера йырсыһы, Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Илдар Абдразаҡов донъя сәхнәләрендә лә үҙенең иҫ китмәле моңло тауышы, ғәжәйеп таланты, киң яҡлы ижады менән танылды.
Фото: zen.yandex.ru
Читайте нас