“Мин яраттым шиғыр яҙылғанса...”

Нәркәс Ҡәйепҡолова Әбйәлил районының Буранғол ауылынан. Әлеге көндә Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала. 

Нәркәс Ҡәйепҡолова Әбйәлил районының Буранғол ауылынан. Әлеге көндә Башҡорт дәүләт медицина университетында белем ала.
Үткән йылда “Ҡош юлы” республика шиғриәт бәйгеһендә I урын яулай, Башҡортостандың әҙәбиәт мәктәбенең Рәсәй Президенты грантына ойошторолған конкурсында ҡатнашып, финалға үтә, шиғырҙары “Яңы офоҡтар” исемле йыйынтыҡта баҫылып сыға.
Үҙе һәм ижады тураһында: “Шиғри күңелле буласаҡ табип. Шиғырҙарым аша йәнемә дауа табам”, – ти.



Асылыу


Мин яраттым

Һәр нәмәлә һөйөү күреп,

Күләүектән ҡояш эҙләп,

Ямғырҙан – йәйғор.

Әйткән һәр бер һүҙҙәреңде йырға үреп,

Яһаным төнөн дә һүнмәй торған нур.


Йөрәгемдең ишеген шар астым да,

Килгәсһең, бар хискә һыйланым.

Ә ҡунаҡ бит – ваҡытлыса ғына,

Бәлки, белеп, үҙемде тыйманым.


Уйҙарымдың осо-ҡырыйын да

Фотоальбом итеп күрһәттем.

Ихласлыҡтан хатта ҡурҡып ҡуйҙым,

Имеш, һыйым менән йөҙәттем.


Асыҡ ишек аша һыуығы ла,

Яҙ бысрағы ҡуша кергәндер,

Йә аяғың һөртөп үтмәгәнһең,

Гөлдәр, бәлки, шуға шиңгәндер.


Ә шулай ҙа мин яраттым

Ҡапыл.

Күктә яңы йондоҙ ҡабынғанса

Мин яраттым...

Тик сер итеп әйтәм:

Мин яраттым

Шиғыр яҙылғанса.


* * *


Хәҙер оса,

Өлгөрәмме тотоп

Күкрәгемдән сығыр йөрәкте.

Кем һуң уны Ерҙе оноторға,

Күккә талпынырға өйрәтте?


Хәҙер ҡаса

Күҙҙәремдән йәштәр.

Фен бирегеҙ, ҡана,

Киптерәм.

Һис кем уны һиҙеп ҡалмаҫ өсөн,

Йөҙгә йылмайыуҙы килтерәм.


Хәҙер яна

Ҡапта тынсыу ятҡан

Һуңғы шырпы...

Нисек итәйем?

Ҡарлы буран шәлем булып ятҡас,

Ғинуар йә мартҡа китәйем?


Тамырҙарҙа ҡаным туңмаҫ элек,

Йөрәк осмаҫ элек йыһанына,

Ҡаршыма сыҡ.

Ҡараштарың аша

Ҡыш әйләнер яҙҙың йылыһына.


* * *


Йөрәк – һантый,

Йөрәк – бер хыялый,

Һаман көтә,

Һаман ашыға.

Һинең янға,

Һинең өсөн генә

Хатта һауа менән тонсоға.


Йөрәк – гәлсәр,

Ҡайһы саҡта ҡорос,

Тик ныҡ көсһөҙ һинең яныңда.

Ниңә ҡабат уға ирек бирәм

Көлгә ҡалған тиклем янырға?


Йөрәк һуҡыр,

Йөрәк телһеҙ кеүек,

Тик бер исем тора ҡабатта –

Фатихам йә

Бәддоға булырмы

Һинең исем минең тарафҡа?


Йөрәк кескәй,

Эскерһеҙ бер бала,

Һаҡла, зинһар, һыуыҡ елдәрҙән.

Ә ул ҡанат, илһам булыр һәр саҡ

Һиңә генә

Миллион, меңдәрҙән.


* * *


Һин һәм мин – синонимдар кеүек,

Алмаштырып була һүҙҙәрҙе:

Һиңә һалҡын, тиһең,

Тимәк, мин дә

Ҡаршылайым илаҡ көҙҙәрҙе.


Күңелеңде һәр күҙәнәк аша

Тойғандаймын...

Хатта үҙемдән

Нығыраҡ һине һиҙәм,

Бәлки, төштән

Уяна алмай йөрәк,

Түҙемдә,

Сабырлыҡта күпме йәшәй бирә...

Ҡараштарҙы ябам башҡанан.

Сөнки беләм,

Мин – синоним ғына,

Бары һиңә генә баш ҡағам.


Әйтһәң әгәр, һиңә мин ят, тиеп,

Тимәк, алмаштырабыҙ һүҙҙе:

Миңә һин ят.

Бар карталар асыҡ!

Беҙ – синоним,

Бары аңғармаҫтан

Антоним араға килеп керҙе.


Беҙ – антоним.

Кем – ҡыш, кемебеҙ – йәй...

Аралыҡта ҡалды мәңгелек.

Ҡапма-ҡаршы ҡараш,

Ике яҡҡа,

Юл түңәрәк түгел, тигеҙлек.

Йәки тауҙар, упҡын аша ятыр,

Тик ҡабаттан урап, тап булмаҫ.

Бер ҡойолған япраҡ

Мең йылдан да

Төшкән ағасына һис ҡунмаҫ.


Беҙ – бары тик һүҙҙәр был ҡағыҙҙа,

Беҙ – бары тик шиғыр юлдары...

Синоним һәм антонимдар менән

Үтәме икән ғүмер йылдары?


* * *


Мин тик үҙем,

Башҡа кеүек булмам,

Тиңләмәгеҙ, зинһар, һис кемгә.

Тырышмағыҙ мине үҙгәртергә,

Биҙәмәгеҙ сит-ят кейемгә.


Мин тик үҙем,

Күҙҙәр был донъяны,

Бәлки, икенселәй күрәлер...

Күптәр күперҙәрҙе яндырғанда,

Ҡабатлайым: “Ә һин үр әле!”


Мин ҡаршы ла түгел бар ағымға,

Уға ылығып та йөҙмәйем.

Кәрәк икән, ярға ырғып сығам,

Тығын ерҙә, юҡ, мин түҙмәйем...


Был донъяға мин тыуғанмын икән

Үҙем булып,

Айырым ҡарашта,

Тимәк, шулай кәрәк,

Һәм нисектер

Юғалмаҫҡа ине ағышта.


Һәр кешенең бар атлайһы юлы,

Үҙ йыһанын табып етерлек.

Оҡшамағанһың, тип, башҡаларға,

Ҡанаттарын ҡайырмаһын ине,

Юлын быумаһынсы кешелек...


* * *


Устарымда – ут,

Ҡай саҡта

Бешерә тиремде,

Өтөп ала

Һәр күҙәнәк аша

йәнемде...

Өрһәң,

туҡтамай яныуҙан,

Ә көсәйә,

Был һыҙлауҙан

Тик ниңәлер

Яраларым бөтәйә...


Устарымда – ут,

Һаҙлыҡтан,

Ҡараңғынан ҡотҡарыусы.

Әллә йондоҙ...

Кескәй генә...

Тик нурҙары

Юл ярыусы...


Һүнмәй ҙә ул

Ямғырҙарға,

Елдәргә бирешмәй, яна...

Устарымда – үҙ йөрәгем,

Йә ялҡын,

Йә һалҡын,

Йә дуҫ,

Йә дошманым булып

Йәнәш бара...


* * *

Һүнергә ҡурҡам

яныуҙың тәмен белмәйенсә,

Ҡапыл...

Яҡтырмаһам, тик Ай нурын

сағылдырыр көҙгө ялтыр.


Сағылдырылған яҡтылыҡ

Йылы бирә алырмы икән?

Ай ҙа ҡояштан нур ала,

Болот ҡаплауы бар иртән...


Һүнергә ҡурҡам,

Яндырғас

Күптән һүнгән өмөттәрҙе,

Ҡабат юғалһа ышаныс,

Кем терелтер йөрәктәрҙе?


Һүнһәм, үҙемдең дә йөрәк

Ташҡа әүерелер кеүек...

Утын өҫтәүсе булғанда

Ялҡындарым әле бейек...


* * *


Төнгө ҡалам,

Алсы һағышымды,

Тынғы бирмәй

Йөрәгемде биләп алған.

Йондоҙло күк,

Ниңә һиңә баҡһам,

Еңеләйә икән

Ауыр йөктән арҡам.


Әйҙә, ҡойоп

Ямғырҙар яуһын да

Йыуып бөтһөн

Күңел бысраҡтарын.

Нурҙан ғына торһон ине донъя,

Асылһындар йөрәк йоҙаҡтары...


Яуһын ҡарҙар,

Ап-аҡ ямау булып

Ҡаплаһындар ҡанлы яраны.

Йүнәлтергә ине

Бер хәрәкәт менән

Ауырыу йәш, ҡартты, баланы...


Күңелемдә булған

Ауыр йөктө

Тартып алсы, ҡалам,

Осорға...

Мин һаман да бала,

Ҡараңғынан

Яҡтылыҡҡа килә ҡасырға.
Читайте нас