Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге башҡорт дәүләт драма театрында 8 Март — Халыҡ-ара ҡатын-ҡыҙҙар көнө уңайынан ойошторолған байрам концерты “Теге өсәү” форматында үтте.
Сараны, “Теге өсәү"ҙән бер ҙә ҡалышмайынса, Рөстәм Хәсәнов, Илнур Сәлимгәрәев, Ғаяз Ғәйетбаев ҡыҙыҡлы, мауыҡтырғыс итеп алып барҙы. Гүзәл зат вәкилдәрен байрам менән Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов ҡотланы.
"Һеҙ булғанға, аштарыбыҙ тәмле, донъябыҙ йәмле, эштәребеҙ ырамлы, балаларыбыҙ бағыулы", - тине Рөстәм Әхмәткәрим улы, ҡатын-ҡыҙға изге теләктәрен еткереп.
Рөстәм Афзалов быйыл донъяға килгән игеҙәктәргә коляска бүләк итте. Шулай уҡ ике тыл хеҙмәткәренә Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы уңайынан юбилей миҙалдары тапшырылды.
Ҡатын-ҡыҙға Сибайҙың ир-егеттәре әҙерләгән концерт бигерәк тә оҡшаны. Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатовтың, Фаил Йортбәковтың, Ғаяз Ғәйетбаевтың, Рөстәм Хәсәновтың моңло йырҙары, Илшат Солтангәрәевтең ҡурайҙа өҙҙөрөп уйнауы, “Сибай” бейеү ансамбленең сығыштары — барыһы ла тамашасыларға яҙ һулышы, байрам кәйефе бүләк итте.