Билдәле йырсы, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Ғүмәр Әбделмәнов юғары наградаға – Салауат Юлаев орденына лайыҡ булды. Былтыр декабрь айында ул 90 йәшлек оло юбилейын билдәләгәйне.
Яратҡан йырсыбыҙға орденды республиканың мәҙәниәт министры урынбаҫары Рәнис Алтынбаев тапшырҙы. Ул шулай уҡ Ғүмәр Мөғәлләм улына Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың ҡотлау сәләмен еткерҙе.
Ғүмәр Әбделмәнов 1929 йылдың 15 декабрендә Шишмә районының Суҡраҡлы ауылында тыуған. 1951 йылда Башҡорт театр-художество училищеһын тамамлай. Төрлө йылдарҙа БАССР Министрҙар Советы ҡарамағындағы радиотапшырыуҙар һәм телевидение буйынса комитетта, Мәҙәниәт министрлығында эшләй, Стәрлетамаҡ Башҡорт республика мәҙәни-ағартыу училищеһында уҡыта. 1964 йылдан – Башҡорт дәүләт филармонияһы солисы. 1969 – 1992 йылдарҙа Рәсәй Композиторҙар союзы музыка фондының Башҡортостан бүлексәһе директоры вазифаһын башҡара.
Ғүмәр Әбделмәновтың бәрхәттәй йомшаҡ тауышын төрлө быуын тыңлаусылары үҙ итте. Уның башҡарыуындағы 60-тан ашыу йыр республика радиоһының “алтын фонды”нда һаҡлана.
Фото: culture.bashkortostan.ru