Альберт Салауатов йәнә атай булды!

Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатовтың ғаиләһенә ҡыуаныс өҫтәп, баһадирҙай улы донъяға килде.

Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театры актеры, Башҡортостандың атҡаҙанған артисы Альберт Салауатов үҙенең "Бәйләнештә"ге сәхифәһендә оло ҡыуанысы менән уртаҡлаша. Унда "Аллаға шөкөр, бөгөн минең УЛЫМ тыуҙы! Мең рәхмәт һиңә, ҡәҙерлем! Яратам һине!" тигән яҙыу ҡалдырған.
Беҙ ҙә яратҡан артисыбыҙҙы йәнә бер тапҡыр атай булыуы менән ихлас ҡотлайбыҙ! Сабыйға һәм уның ата-әсәһенә һаулыҡ, именлек теләйбеҙ. Әйткәндәй, Альберт Салауатов улдарға бик бай булып сыҡты. Был - уның дүртенсе малайы. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, үткән йыл артист үҙенең иң оло улын юғалтыу ҡайғыһын да кисерҙе.
Альберт Салауатов яңы тыуған улына исемде кем тип ҡушыр икән? Әйҙәгеҙ, гәзит уҡыусылар, яратҡан артисыбыҙҙың сабыйына исем уйлашайыҡ...
Фото: Сибай драма театры сайтынан.
Читайте нас