"Үҙ республикам, төрлѳ өлкәләрҙәге ҙур оҫталарыбыҙ менән ғорурланам!"

Бѳгѳн Мәскәүҙәге Ҙур театр сәхнәһендә Илдар Абдразаҡовтың “Атилла” спектакле ҡуйыла.

Бѳгѳн Мәскәүҙәге Ҙур театр сәхнәһендә Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, “Алтын битлек” Рәсәй милли театр премияһы лауреаты Илдар Абдразаҡовтың “Атилласпектакле ҡуйыла. Был сараны ҡарарға Башҡортостан Башлығы үҙе барҙы.

"Спектаклгә күтәренке кәйеф менән килдем. Был беҙҙең театр труппаһына күрһәтелгән юғары хѳрмәт. Илебеҙҙең танылған сәхнәһендә сығыш яһау оло иғтибарҙың сағылышы ул. Һуңғы тапҡыр Башҡортостан артистары бында 1955 йылда “Салауат Юлаевопераһын ҡуйған булған һәм бѳгѳн тағы сығыш көтөлә. Икенсенән, был илдең мәҙәни йәмәғәтселеге тарафынан Башҡортостан артистарының тотҡан урынын, юғары әһәмиәтен таныу ул. Беҙҙең ѳсѳн ул бик мѳһим", - тине республика Башлығы.


Премьера алдынан Илдар Абдразаҡов та үҙ фекерен белдерҙе, хис-тойғолары менән уртаҡлашты.


"Әлбиттә, мин борсолам. Ҙур театр сәхнәһенә сығыу ныҡ тулҡынландыра, - тине ул. — Шул уҡ ваҡытта режиссер-дебютант сифатында спектаклде илдең төп сәхнәһенә алып килеү - ҙур бәхет. Барыһы ла яҡшы үтер, тип ышанам".


ыл - Ҙур театрҙың тарихи сәхнәһе, унда донъяға танылған башҡорт йырсыһы ғәжәйеп спектакль ҡуясаҡ. Үҙ республикам, төрлѳ өлкәләрҙәге ҙур оҫталарыбыҙ менән ғорурланам! Беҙ мәскәүҙәрҙе йыш шаҡ ҡатырасаҡбыҙ әле!" - тип ҡыуанысы менән уртаҡлашты социаль селтәрҙә республика Башлығы Радий Хәбиров.


Республика Хөкүмәте вице-премьеры Фәнүр Йәғәфәров 1955 йылда Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте декадаһы сығыштарынан бирле Ҙур театрҙың тарихи сәхнәһендә спектаклдәр менән сығыш яһамағаныбыҙҙы әйтеп үтте.


"Башҡортостан Мәскәүгә театр тарихындағы иң күләмле тамашаны алып килде. Бѳгѳн операла әйҙәп барыусы партияларҙы Рәсәйҙең иң танылған һәм беҙҙең артистар башҡарасаҡ. Бѳгѳнгѳ Мәскәү премьераһы Башҡортостан ғына түгел, бөтә Рәсәй мәҙәниәте өсѳн дә сәнғәт ваҡиғаһына әйләнер тип ышанабыҙ. Беҙ тамашасылар араһында республикабыҙҙың күп дуҫтарын, беҙҙең ижади мѳмкинлегебеҙ менән ысын күңелдән ҡыҙыҡһыныусыларҙы күреүебеҙгә бик шатбыҙ. Бѳгѳн театр аралашыу һәм, бәлки, яңы проекттар тураһында фекер алышыу урынына әйләнер", - тип белдерҙе Фәнүр Йәғәфәров.
Фото Башҡортостан Башлығы сайтынан.
Читайте нас