Алдан хәбәр итеүебеҙсә, Сибай ҡалаһында икенсе йыл рәттән “Урал аръяғы тауышы” йыр-моң конкурсы үтте.
Унда республиканың төрлө район һәм ҡалаларынан килгәндәр көс һынашты. Финалға сыҡҡандарҙың остаздары, йырсы һәм вокал буйынса педагогтар -Раил Өмөтбаев, Зәйнетдин, Светлана Үтәева һәм Надежда Камогорова. Улар үҙ командаһына эләккән йырсылар менән ныҡлы шөғөлләнде.
Шоу-проекттың финал өлөшө бөгөн Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге Сибай башҡорт дәүләт драма театрында бик йәнле үтте. Ҙур тулҡынланыу менән көтөлгән конкурстың төп еңеүсеһе - Учалы районынан Раян Юнысов! Уға 50 мең һумлыҡ сертификатты Сибай ҡалаһы хакимиәте башлығы Рөстәм Афзалов тапшырҙы. Еңеүсенең остазы - Раил Өмөтбаев. Әйткәндәй, былтырғы еңеүсе лә тап уның командаһынан булғайны.
Төбәктә ҙур уңыш менән барған был проект киләсәктә лә буласаҡ. Тиҙҙән “Урал аръяғы. Балалар тауышы”на ла старт биреләсәк.
"Еңеүемә бик шатмын. Проектта ҡатнашырға Сибайҙа йәшәгән, йырлауымды белгән дуҫым тәҡдим итте. Барыһына ла ҙур рәхмәт! Бигерәк тә смс-тауыш биргәндәргә айырым оло ихтирамымды белдерәм. Өләсәйем менән ҡартатайым да минең менән көйөп-янып ултырҙы, ҡәҙерле кешеләремә лә ҙур рәхмәт!" - тине Учалы егете.
Белеүебеҙсә, Сибайҙа башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусылар араһында “Ирәндек моңо” төбәк-ара йыр конкурсы үтә, ул күптән инде ҡаланың брендына әйләнгән. “Урал аръяғы тауышы” ла Сибайҙың йөҙөн билдәләгән йыр-моң фестиваленә әйләнеп бара.
Фотолар Илшат Солтангәрәевтең "Бәйләнештә"ге сәхифәһенән.