Мәскәүҙең Ҙур театры сәхнәһендә Джузеппе Вердиҙың “Аттила” операһының премьераһы үтте. Уны билдәле яҡташыбыҙ Илдар Абдразаҡов ҡуйҙы. Опера Башҡортостан Хөкүмәте ярҙамында Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының Мәскәүҙәге гастролдәре барышында күрһәтелде.
Был мөһим ваҡиғала республика Башлығы Радий Хәбиров та ҡатнашты.
– Спектаклгә күтәренке кәйефтә килдем. Беҙҙең театр труппаһына юғары хөрмәт күрһәтелде. Илебеҙҙең танылған сәхнәһендә сығыш яһау – беҙгә ҡарата оло иғтибарҙың сағылышы, мәҙәни йәмәғәтселектең Башҡортостан артистарының тотҡан урынын, оҫталығын таныуы билдәһе. Тамашаны ҡуйыу өсөн оҙайлы һөйләшеүҙәр, хеҙмәттәшлек алып барылды.
Спектаклде күрһәтергә мөмкинлек биргәндәре өсөн Ҙур театр етәкселегенә рәхмәт. Әлбиттә, беҙ бында йышыраҡ булырға һәм иң яҡшы тамашаларҙы ҡуйырға теләйбеҙ. Рәсәй, донъя сәнғәтенең заман талаптарына яуап биреү өсөн беҙгә әле күп эшләргә кәрәк, – тине Радий Фәрит улы.
Ҙур театрҙа уҙған сара Башҡортостандың тормошо, бай мәҙәниәте һәм ижади ҡеүәте менән ҡыҙыҡһынған тамашасыларҙың, шул иҫәптән яҡташтарыбыҙҙың осрашыу кисәһенә лә әйләнде. Килгән ҡунаҡтар араһында федераль власть органы вәкилдәре, депутаттар, артистар, спортсылар, йәмәғәт эшмәкәрҙәре бар ине.
“Аттила” операһын ҡуйыу ике тапҡыр “Грэмми” премияһына лайыҡ булған Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы, “Алтын битлек” Рәсәй милли театр премияһы лауреаты Илдар Абдразаҡовтың режиссерлыҡ дебютына әйләнде.
Спектаклдә төп партияларҙы Илдар Абдразаҡов, Вероника Джиоева, Василий Ладюк кеүек билдәле опера артистары һәм Өфө труппаһынан солистар Владимир Орфеев, Артур Ҡәйепҡолов, Айҙар Хәйруллин башҡарҙы. Тамашала Башҡорт дәүләт опера һәм балет театрының оркестры, хоры, балеты һәм балалар опера студияһы ҡатнашты.
– Был – беҙҙең театрҙың, бөтә коллективтың ҡаҙанышы. Сығыш яһаған оркестрға, костюмдар, матур декорация өсөн ҡуйыусы төркөмгә рәхмәт. Республика етәкселеге булышлыҡ итмәһә, быларҙың береһе лә булмаҫ ине. Радий Фәрит улы, ярҙамығыҙ өсөн рәхмәт, – тип белдерҙе Илдар Абдразаҡов.
Тарихҡа күҙ һалғанда, беҙҙең республика труппаһы Ҙур театр сәхнәһендә 1955 йылда Мәскәүҙә уҙған Башҡорт әҙәбиәте һәм сәнғәте ун көнлөгөндә “Салауат Юлаев” һәм “Торна йыры” операларын ҡуйған. Шулай уҡ былтыр октябрҙә Башҡортостан артистары Мәскәү тамашасыһына “Фауст” операһын тәҡдим итте.