“Салтанат”тың сағыу балҡышы

Йәш бейеүселәр баһалама төркөмө ағзаларын “Эх, күңелле йәш саҡтар!” һәм “Тверские гуляния” бейеүҙәре менән һоҡландырған.

Ошо көндәрҙә Сибай гимназия-интернатының “Салтанат” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле Ырымбур ҡалаһында үткән “Кит” халыҡ-ара конкурсында I дәрәжә лауреат дипломына лайыҡ булды.
Йәш бейеүселәр баһалама төркөмө ағзаларын “Эх, күңелле йәш саҡтар!” һәм “Тверские гуляния” бейеүҙәре менән һоҡландырған. Конкурста Башҡортостандан тик “Салтанат” өлгөлө халыҡ бейеүҙәре ансамбле ҡатнашҡан. Бөтәһе 30-ҙан ашыу коллектив араһында Сибай бейеүселәре һынатмаған.
Ансамблдең етәкселәре - Фәнүзә Мөхәмәтйәнова Һәм Фәйзулла Ғөбәйҙуллин. Әйткәндәй, күптән түгел төркөм үҙенең 10 йыллыҡ юбилейын билдәләне.
Фото: Сибай гимназия-интернаты сайтынан.
Читайте нас