Сорғот ҡалаһындағы билдәле, сағыу һәм талантлы сәхнә йондоҙҙарының береһе, танылған опера йырсыһы, халыҡ-ара конкурстар лауреаты, милләттәшебеҙ Светлана Люпп-Мырҙагәрәева Башҡортостанда, бәрәкәтле Дәүләкән ерендә тыуып үҫкән. Ул оҙаҡ йылдар Сорғот филармонияһында эшләй, “Светилен” хор капеллаһы солистарының береһе. Бынан тыш, Светлана бик күп опера әҫәрҙәре менән дә сығыш яһай, репертуарында – Рәсәй һәм сит ил авторҙарының ижад өлгөләре. Форсат табып, уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.
Өләсәйем Ҙур театрҙа эшләгән
– Кеше өсөн иң мөһиме – уның тамырҙары, булмышы, йәшәйеш көсө алған изге урын. Гәзит уҡыусыларға яҡындарығыҙ, тыуған ерегеҙ хаҡында һөйләһәгеҙ ине.
– Тәүҙә өләсәйем тураһындағы иҫтәлектәрем менән уртаҡлашҡым килә. Сәхибә Мөхәмәтғәли ҡыҙы Хәйруллина Бөйөк Ватан һуғышы йылдарында Мәскәүҙә йәшәгән һәм Ҙур театрҙа Хабицкийҙың милли труппаһы эшендә әүҙем ҡатнашҡан. Труппа һабантуйҙарҙа, төрлө сараларҙа сығыш яһаған. Өләсәйемдең тауышы бик моңло булған һәм ул аһәңлек менән оҙон көйлө башҡорт йырҙарын башҡарған. Уйлауымса, уның ошо һәләте туранан-тура миңә күскәндер. Олатайым Нәжип Хәбиб улы Хәйруллин яу яланынан 1946 йылда ҡайтҡан һәм өләсәйемә өйләнгән. Олатайым, хәрби йылдарҙан башлап, ғүмер буйы шофер булып эшләне. Минең өсөн ул – ҡаһарманлыҡ, һынмаҫ рух өлгөһө. Уға һәр саҡ һоҡланып йәшәнем. Һүҙ әсәйем яғынан булған нәҫел хаҡында бара. Күптән иҫән булмаһалар ҙа, уларға һәр саҡ рәхмәтлемен, күңелемә һалған рухи нигеҙҙәре ҡаҡшамаҫ.
Әсәйем – Мәсетле районынан, атайым Шишмә районында тыуып үҫкән. Уларҙы яҙмыш 1973 йылда, Дәүләкән районының Ташлы-Шәрип ауылында, уңыш йыйыу осоронда осраштырған. В.И. Ленин исемендәге колхозға әсәйемде Өфөнән хеҙмәти командировкаға ебәргәндәр, ә атайым Дәүләкән ауыл хужалығы техникумында шофер булып эшләп йөрөгән. Улар, 1974 йылда ғаилә ҡороп, Дәүләкән районының Ҡаҙанғол ауылына күскән. Икеһе лә ғүмер буйы дәүләт мәнфәғәтенә фиҙакәр хеҙмәт итте, атайым хужалыҡта – шофер, әсәйем бухгалтер-кассир булып эшләне. Атайым райондың иң яҡшы водителе булараҡ танылды. Әсәйем, эшен еренә еткереп башҡарыуҙан тыш, йәмәғәт тормошонда ла әүҙем ҡатнашты. Ул да бик матур йырлай, әммә уның ошо йүнәлеш буйынса белем алыу мөмкинлеге булмаған, шуға ҡарамаҫтан, ғүмер буйы үҙешмәкәр ижади эшмәкәрлек алып барҙы. Йырлай ҙа, бейей ҙә: ауыл мәҙәниәт йортондағы барлыҡ сараларҙың уртаһында ҡайнаны, һабантуйҙар, үҙешмәкәр артистарҙы берләштергән смотрҙар тиһеңме... Хәйер, бәлки, был заман күренештәренең береһелер. Совет осоронда йәштәр бик әүҙем булғанын, ауыл, район тормошонда һәр яҡлап ҡатнашҡанын хәтерләйем.
– Ә һеҙ музыка буйынса тәүге белемде ҡайҙа алдығыҙ? Тап беренсе педагогтар ғүмер юлын билдәләгән йүнәлеште һайларға ярҙам итте, тип әйтә алаһығыҙмы?
– Тормошомда баһалап бөткөһөҙ ҙур роль уйнаған уҡытыусыларыма рәхмәт һүҙҙәрен еткергем килә. Тәүге белемде Дәүләкән сәнғәт мәктәбендә алдым. Беҙ йәшәгән ҡасабаға Гөлнара Шәфҡәт ҡыҙы Миңлейәрова килә ине. Тап ул, һөнәри һиҙгерлек һәм иғтибар күрһәтеп, музыка донъяһындағы тәүге аҙымдарымды билдәләне, тип әйтергә мөмкин. Ул моң донъяһына һөйөү уятты, нығынып та бөтмәгән бала күңелендә музыканы тойоу һәләтен барлыҡҡа килтерҙе.
Музыка мәктәбен тамамлағас, Өфө сәнғәт училищеһының дирижер-хор бүлегенә уҡырға индем. Вокал буйынса педагогтарым Аэлита Чембарисова, Флүрә Ноғоманова, йырға һәләтемде күреп, бер юлы вокал бүлегендә лә шөғөлләнергә, ике бүлекте бер юлы тамамларға тәҡдим итһә лә, етәкселек быға барманы. Училищенан һуң Өфө дәүләт сәнғәт институтына уҡырға индем. Вокал буйынса белемде Светлана Слягузовала эстәнем. Светлана Әнүәр ҡыҙы, һөнәр оҫтаһы булараҡ, үҙ-үҙемдә ышаныс тыуҙырҙы, вокал техникаһының ҡеүәтен асты. Унан тыш, Гнесиндар исемендәге Рәсәй музыка академияһы уҡытыусылары Марина Кравец, Екатерина Стародубровская менән шөғөлләнергә насип итте. Уларҙың кәңәштәре, ижади юлымды даими күҙәтеп барыуҙары әле лә яуаплылыҡ өҫтәй. Институттың вокал бүлегендә белем алғанда остаздарым Римма Юлдашбаева, Миләүшә Мортазина хәстәрлекле мөнәсәбәте, педагогик ярҙамы менән миңә профессиональ йәһәттән үҫешергә булышлыҡ итте.
Бөйөк пианист булырмын тигәйнем...
– Ә ниңә фәҡәт – опера? Был бала саҡ хыялымы, әллә осраҡлыҡмы?
– Мәктәптә миңә гуманитар фәндәр оҡшай ине. Музыкаға иһә тыуғандан ғашиҡмын: бер самими төшөнсә булып, үҙенә ылыҡтырып торған серле ғәмәл ул. Йыр-моң кәйефемде күтәрә, дәрт-дарман өҫтәй: бала саҡтан йотлоғоп классик әҫәрҙәр тыңларға яраттым, уларҙың аһәңенә һоҡланып, тылсымына бирелә инем.
Бала саҡта фортепианола уйнарға бик хыялландым. Хатта, уйын ҡоралы булмағас, трюмоға китаптар ҡуйып күнекмәләр яһай торғайным. Мин үҙемде бөйөк пианист тип күҙалларға, хыялланырға ярата инем – әсәйем был хаҡта әле лә ҡыҙыҡ итеп һөйләй, хәтерләп көлөшөп алабыҙ. Шул уҡ ваҡытта әсәйем, һиҙгер күңелле кеше булараҡ, хәлде аңғарып, мине музыка мәктәбенә алып барҙы. Артабан унда бик тә уңышлы уҡып киттем, тигәйнем инде.
Опера иһә артабан күңелемде яулаған тормош этаптарының береһе булғандыр. Музыкаға бала саҡтан мөкиббән кеше булараҡ, йырҙар һәм романстар мине үҫкән һайын нығыраҡ арбай барҙы.
– Фәҡәт опера йырсыһы булам тигән инаныу ҡасан нығынды?
– 1994 йылда мин Өфө сәнғәт училищеһының дирижер-хор бүлегенә уҡырға индем. Әйтеүемсә, вокал буйынса педагог Аэлита Чембарисова тәүге көндәрҙән үк миңә вокал буйынса белем алырға кәрәклеген әйтә килде. Тәүге яңғыҙ партияны мин Т. Сәйфуллин исемендәге Башҡорт дәүләт академия хор капеллаһында һынаным: Ф. Пуленктың “Stabat Mater”ын башҡарҙым.
Сорғот ҡалаһына күсеп килгәс, урындағы филармонияла хеҙмәт юлын башланым. “Светилен” хор капеллаһы миңә тәүге ижади мәктәп булды һәм вокаль белем алырға кәрәклегенә нығыраҡ инандырҙы. Ошонан һуң инде Заһир Исмәғилев исемендәге Өфө дәүләт сәнғәт институтының вокал бүлегенә уҡырға индем.
Сорғот филармонияһында эшләп йөрөүемә лә 17 йыл тулып үтте. Уның солисы булараҡ сығыш яһайым, хор капеллаһында йырлайым, яңғыҙ партияларҙы башҡарам. Беҙҙең симфоник оркестр оҙатыуында ойошторолған ҙур концерттар һәр саҡ аншлаг менән үтә.
2014 йылда, һөнәри аттестация үткәндән һуң, миңә “сәхнәнең әйҙәүсе оҫтаһы” тигән квалификация бирҙеләр. Һис шикһеҙ, был һөнәри оҫталыҡты үҫтереү, артабан камиллашыу өсөн ҙур аҙым булды, яңы мөмкинлектәр асты.
– Ижади биографияғыҙҙа ниндәйҙер хәл-ваҡиғаны айырым билдәләп үтә алаһығыҙмы?
– Әлегә иң ҙур ҡаҙаныштарым тип халыҡ-ара конкурстарҙа ҡатнашыуымды, еңеүемде атар инем. Уларҙың береһе – Финляндияла, икенсеһе Италияла үтте. Унда төрлө ил артистары ҡатнашты, Ҡытай, Белоруссия, Балтик буйы илдәре йырсыларын ишетергә насип булды. Ошо һәләтле шәхестәр араһында “лауреат” исемен яулап ҡайтыуым эшмәкәрлегемә мәртәбә, үҙемә дәрт-дарман өҫтәне.
– Һеҙ үҙегеҙҙең амплуанан ҡәнәғәтме? Репертуар мөмкинлектәрен, һөнәри көсөргәнеште нисек баһалайһығыҙ?
– Эйе, миңә әлеге репертуар менән бөгөнгө амплуала эшләү бик оҡшай. Икенсе төрлө булыуын күҙ алдына ла килтерә алмайым. Шулай уҡ сығыштарымды башҡорт йырҙары, совет классикаһы, хәрби, балалар темаһына ҡағылышлы йырҙар менән байытам. Төрлө йүнәлештә сығыш яһау миңә йырсы булараҡ камиллашырға ярҙам итә, әммә опера минең өсөн күпкә яҡын һәм үҙ.
– Яратҡан ролдәрегеҙ бармы?
– Минең өсөн иң яҡын ролдәр һәм образдар – Ж. Бизеның “Кармен” операһынан Кармен, К. Сен-Санстың “Самсон и Далила” операһынан Далила, М. Мусоргскийҙың “Хованщина” операһынан Марфа, Н. Римский-Корсаковтың “Батша кәләше” операһынан Любаша.
Камерный музыканы, П. Чайковскийҙың, С. Рахманиновтың әҫәрҙәрен башҡарырға яратам. Хәйер, исемлекте әллә күпме дауам итеп була, әммә, иң мөһиме, был музыканы, моңдо мин бар булмышым менән тоям һәм бар сағылышында тауышым менән тамашасыма еткерә алам.
Күптән түгел миңә яңы проектта ҡатнашырға тәҡдим булды: симфо-рок йүнәлешендә эшләп ҡарау мөмкинлеге, симфоник музыканың заманса яңғырашын күҙаллай ул. Әлбиттә, был симфоник музыка туранан-тура рок менән ҡатнаша тигәнде аңлатмай. Шулай ҙа синтез ифрат ҡыҙыҡлы килеп сыға һәм төрлө коллективтар уны төрлө программаларҙа уңышлы файҙалана.
– Илебеҙҙең ҡайһы киңлектәрендә сығыш яһанығыҙ? Сит ил тамашасылары нисек ҡабул итте?
– Рәсәйҙең төньяҡ ҡалаларын буйлап сыҡтым: Ханты-Манси, Когалым, Нягань, Сорғот, шулай уҡ туған Өфөм тамашасылары сығыштарымды юғары баһаланы, концерттар уңышлы үтте. Шулай уҡ, үрҙә телгә алғанымса, Финляндия һәм Италия илдәрендә лә булып, сығыш яһап, тәжрибә туплап ҡайттым.
– Сорғот ҡалаһындағы мәҙәни кимәлде нисек баһалайһығыҙ? Нисек кенә булмаһын, ул – сәнәғәт йүнәлешле ҡала. Халыҡ операны үҙ итәме?
– Халыҡ һәр ерҙә, һәр ваҡыт һөнәри оҫталыҡты, профессиональ кимәлде дөрөҫ аңлай һәм баһалай. Сағыу, яҡшы башҡарылған операны ла яратып тыңлай, рухи күтәренкелек кисереп, тағы ла концертҡа килергә маҡсат ҡуйып ҡайта.
Әлбиттә, мин, опера йырсыһы булараҡ, ҡасан да булһа Сорғотта опера театры асылыр тип хыялланам. Шул саҡта инде... Халыҡ ни тиклем классик музыкаға һыуһағанын, операны яратҡанын күрербеҙ.
– Опера башҡарыу, һеҙҙеңсә, тәүге сиратта һәләтме, әллә оло хеҙмәтме?
– Минеңсә, был – оло хеҙмәт. Талантлы булыу ғына аҙ, сөнки һәр кешене Аллаһ Тәғәлә ниндәй ҙә булһа һәләт менән бүләкләй, әммә һөнәри оҫталыҡтың юғары бейеклектәрен яулау өсөн был ғына етмәй, һөҙөмтә булһын өсөн тынғыһыҙ, фиҙакәр хеҙмәт талап ителә. Опера башҡарыу өсөн дә, физик көсөргәнеш менән бер рәттән, бихисап күңел ресурстары, рухи көс-ҡеүәт тә кәрәк, тип иҫәпләйем. Хәйер, был барлыҡ тармаҡтарға ла ҡағыла торған хәҡиҡәт – әгәр ҙә барыһы ла бар булмышын, һәләтен һалып, тырышып хеҙмәт итһә, был донъя күпкә камилыраҡ һәм сағыуыраҡ булыр ине.
Халҡымдың моңдары – илһам сығанағы
– Светлана Айрат ҡыҙы, тыуған яғығыҙ, тарихи тамырҙарығыҙ хаҡында бер ваҡытта ла онотмағанығыҙ, мөмкинлек сыҡҡан һайын Башҡортостанға ҡайтырға, яҡындарығыҙҙы күрергә тырышҡанығыҙ мәғлүм. Төрлө сараларҙа ла әүҙем ҡатнашаһығыҙ, башҡорт моңдарын Сорғот ҡалаһы халҡына еткерәһегеҙ. Был күңел талабымы, илһам сығанағымы, әллә ниндәйҙер һағыш сағылышымы?
– Халыҡ моңдары һәр ваҡыт минең өсөн маяҡ һәм илһам сығанағы булып тора. Ул һайығыу белмәҫ саф һыулы инеш кеүек күңелемде сафландыра, булмышымдың тамырҙарын һутландыра.
Мин урындағы яҡташтар ойошмаһы – Сорғот ҡалаһының Башҡорт милли-мәҙәни автономияһы менән хеҙмәттәшлек итеүемә бик шатмын. Уның етәксеһе Зөлфирә Италмаҫова, үҙешмәкәр “Шатлыҡ” халыҡ бейеүҙәре ансамбле етәксеһе Рияз Байегетов, балетмейстр Лилиә Ғарифуллина хаҡында ыңғай һүҙҙәр генә әйтергә мөмкин, сөнки улар Сорғот башҡорттарын берләштереп кенә ҡалмай, ә һәр ҡайһыһының күңеленә рухи орлоҡ сәсә, милли мәҙәниәтебеҙҙе һаҡларға һәм үҫтерергә ярҙам итә. Улар менән рухташ булыуыма, хеҙмәттәшлек итеүемә шатмын. Атап әйткәндә, был етәкселәр һәр саҡ диалогка асыҡ һәм синтезлы номерҙар булдырыуҙа ярҙам күрһәтә, яңы идеялар менән яна. Бейеү һәм йыр ҡушымтаһы һәр саҡ тамашасыларға оҡшай, сығыш сағыу һәм үҙенсәлекле була. Минең өсөн иһә – үҫеш юлындағы тағы бер баҫҡыс.
Былтыр апрелдә Ханты-Манси автономиялы округы башҡорттарының мәҙәниәт көндәре сиктәрендә Башҡорт дәүләт филармонияһында ҙур концерт программаһы тәҡдим ителде. Сарала Ханты-Манси ҡалаһынан Вера Кондратьева тигән сәхнә оҫтаһы ҡатнашҡайны. Уға русса һәм башҡортса варианты булған йырҙы бергә башҡарырға тәҡдим иттем (тәржемәне яҡташтар ойошмаһының әүҙем ағзаһы, журналист Илиза Мәҡсүтова яһағайны). “Югра – ерем минең” этник номеры Руслан Кәримов исемле ҡурайсы башҡарыуында башҡорт моңдарын, Вера Кондратьева башҡарыуында варган көйөн берләштерҙе. Сығышты зауыҡлыраҡ итеү өсөн Лилиә Айытова күп көс һалды. Һөҙөмтәлә Себерҙәй киң ҡоласлы, башҡорт моңдарынан һуғарылған үҙенсәлекле номер килеп сыҡты. Беҙҙе тамашасы бик йылы ҡабул итте.
Финалдағы “Башҡортостан – изге ерем” йыры ла халыҡ күңеленә хуш килде (Гөлфиә Юнысова һүҙҙәре, Урал Иҙелбаев көйө). Вера Кондратьева менән башҡарған дуэт ҡеүәтле, матур килеп сыҡты. Ғөмүмән, йыр авторҙарына ла ҙур рәхмәт: аһәңле, мәғәнәле әҫәрҙе халыҡ яратып ҡабул итте.
Былтыр июлдә Дәүләкән ерендә үткән Мең ырыуы йыйынында булып, ырыуҙаштарым алдында ла сығыш яһаным. Быйыл Сибай ҡалаһына ижади сәфәргә бармаҡсымын.
Ҡыҫҡаһы, яҙмыш Сорғот тарафтарына алып килһә лә, тамырҙарым Башҡортостанда икәнлеген һәр саҡ тойоп, рухи ҡеүәт алып йәшәйем. Туған телебеҙҙе, моңобоҙҙо һаҡлауҙы хәстәрләүгә, мәҙәниәтебеҙҙе таратыуға ниндәйҙер өлөш индерәм икән – минең өсөн был мәртәбә, күңел талабы, ғорурлыҡ та.