Ҡара Яҡуптың “ҡара алтын” кеүек тарихы бар

Шишмә районында милли рухтағы байрам уҙҙы.

Бөтә донъя фольклориадаһына, әйтерһең, Башҡортостан борон-борондан әҙерләнгән. Эйе, совет осоронда йолаларыбыҙ, көл аҫтына күмелгән күмер һымаҡ, аҫтан баҙлап, ваҡытын көтөп ятҡан. Әммә ул йылдарҙа ла һандыҡ төптәрендәге ҡашмауҙар, түшелдеректәр ҡулға алынып, ейәндәргә нәҙер итеп һалынған, муллалар ҙа балаға исем атаған, никах менән йәрәштергән, һуңғы юлға оҙатҡан – ауылдарҙа башҡорттоң милли асылы тәрән һаҡланған.
Һуңғы йылдарҙа ана шул ҡуҙҙар яңынан терелеп, хәҙер беҙҙә берәй сара милли кейемдәрһеҙ, күргәҙ­мә­ләр­һеҙ, аштарһыҙ, йолаларҙы сәхнә­ләштереүһеҙ үткәне бармы икән? Юҡ.
Фольклориада – ул тәү сиратта, милли асыл байрамы. Рәсәйҙә тап Башҡортостандың ошо сараны уҙға­рыу урыны итеп һайланыуы ла юҡҡа түгел – рух һағында торған башҡорт­тоң йәнтөйәге был! Төрлө милләт­тәрҙең үҙ асылын һаҡлап ҡалған, бәлки, Ер йөҙөндәге берҙән-бер тө­бәктер. Мариҙар, сыуаштар, удмурт­тарҙың үҙ республикаларынан бында килеп милли йолаларын өйрәнеүе тураһында бер бөгөн әйтмәйбеҙ.
Беҙҙә бит тәбиғәт үҙе лә ана шул милли биҙәктәрҙән тора: аҫалы ба­лаҫтай аҡландар, ҡашмау кеүек алтын көҙҙәге урман йөҙө, яугирҙәрҙәй теҙе­лешкән һөңгөлө ҡарағайҙар, кейеҙ төҫлө томанлы күлдәребеҙ... Шуға күрә лә Шишмә районының Ҡара Яҡуп ауылында Бөтә донъя баш­ҡорттары ҡоролтайы тарафынан иғлан ителгән Башҡорт теле йылына, Фольклориадаға арналған сараға килеп инеү менән милли күргәҙмәләрҙе күреп, беҙҙең өсөн ғәҙәти күренешкә әйләнгән ошо ҡомартҡыларға бағып, һоҡланыу, ғорурлыҡ хистәре биләй күңелде. Ә Ҡара Яҡуп – бик боронғо ауылдарҙың береһе ул.

Сара Шишмәләге район мәҙәниәт йорто директоры Салауат Ғилмет­диновтың ҡурай моңдары менән башланып китте. Ул “Урал”ды уйнағанды, ғәҙәттәгесә, бар халыҡ аяғүрә баҫып тыңланы.
Ҡара Яҡуп ауыл биләмәһе хаки­миәте рәйесе, Шишмә районы баш­ҡорттары ҡоролтайы рәйесе урын­баҫары Рәфис Ҡарағолов: “Баш­ҡорт теле йылы ауылдарҙа күптән башланды, әммә бөгөн – рәсми тантана. Башҡорт теле йылын һәр кем үҙенән башларға бурыслы”, – тине.
Ауыл мәктәбенең башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Луиза Яфа­ева үҙ сығышында ошо төбәк ҡотон һаҡлап торған рух илселәре, әүлиәләр хаҡында һөйләне. Бындағы археологик комплекс күптән тарихсы­лар­ҙың, археологтарҙың иғтибарын йәлеп итә. Ҡара Яҡуп археологик комплексы энеолит археологик ҡомартҡылары төркөмөнә һәм беҙҙең эраға тиклемге V – III мең йыллыҡтарға ҡарай, тип иҫәпләнә. Ул ауылдан төньяҡ-көнсығышҡа табан Дим йылғаһының уң ярында урын­лашҡан. Унда тора (таш) һәм ҡәберлек булған.
БДУ уҡытыусыһы Ю. Морозов был изге урынды 1980 йылда килеп аса һәм 1980 – 1982 йылдарҙа, 1984 йылда өйрәнәләр. Нимә генә табылмаған был торала: керамика (геометрик биҙәк һалынған, тешле штамп эҙе ме­нән биҙәлгән түңәрәк төплө йо­мортҡа рәүешендәге һауыттар), таш әйберҙәр (гарпундар, батырғыстар, уҡ башаҡтары һәм һөңгө остары, бысаҡ рәүешендәге пластиналар, бысаҡтар, тишкестәр, ҡырғыстар), таҙа еҙ, шлак. Ҡәберлегендә биш ҡәбер табылған. Мәйеттәр көнбайыш-көнсығыш йүнәлешендә ҡаҙылған ҡәбер соҡорҙарында салҡан ятҡырып, башы менән көнбайышҡа ҡаратып ерләнгән. Ҡәбергә керамика (яға һымаҡ ауыҙлы түңәрәк төплө һа­уыт­тар), йәшел һәүерташтан эшләнгән тамсы формаһындағы 32 сулпы (икәүһенә өйрәк һүрәте төшөрөлгән), ҡабырсыҡтан яһалған муйынсаҡтар, хайуан һөйәктәре һалынған. Өҫкө ҡатламдарҙа тимер быуатҡа ҡараған өс ҡәбер табылған. Ҡомартҡы энеолит — тимер быуат дәүерендә Көньяҡ Уралға халыҡтың күсеп ултырыу этаптарын күрһәтә.
Ҡара Яҡуп археологик комплексы материалдары Археология һәм этнография музейында һаҡлана. Был хаҡта уҡытыусы, өлкән быуын вәкиле Рәүиҙә Иҫәнғолова төбәк тарихы хаҡында һөйләп, ауылға 1136 йыл тулыуын иҫбатлаған документтар барлығын, тик уларҙы туплап, ха­лыҡҡа еткереүҙә ярҙам кәрәклеген дә белдерҙе. Ул: “Беҙгә ауылыбыҙҙың бик боронғо икәнен ҡайтанан иҫкә төшөрөр, ғәм халыҡҡа һөйләр өсөн саралар кәрәк! Нимә эшләй алабыҙ?” – тине. Әлбиттә, был бер көндә генә башҡара торған эш түгел, әммә өйрәнеүгә нигеҙ һалынған ауылдың ҡомартҡылары, уларҙың фәнни нигеҙе тураһындағы конференциялар, ғилми экспедициялар ярҙамында һөҙөмтәгә өлгәшергә була.
Республиканың Ағинәйҙәр хәрәкәте етәксеһе, “Киске Өфө” гәзитенең баш мөхәррире Гөлфиә Янбаева сараға йыйылған халыҡҡа мөрәжәғәт итеп: “Балаларығыҙҙы телебеҙҙән мәхрүм итмәгеҙ. Бәхеткә, тормош асылына төшөнөүҙә иң төп ҡорал, асҡыс – ул туған тел”, – тип кәңәш бирҙе. Гөлфиә Гәрәй ҡыҙы үҙ сығышында Рәсәйҙә үтәсәк ҙур сара – халыҡ иҫәбен алыу кампанияһына иғтибар итергә, ба­лаларға милли булмышын аңлатырға, ата-бабалар тарихын өйрәтергә саҡырҙы. Ул шулай уҡ төбәктә уңыш­лы эшләгән ағинәйҙәргә Рәхмәт хаттары тапшырҙы.
Һәр милли сараға йәш быуынды йәлеп итеү – изге бурысыбыҙ. Хәҙер командировкаға сығыр алдынан, байрамға шәхсән саҡырыу ҡабул итһәм, шунда уҡ һорап ҡуям: “Нисә бала була?” Сөнки бөгөн беҙгә йәш­тәргә, уларҙың быуынына халыҡ, уның хәстәре, ғәме, тарихы тураһында һөйләп ҡалырға кәрәк. Өлкәндәрҙең бер-береһенә хәбәр, тарих һөйләп таралышҡан саранан ни фәтүә? Был ҡар өҫтөнә орлоҡ һибеү менән бер. Мөмкин тиклем һәр сарала мотлаҡ мәктәп уҡыусылары ҡатнашыу зарур. Ҡара Яҡуп балалары башҡа­рыуында “Башҡортостан” тигән йырҙы ишетеү барыһы өсөн дә ҡыуаныс булды. Ана нисек күңелле булды уларҙың йырын тыңлауы!
Ә мәктәп уҡыусыһы Арыҫлан Хәсәнов “Урал батыр” эпосынан өҙөктө бигерәк матур уҡыны: бер ниндәй пафос, ялған өн юҡ, бала үҙе нимәне нисек аңлаған, шул хаҡта һөйләне. Ысын сәсәндәр ҙә бит ҡобайырҙы ойотоп ҡына, күңеленән яйлап һүтеп кенә сығарған. Арыҫ­ландың үҙенең эсендәге Урал батыр һүҙен еткереүе тойолоп торҙо. Афарин, улым! Уға “Башҡортостан” гәзите исеменән китап бүләк иттек.
Шулай уҡ Регина Мөхҡолова ла шиғыр уҡып ишеттерҙе. Ул Баш­ҡортостандың халыҡ шағиры, яҡташы М. Кәримдең әҫәрен ятлаған.
Ҡара Яҡупта белем усағы 1875 йылдың 1 мартында рус-башҡорт башланғыс мәктәбе булараҡ эшләй башлай (земство училищеһы). 1900 – 1917 йылдарҙа мәктәп мөдире булып Арыҫланбәк Әлимғолов эшләй, бында яҡын-тирәләге ауылдарҙан да балалар белем ала. 1910 йылда мәктәптә бер ҡыҙ бала уҡый (Әлимғолова). 1918 йылда земстволар бөтөрөлә, ауыл мәктәбе совет мәктәбе итеп үҙгәртелә һәм 1937 йылдан ете йыллыҡҡа әйләнә. 1970 йылда мәктәп яңы, кирбес бинаға күсә, урта мәктәп итеп үҙгәртелә. 1972 йылда Ҡара Яҡуп урта мәктәбенең тәүге сыға­рылышы була.
Мәктәпкә реконструкция үткәрел­гән, тышҡы яҡтан аҡһыл төҫтәге профнастил менән көпләнгән, урта мәктәп өсөн тейешле матди-техник база, мәктәп яны участкаһы бар.
Бөгөн унда 90 бала белем ала, улар I – IV кластарҙа башҡорт телен туған тел булараҡ өйрәнә, артабан мәктәпте тамамлағансы уны дәүләт теле булараҡ үҙләштерә. Был сәғәттәр генә аҙ, әлбиттә, әммә заман талаптары буйынса, беҙ беләбеҙ, барыһы ла ата-әсәләр, балалар, йәғни башҡорт халҡы вәкиленең һәр береһенең үҙенең ҡулында.
“Гөлнәзирә” башҡорт фольклор ансамбле дәртле йырҙары менән байрамға йәм өҫтәне. Әйткәндәй, төркөм 1998 йылда ойошторолған, ә 2009 йылда уларға “халыҡ ансамбле” исеме бирелгән. Танылған йырсылар Резеда Шәрәфетдинова – үҙе ижад иткән йырҙары менән, Айгөл Ғәзиева башҡорт халыҡ йыры “Зөлхизә”не баш­ҡарып, тамашасыларҙы ҡыуан­дырҙы.
Сараға башҡорт милли кейемдәре оҫтаһы Сәрүәр Аслаева ла килгәйне. Ул ҡатын-ҡыҙҙарға түшелдеректәр, ҡашмауҙар эшләргә өйрәтте. Гүзәл зат­тар, ҡыҙыҡһынып, әҙер туҡымалар­ға үҙҙәренең тәүге мәрйендәрен теҙеп ҡараны.
Ауыл биләмәһе хакимиәте баш­лығынан Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығы икәнен иҫкә төшөрөп, яугирҙәр ха­ҡында һорашабыҙ. “Урындағы баш­ланғыстарға булышлыҡ итеү” прог­рам­маһына ярашлы, бында стела яңыртырға йыйыналар. Шишмә районынан һуғышҡа 11507 кеше киткән, уларҙың 6183-ө хәбәрһеҙ юғалған йәки һәләк булған. Ҡара Яҡуп ауылынан фронтҡа киткәндәрҙән 80 кеше тыуған яҡтарына кире әйләнеп ҡайт­маған. Әйткәндәй, Шишмә райо­нынан 112-се Башҡорт кавалерия дивизия­һына 74 кеше алына. Төбәккә илдең көнбайыш өлкәләренән 2850 кеше эвакуацияланып килә. Ҡара Яҡуп ауылында ла Мәскәү, Ленинград һәм башҡа ҡалалар кешеләре йәшәй. Бөйөк Ватан һуғышы ветераны Әхмәт Кинйәғәле улы Яхин Еңеү парадында ҡатнашҡан.
Ҡара Яҡуп ауылы мәсете 2003 йылда асылған. Боронғо башҡорт ауылында әүәлге замандарҙа ла иман йорто булған, әммә совет осоронда бик күп ғибәҙәтханалар емерелгән кеүек, бында ла ул юҡҡа сығарылған. Ғәфүр Иҫәнғолов, ауылдаштарын ҡыуандырып, был быуатта өр-яңынан мәсет һалған. Изге йорттоң имамы – Өлфәт Аҡтимеров. Ул ошо ауыл билә­мәһенә ҡараған Бабик ауылынан килеп эшләй. Мәсет “Ғәбделғәфур” исемен йөрөтә. Ауылдың ғына түгел, тө­бәк­тең бөтә дини байрамдары ошонда үтә. Ул тәүлек әйләнәһенә асыҡ тора. Ҡара Яҡуп ауыл биләмәһе хакимиәте рәйесе, район баш­ҡорт­тары ҡорол­тайы рәйесе урын­ба­ҫары Рәфис Ҡарағолов әйтеүенсә, халыҡ бында көндөҙ ҙә, кискә ҡарай ҙа, тө­нөн дә килеп доғалар уҡып китә. Ал­лаға шөкөр, бер әйбер ҙә юғалғаны юҡ, ти ауыл кешеләре. Ата-бабалар ҡурсыуы менән, әллә изге әүлиәләр ҡото, әллә милли рух ҡеүәте менән бына шулай.
Шишмә районы.
Читайте нас