“Тормош һынауҙары ижад итергә этәрҙе...”

Комедиялары Башҡортостанда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә егерме йылдан ашыу уңышлы барған автор-әңгәмәсем башҡа ижад кешеләренән зирәклеге, үткерлеге, һиҙгерлеге, ваҡиғалар шауҡымында юғалып ҡалмай, заман менән бергә атлай белеүе һәм тағы ҡапыл ғына эшләнгән ниндәйҙер бер ҡылығы менән айырылып тора, минеңсә.

Комедиялары Башҡортостанда ғына түгел, башҡа төбәктәрҙә лә егерме йылдан ашыу уңышлы барған автор-әңгәмәсем башҡа ижад кешеләренән зирәклеге, үткерлеге, һиҙгерлеге, ваҡиғалар шауҡымында юғалып ҡалмай, заман менән бергә атлай белеүе һәм тағы ҡапыл ғына эшләнгән ниндәйҙер бер ҡылығы менән айырылып тора, минеңсә. Юғиһә ҡасандыр ул үҙенең бер шәлкем юмористик әҫәрҙәренән торған китабын АҠШ-тың шул осорҙағы президенты Клинтонға арнар инеме?! Был ғына етмәгән, автор йыйынтығын Америка башлығына бүләк иткән! Тегенеһе лә, үҙ сиратында, уға рәхмәт һүҙҙәрен яҙып яуап биргән...


Бына ошондай үҙенсәлекле фельетондар авторы, драматург, “Тамаша” мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының баш мөхәррире Сөләймән Латиповҡа күптән түгел “Башҡортостандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән мәртәбәле исем бирелде. Ошо матур уңайҙан уның менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Сөләймән Йәнғәле улы, тормошоғоҙҙағы матур ваҡиға менән ҡотлайбыҙ һәм иң изге теләктәребеҙҙе юллайбыҙ. Ки­ләсәктә лә ижад ҡомарығыҙ һүрелмәһен, тағы яңынан-яңы әҫәрҙәр ижад итергә яҙһын. Һеҙҙе 41 спектакль һәм туғыҙ китап авторы булараҡ беләбеҙ. Һүҙҙе ошо серле лә, мауыҡ­тыр­ғыс та, ҡыҙыҡлы ла драматургия донъяһына нисек ылығып китеүегеҙҙән башлайыҡ әле.

– Бөйөк рус яҙыусыһы Лев Толстойҙың ҡәләм тибрә­теү­селәр тураһында әйтеп ҡалдыр­ған һүҙҙәре бар. Ул ижадҡа ике осраҡта тотоналар тип яҙған. Беренсеһе: кешенең таланты ташып торһа, уй-фекерҙәрен ҡа­ғыҙға төшөрә. Тағы, әҙәм ауыр тормош һынауҙарын үтһә, башҡа­ларға һабаҡ булһын тип әҫәрҙәр яҙыуға тотона. Тәүге осраҡҡа миҫал итеп бөйөк рус шағиры Александр Пушкинды килтерһәк, икенсе төркөмгә бил­дәле яҙыусы Максим Горькийҙы индерергә мөмкин.
Мин үҙемде тәүгеләр иҫәбенә индермәйем, ә бына бала саҡта ауыр тормош юлдарын үтергә тура килде. Әммә яҙыусы булырмын тип күҙ алдына кил­тер­мәгәйнем. Тик шуныһы: бә­лә­кәйҙән шаян, шуҡ инем. Шу­ғалыр юмор һәр саҡ үҙенә тартты һәм мәктәп йылдарында уҡ тап ошо ҡәләм тибрәтергә сәбәпсе булғандыр, тим. Тәүге әҫәрем Бөрйән районының “Таң” гәзитендә донъя күрҙе. Әсәйем Фариза Хөсәйенова, һөйлә­гәндәрен матур итеп яҙып, Самат ағай Ғәбиҙуллинға алып барғайным тәүге яҙмамды. Ул ошо мәҡәләмде матур итеп мө­хәррирләп, баҫтырып сығар­ғайны. Бына ошо ике кеше мине ижадҡа ылыҡтырҙы, тип әйтә алам. Икенсенән, Өфө яҡтарына белем алырға килгәс, юморескалар яҙа башланым. Унда миңә Мартин Иден тигән ҡушамат таҡҡайнылар.
Шулай итеп, фельетондарҙы күпләп яҙа башлағас, Йәркәй Яҡ­шыдәүләтов менән Сабир Шәрипов ағайҙарға алып килә инем. Улар мөхәррирләп матбу­ғат биттәренә даими баҫтырып сығарҙы. Бер мәл Зарема Әхмәт­йәнова апай: “Юморескаларың бик ҡыҙыҡлы. Уларҙа диалогтар уҡымлы итеп бирелә. Ниңә пьеса яҙып ҡарамайһың?” – тине. “Әлләсе, белмәйем”, – тип яуап биргәйнем. Аҙаҡ драма­тур­гияға тотонорға йөрьәт иттем.
Фельетондарға килгәндә, “Һәнәк” журналында Әнғәм Атнабаев, Марат Кәримов, Нур Ғәлимов, Рәдиф Тимершин, “юморескалар, фельетондар яҙырға” тип заданиелар бирә торғайны. Улар ошо жанр нескәлектәрен өйрәтте һәм: “Башта асҡысты тап, аҙаҡ сыбыртҡыны шартлатып ҡуй”, – тип әйтәләр ине.
Шулай итеп, ун йыл фельетон яҙырға өйрәндем. Хәҙер миңә ниндәйҙер бер тема һәм ярты сәғәт ваҡыт бирелһә, матур, халыҡсан телдә фельетон ижад итеү проблема түгел. Тик хәҙер уны яҙыуы түгел, матбуғат биттәрендә баҫтырыуы ҡыйын.
– Ни өсөн шулай?

– Фельетон хәҙер бер кемгә лә кәрәкмәй, сөнки артығын күрәһең һәм яҙаһың. Шулай итеп, бер заман ике әбей, гәзиттә баҫылып сыҡҡан яҙмала­рым­дың береһен тотоп, Өфөнөң Цюрупа урамында урынлашҡан “Берҙәм Рәсәй” партияһының Башҡортостандағы бүлексәһенә барған да: “Ниңә һеҙ Прохо­ров­ҡа көрсөк һылтауы менән ике миллиард доллар биргәнһегеҙ? Ә пенсионерҙарға аҡса түләмәй­һегеҙ? Беҙгә көрсөк ҡағыл­май­мы ни?!” – тип әйткән. “Был мәғлү­мәтте ҡайҙан алдығыҙ?” – тип һорағандар уларҙан. “Бына Сөләймән Латиповтың фельетонында яҙылған. Про­хоровҡа аҡсаны ҡайҙандыр тап­ҡанһығыҙ бит? Беҙгә лә бире­геҙ”, – тигәндәр. Дәлилдәргә тая­нып яҙылғайны мәҡәлә. Ул ваҡытта һәр фельетон тикше­релә һәм уның буйынса сара күрелә ине. Тик хәҙер ул баҫыла һалмай. Шунан аҙаҡ хатта “Фельетон беҙгә кәрәкме, юҡ­мы?” тигән мәҡәлә яҙғайным.
– Һеҙҙе драматург булараҡ та беләбеҙ...

– Драматургия донъяһына килеп инһәм дә, үҙемде драматург тип иҫәпләмәйем әле, сөнки үҙем яҙырға өйрәндем, берәү ҙә мине был ижад серҙәренә тө­шөндөрмәне. Мәскәү өлкәһенең Руза ҡалаһында булғанда Арон Леонидович Жуховицкий менән танышып, дуҫлашҡайныҡ. Бер мәл ул үҙенә уҡырға саҡырҙы. “Аҡса түләһәң, Мәскәү буйлап театрҙарға йөрөтәм, пьеса яҙыу нескәлектәренә өйрәтәм, сөнки һәләтең, теләгең һәм тырыш­лығың бар”, – тигәйне. Тик финанс көйһөҙлөктәре сәбәпле, беренсе уҡытыусыһыҙ тороп ҡалдым.
– Беренсе пьесағыҙ ҡайҙа сәхнәләштерелде?

– Тәүге әҫәремде Татарс­тан­дағы Ғәлиәскәр Камал исемен­дәге Татар дәүләт академия театрында ҡуйҙылар. Ул бала­ларға арнап яҙылды һәм “Ҡараҡ бесәй” тип атала ине. Икенсе пьесаны М. Ғафури исемендәге Башҡорт дәүләт академия драма театры сәхнәләштерҙе. Ул – “Көнләш, Америка, көнләш!”. Һуң­ғараҡ М. Кәрим исемендәге Милли йәштәр театры – “Амазонка”ны, Башҡорт дәүләт ҡур­саҡ театры “Дуҫ була­йыҡ”ты һәм башҡа ижад усаҡтары әҫәрҙәремде ҡуя башланы. Шулай итеп, пьесаларым таралды.
– Ә һеҙ режиссерҙың интер­претацияһы менән һәр саҡ ризалашаһығыҙмы?

– Был хаҡта бына нимә тип уйлайым: пьесаның авторы – драматург, ә спектаклдеке – режиссер. Мәҫәлән, “Көнләш, Америка, көнләш!” спектаклендә Азат Нәҙерғолов: “Әйҙә, әҫәргә банкет өлөшөн дә индерәйек, сөн­ки халҡыбыҙ ҡунаҡсыл. Улар беҙгә килгән американ­дарҙы һыйларға һәм сәй эсерергә тейеш”, – тине. Ул әйткәндең икенсе көнөнә пьесаның ошо өлө­шөн яҙып алып килдем, йәғни ҡайһы бер ваҡытта режиссер ҙа әҫәргә үҙенең үҙгә­рештәрен индерә. Бының сәбәбе ябай: драматургия донъяһы теоретик булһа, режиссерҙыҡы – ғәмәли. Әгәр ошо ике ижадсы­ның тандемы барлыҡҡа килһә, әҫәр ҙә уңышлы килеп сыға. Мәҫәлән, Эльдар Рязанов менән Эмиль Брагинскийҙы алайыҡ. Улар икәүләшеп әллә күпме әҫәр ижад иткән, кино ҡуйған һәм улар халыҡ һөйөүен яулаған.
– Ә бына режиссер пьеса­ғыҙҙы сәхнәләштергәндә һеҙ ошо процеста ҡатна­шаһығыҙмы?

– Ҡайһы бер драматургтар ҡатнаша, ә мин ҡыҫылмайым. Һәр кемдең – үҙ эше, тип иҫәпләйем.
– Ҡатынығыҙ Хәмдиә Латипованы ла билдәле драматург тип беләбеҙ. Уның менән бергә нисек пьесалар яҙаһығыҙ?

– Ә мин унһыҙ бер нисек тә ижад итә алмайым. Беҙ әҫәрҙе бергәләп ултырып яҙабыҙ. Әле “Йырҙан тыуған мөхәббәт” тигән пьесаны тамашасыларға тәҡдим итергә уйлайбыҙ. Уны ижад итеүҙе Сибайҙағы “Сулпан” театры һорағайны. Аҙағын – 17-се күренеште, йәғни бер битлек әйберҙе яҙғансы ике аҙна ваҡыт үтте. Һәр көн эштән һуң пьеса өҫтөндә эшләй торғас, ошо әҫәрҙе, ниһайәт, тамамланым.
Пьесалағы геройҙарымдың һөйләшеүе, атлауы һәм башҡалар – барыһы ла тормошсан булырға тейеш. Әгәр мин уларға нимәнелер мәжбүри алып барып тығам икән, әҫәр килеп сыҡмаясаҡ. Улар юҡ тип әйтәсәк, әгәр мин ҡырталашһам, образ уңышлы булмаясаҡ.
– Ниндәйҙер пьесаны яҙыр ал­дынан уның уңышҡа өлгә­шерен, йә, киреһенсә, халыҡта артыҡ ҡыҙыҡһыныу уятмая­сағын алдан һиҙемләйһегеҙме?

– Юҡ, мин яңыраҡ ҡына әйткәйнем инде был хаҡта. Ми­нең 41 пьесам сәхнәлә ҡуйылһа ла, үҙемде драматург итеп тоймайым, сөнки драматургияла мин – яңы аяҡ баҫҡан кеше.
– Заман драматургияһы тура­һында ниндәй фекерҙәр әйтерһегеҙ?

– Был хаҡта тәнҡитселәр күберәк һөйләр, әлбиттә. Мин – ижад кешеһе. Ошо заман, быуын кешеһе булараҡ, ижад донъя­һында үҙемә хас йүнә­лешем бар. Халҡымдың ғөрөф-ғәҙәттәрен, шаянлығын, юморын һәм рух­лылығын әҫәрҙәремдә сағыл­дырыу аксиома булып ҡала.
– Драматургияға йәштәр киләме?

– Бынан 15 йыл элек М. Кә­рим исемендәге Милли йәш­тәр театрында йыйылышта сығыш яһағанда: “Әгәр драматургияға иғтибарҙы көсәйтмәһәк, 10–15 йылдан ул һүнәсәк”, – тигәйнем. Гонорар мәсьәләһен хәл итмә­һәк, уны арттырмаһаҡ, сөнки һәр хеҙмәт баһаланырға тейеш. Ул – ижад итеү өсөн стимул бит ул.
Йәштәрҙе уҡытырға кәрәк. Заманында Наил Ғәйетбаев етәкселегендә Талҡаҫ күлендә йәш драматургтарҙы уҡытыу семинары ойошторолоп эшләп килде.
– Сөләймән Йәнғәле улы, һеҙ, нигеҙҙә, театрҙар өсөн пьесалар ижад итәһегеҙ. Ә бына фильмдар өсөн сценарийҙар яҙырға уйламайһығыҙмы?

– Тәҡдимдәр булғыланы, заказдар ҙа бар. Тик бына ваҡыт етмәй. Тағы ла әлеге лә баяғы хеҙмәтебеҙ яҡшы итеп баһа­лан­һа, уның өсөн кәрәкле кимәлдә аҡса түләнһә, сценарийҙы яҙыуы ҡыйын түгел. Мәҫәлән, комедиялар ижад итер инем. Рәсәй телевидениеһында күрһәтелгән “Городок” кеүек тапшырыуҙы үҙебеҙҙең Башҡортостан юлдаш телевидениеһында алып барғайным.
– Әйткәндәй, быйыл “Тамаша” журналының юбилейы бит әле...

– Эйе, быйыл беҙҙең “Тамаша” мәҙәниәт һәм сәнғәт журналының донъя күрә башлауына – 25 йыл. Ҡунаҡтарҙы ҡабул итергә әҙербеҙ. Ошо ваҡыт эсендә баҫма 15-се тапҡыр яңы урынлы булды. Беҙ әле уны ипкә килтереү, биҙәү, матурлау эштәре менән мәшғүлбеҙ.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт!
Читайте нас