Үрген ауылы мәҙәниәт йортонда “Гүзәл заттар – тормош биҙәге” тип аталған бәйге ойошторолдо. Байрамдың төп маҡсаты – сәләмәт тормошто пропагандалау, йәш быуынды тәрбиәләү. Әйткәндәй, үргендәр “Айыҡ ауыл” республика конкурсына ла әүҙем ҡушылғайны. Бер урамда ғүмер итеүселәрҙең бер-береһенә теләктәшлеге, туғандарҙың үҙ-ара йылы мөнәсәбәте, быуындар бәйләнеше сағылыш тапты унда. Ә унан алда Бишәй, Йәштәр, Сатра һәм Тибеҙ урамдарында йәшәгән ҡатын-ҡыҙҙар алтышар кешенән торған команда төҙөнө.
Ошо ваҡытҡа ғына хас булған ваҡ-төйәк эштәрҙе башҡарҙы уңғандар. Ҡош-ҡорт һуйыу мәшәҡәттәре, һуғым аштарына йөрөү шатлыҡтары йыш булыуға ҡарамаҫтан, мәҙәниәт усағының тамаша залында алма төшөрлөк тә урын юҡ ине. Сәхнә түрен иһә конкурсанттар яулап алды. Бишәй урамынан “Аҡ сәскәләр” командаһы (капитаны – Зәйтүнә Түләбаева), Йәштәр урамынан “Һөйөклөләр” командаһы (Таңһылыу Янбаева), Сатра урамынан “Бәхетле әсәйҙәр” командаһы (Айгөл Аҡсурина) һәм Тибеҙ урамынан “Йәш килендәр” командаһы (Гөлсөм Сәфәрғәлина) тиҙ арала ярҙамсыларын йыйыуға өлгәште. Һәр команданың зауыҡ менән кейенеүен, үҙ костюмын булдырыуын, үҙенсәлекле девиз, йыр һайлауын билдәләргә кәрәк. Сараны ойоштороусы һәм алып барыусылар – Үрген ауылы ҡатын-ҡыҙҙар советы ағзалары Гөлшат Имелбаева менән Фәрзәнә Аҡсурина барыһын да сәләмләне.
Өс мөғжизә мине әсир алды –
Ерҙең сере бөтә. Күк һайыға.
Төбө күренер бына асылыр ҙа.
Тылсым булып ҡалыр асылында, – тип һоҡлана Мостай Кәрим үҙенең шиғырында. Эйе, тап шулай, тип әйтер инем, сөнки быға тиклем сәхнәлә бер ҙә күренмәгән ҡатын-ҡыҙҙарҙың да сараға йәлеп ителеүе һәм уларҙың тамашасы белмәгән яҡтан асылыуы һәм сағыу сығыштары һоҡландырҙы. Командаларҙың һәр сығышына хөрмәтле жюри ағзалары – Марат Хәлитов, Илдар Йәркәев һәм Әлифә Сөләймәнова ғәҙел баһа бирҙе.
Боҙҙарҙы иретер көсөбөҙ йөрәктә!
Усаҡтар яңыра берҙе тын өрһәк тә! – тип сәмләнде бәйгеселәр.
Һәр береһе нур һибә шул –
Ах, оҫта, алтын ҡулдар! –
тип һоҡландыҡ, команда вәкилдәре тарафынан әҙерләнгән күргәҙмәне ҡарап. Ә улар әҙерләгән аш-һыу! Телдәрҙе йоторлоҡ! Төрлөлөгө, биҙәлеше менән әллә ҡайҙан үҙенә саҡырып торҙо. Аш-һыу, ҡул эштәре күргәҙмәһендә сарала ҡатнашыусыларҙың уңғанлығы, оҫталығы асылды. Сер түгел, өй эсендәге тәртип, зауыҡ, аш табыны хужабикәнең бөтмөр, тәрбиәле булыуына бәйле. “Юҡты бар итә” йәки “Ҡар өҫтөндә ҡаҙан ҡайната”, тиҙәр ундайҙар хаҡында. Сәхнә түрендәге апай-еңгәйҙәр, үҙҙәренең хужабикәлек серҙәре менән дә уртаҡлашып, күргәҙмәләре менән таныштырҙы.
“Кейеменә ҡарап ҡаршы алалар”, ти халыҡ әйтеме. Ысынлап та, ғалимдар иҫбат иткән, кеше тураһындағы тәүге фекер 85 процент кейемгә ҡарап тыуа икән. Тимәк, зауыҡлы, килешле кейем һайлай белеү тормошта бик мөһим. “Ағас күрке – япраҡ, әҙәм күрке – сепрәк”, тибеҙ. Мода күрһәтеү һәм уны яҡлау конкурсында ҡыҙҙарыбыҙ ябай ғына кейемде лә зауыҡлы итеп күрһәтеү серҙәренә өйрәтте.
“Айыҡ ауыл” конкурсына бәйләп әҙерләнгән сәхнәләштереүҙәр ҙә тамашасыларҙың күңеленә хуш килде. Ҡатын-ҡыҙҙар вәғәздәр һөйләне, тормоштан фәһемле миҫалдар килтерҙе һәм уларҙы хәҙистәр менән нығытып ҡуйҙы.
Артабан улар йәрәбә буйынса башҡорт халҡының тормошо, көнкүреше, ышаныуҙары сағылыш тапҡан, сослоҡто, нәфислекте, егәрлелекте, эшсәнлекте һынландырған һәм шаянлыҡты күрһәткән күмәк бейеүҙәр башҡарҙы.
Иң ҙур һәйкәл ерҙә – ҡатын һыны.
Кемдәргәлер хатта йәр ҙә ул.
Кешелеккә йәшәү көсө биргән
Иптәш тә ул, дуҫ та, пар ҙа ул, –
тип йырланы конкурсанттар.
Һәр конкурс бейеү-йыр менән үрелеп барҙы.
Ярыш-кисәлә ҡатнашҡан һәр кем бүләктәр, Маҡтау грамоталары менән бүләкләнде. Сара дәртле “Күләгә” бейеүе һәм күстәнәстәр ҡуйылған сәй табыны менән тамамланды.
Һаҡлайым өй йәмен, үҫә балам.
Донъяға мин бирәм тик изгелек,
Донъяға мин тик яратып бағам,
тип таралышты байрамда ҡатнашыусылар.