Татлы хыялдарға бирелеп киткеләне, килгәндән бирле Ғаян ҡойған һауыттарҙы бер-бер артлы түңкәреү ҙә үҙенекен итте: башы еңелсә әйләнә, тәне йомшарып, еңеләйеп киткән кеүек, быуындары ла ойой... Шулай ултырған еренән Тамъян артына йығылып йоҡлап киткәнен һиҙмәй ҙә ҡалды. Табындағылар уның бөгөнгө ҡыланышын бөтөнләй көтмәгәйне, барыһы ла аптырашты: шым ғына йөрөгән, кеше менән артыҡ аралашмаған, иркә Тамъян бөгөн килеп барыһын да уҙҙырып ултырасы, бына һиңә мә! Быға тиклем уның насар ҡылыҡтарҙан азат булыуында класташтарҙың шиге булмағайны, ләкин улар егеттең йоҡоһон бүлергә баҙнат итмәне, түшенән гитараһын ғына алып ситкә ҡуйҙылар ҙа үҙ алдарына ултырыуын белделәр. Сихри төн, усаҡ, йондоҙҙар, яҡты хыялдар – барыһы ла әүәлгесә, тик Тамъян ғына был түңәрәктән ситтә...
Аҙмы-күпме ваҡыт үткәндер, тамағы кибеп, Тамъян ятҡан еренән ғырылдап килеп торҙо. Табын тирәһендә халыҡ һирәгәйгән, күптәр парланышып ситкәрәк шылған. Машиналар эргәһендә үҙе кеүек “ауған” бер нисә егетте шәйләне ул. Ә иң сәменә тейгәне ҡаршыһында Зөһрәнең ултырыуы ине. Урынынан ҡымшанмаған да тиерһең, һаман да шунда ултыра.
Өҫтәүенә эргәһенә уҡыу алдынғыһы, миҙалсы Йәмил ултырған да шым ғына Тамъяндың гитараһын сиртә. Егеттең быға тиклем бер ҡасан да уның гитарала уйнағанын ишеткәне лә, күргәне лә булманы. Ул ғына ла түгел, уйлап та бирмәне. Ә ул апаруҡ ҡына килештереп сиртә, хатта Тамъяндан бер ҙә генә кәм түгел. Ярай, быныһы “черт с ним”, Зөһрәнең күҙен дә алмай Йәмилгә текләүе, ара-тирә йылмайып ебәреүе оторо ярһытты Тамъянды. Хатта уларҙың араһы яҡынайғандан-яҡыная кеүек, Зөһрә Йәмилгә ҡарай шыла биреп ултыра төҫлө тойолдо уға. Ул үҙенең барлығын онотҡан йәштәргә: “Мин торҙом, ҡайҙа таралыштығыҙ?” – тигәндәй, тамаҡ ҡырҙы, тәмәкеһен тоҡандырҙы ла Йәмил менән Зөһрәгә яҡынланы. Улар ҙа быны күрмәне түгел, күрҙе, тик Йәмил уйнауынан туҡтаманы. Тамъян был икәү эргәһенә килеп сүгәләне, тартып бөткән төпсөгөн сиртеп осорҙо ла һүҙ башланы:
– Йә, алтын малай, мыҫҡыл итеп ултырмасы минең ҡоралды. Нимәнелер алыр алдынан башта хужаһынан һорарға кәрәк, тип өйрәтмәнеләрме әллә һине, вундеркинд? – тип тә өҫтәне. Уның был ҡылығын аңламаған Йәмил:
– Ни бит, Тамъян, үҙең йоҡлап киттең дә, бер аҙ уйнап ҡарарға тип алып ҡына торғайным. Үпкәләрһең тип уйламаным, – тине.
– Һаулығың ҡаҡшар, бәлки, бер нисә тешеңдән дә ҡолаҡ ҡағырһың тип тә уйламаныңмы? – Тамъян үҙе лә һиҙмәҫтән ҡыҙҙы. Быны күргән Зөһрә лә һүҙгә ҡушылды:
– Ҡуйсы, Тамъян, улайтма, һинең гитараң икәнен барыһы ла белә, ватмаған-емермәгән бит уны Йәмил, уйнар ҙа кире бирер.
– Ир-ат һөйләшкәндә ҡатын-ҡыҙ ҡушылмай ине элек, һин дә ауыҙыңды асмайыраҡ тор! – көтмәгәндә Тамъян Зөһрәгә лә ҡаты бәрелде.
– Ә һин ҡыҙ кешегә тауыш күтәрмә, Тамъян. – Йәмил, гитараны хужаһына һоноп, Зөһрәне яҡлашырға итте.
– Хәҙер һин мине өйрәтә булаһыңмы, ботан? Миндә эшең булмаһын, нимә теләйем – шуны эшләйем. Кәрәк икән, “галстук” итеп тә кейҙерермен, гитара бар ни ҙә юҡ ни! – Ул үҙенә һонолған музыка ҡоралын ситкә һуғып осорҙо. Тамъяндың башында хәҙер бер генә уй. Зөһрәнең алдында Йәмилдең тетмәһен тетеп, уҡытып, кемдең кемлеген күрһәтергә. Был арала табын тирәһендәге тауышты ишетеп, башҡалар ҙа йыйыла башлағайны.
– Ҡуй, Тамъян, класташ, юҡҡа ҡаңғырмасы! Йә, үҙең берәрҙе моңло итеп йырлап ебәр әле. – Ҡыҙҙар уның ыңғайына килеп тә, алдаштырып та ҡараны. Тик бушҡа ғына. Тамъянды былайтып ҡына тынысландырырлыҡ түгел ине. Ул үҙен тотоп торған егеттәр аша ҡысҡыра, Зөһрәнең генә түгел, эргәлә ҡыҙҙар барлығын да онотоп, теләһә ниндәй һүҙҙәр һөйләп, һаман Йәмилгә ынтыла, уның алҡымынан алмаҡсы итә. Был күренешкә бөтөнләй хәтере ҡалған Зөһрә шым ғына Йәмилде ҡултыҡланы ла алыҫҡараҡ, һыу буйына әйҙәне. Улар артынан йүгерергә тырышҡан Тамъянды егеттәр ебәрмәне, ярһыған гитарист уларға ташланып, уңлы-һуллы тондора башланы. Ҡыҙҙар сырҡылдап ситкә ҡасышты. Шул мәл егеттәр күмәкләп доңҡ итеп ергә ауҙы. Аяуһыҙ алыш бара ине. Ерҙәгеләр, ҙур бер йомғаҡты хәтерләтеп, көрмәкләшә-яғалаша бирҙе, тас-тос йоҙроҡ тауыштары ишетелде лә нисек тиҙ башлағандар, шулай тиҙ генә туҡтанылар ҙа. Күҙ асып йомған арала булды барыһы ла. Аҫта ятҡан Тамъяндың танауы емерелгәс, ярһыуы бер аҙ баҫыла төштө, тик егеттәргә һаман янауынан туҡтаманы. Класташтары, булдымы инде тигәндәй, уға ҡарап торҙолар ҙа ебәрҙеләр. Байрам кәйефе ҡасты. Әммә егеттәр тиҙерәк хатаны төҙәтер өсөн табынға, ҡыҙҙар яғына ҡарай атланы. Тамъян уларға эйәрмәне. Тәмәкеһен тоҡандырҙы ла йыуынырға, өҫ-башын рәткә килтерергә тип йылғаға табан ыңғайланы. Яр башында ултырған Йәмил менән Зөһрә уны күргәс, бер аҙ ҡаушай төштө. Ни тиергә лә белмәй торған ерҙән Йәмил:
– Тамъян, ғәфү ит, былай булырын күҙ алдына ла килтермәгәйнек бит, – тип һүҙ башланы.
Тик Тамъян уға ҡул ғына һелтәне, йәнәһе, кәрәкмәй һинең ғәфү үтенеүең:
– Һеҙ берегеҙ ҙә ни булырын күҙ алдына килтермәйһегеҙ! – Уның тауышы һаман да янаулы ине.
Быны һиҙгән Йәмил өндәшмәне, Зөһрә лә ипләп кенә, “өндәшмә” тигәнде белгертеп, уның беләген ҡыҫты. Ҡул-битен йыуғас, Тамъян машиналар яғына ҡарай атланы. Эстән ул ҡара яна ине. Беренсенән, оҡшатҡан ҡыҙы Зөһрә теге ботан менән, шунан ышан инде хәҙер ҡыҙҙарға! Ошо мәл Тамъяндың күңелендә донъялағы барлыҡ гүзәл заттарға ҡарата асыу ҡатыш нәфрәт тойғоһо уянған кеүек булды. Икенсенән, кемдең кемлеген күрһәтә алмауы эсен тырнай. Бөтә класташ ҡыҙҙарың алдында туҡмалып-тапалып аҫта ятсы әле, өҫтәүенә танауыңдан борҡоп ҡан аҡһын! Нисауа, күрһәтер әле һеҙгә Тамъян үҙенең кемлеген, көнөгөҙ төшөр әле, килерһегеҙ.
Ошондай уйҙар менән ул атаһының “Нива-Шевроле”һына менеп ултырҙы. Шуны ғына көткәндәй, башында ҡапыл ғына бер зәһәр уй тыуҙы. Килтергән әйберҙәр, класташтар ике машинаға һыймай, әйҙә, хитланһындар ҡайта алмай. Йәйәү атларға алыҫ, ауылдан 20 саҡрым самаһы киттеләр. Шунан беленер ҙә Тамъяндың ҡәҙере, тик һуң булыр, терһәк яҡын да, тешләп булмай шул. Яңы планынан бик ҡәнәғәт ул, йылмайып, көҙгөгә ҡараны ла тимер атын ҡабыҙып, газға баҫты.
Артынан сыҡҡан бер-ике класташын шәйләмәне лә, уларҙың: “Ҡайҙа киттең, Тамъян? Әйҙә, беҙҙең эргәгә ултыр, һөйләшербеҙ-аңлашырбыҙ!” – тигәнен ишетмәне лә. Таң атыуға күп ҡалмағайны. Тамъяндың тамағы кибә, башы сатнап ауырта. Етмәһә, танауы ла картуф шикелле күбеп-ҡабарып киткән. Ул салон эсен байҡаны. Әмәлгә ҡалғандай, артҡы ултырғыста бер нисә һауыт һыра ятып ҡалған икән. Тап киноларҙа күргәнсә, һыңар ҡулы менән рулде тотоп, икенсеһе менән артҡа үрелеп, туҡтамай ғына бер һауытты алды ла асып һыра һемерә башланы. Уға ошолай барыу оҡшай ине. Атаһының машинаһы ла шәп шул, елдәй елә генә!
Күпме барғандыр шулай, Тамъян самалай алмай, әммә ҡайһы йүнәлештә барыуын тоҫмалларға тырышҡанда һуң ине инде. Һыра һемереп, үҙ уйҙарына алданып барып юлдан ситкәрәк тайпылғанын абайламағайны ул. Ҡәҙимге тиҙлек менән елгән машина уң яҡ ситкә сығып, юл буйынан аҡҡан ҙур булмаған йылғаның йырынына осто. Был ваҡытта Тамъян бер ни уйларға ла, ҡысҡырырға ла, хатта ыһ та итергә өлгөрмәне. Ҡаты ғына итеп рулгә башы бәрелеү менән иҫен юғалтты...
Аңына килгәндә ул өйөндә ине инде. Эргәһендә баштарын һәлендереп, ғәйепле төҫ менән ата-әсәһе ултыра. Тамъян уларға ҡарамай, улар иһә, үҙ сиратында, улдарынан күҙҙәрен алмай. Был ҡараштарҙан уға эҫеле-һыуыҡлы булып китте, етмәһә, башы түҙеп торғоһоҙ итеп ауырта, хатта икегә ярылып килгән кеүек. Өҫтәүенә, ата-әсәһе һораша башлаһа, ни тип яуап бирер Тамъян? Ул бит бер ни хәтерләмәй. Хәтерләгәне лә урынлы-урынһыҙ, осһоҙ-ҡырыйһыҙ. Улының уйҙарын уҡыған шикелле, әсәһе:
– Борсолма, һине Йәмил машинаһы менән килтерҙе, эргәһендә Зөһрә лә бар ине, – тине. – Врач килеп ҡараны, иҫән-һау ҡалыуыңа аптырай, һынған-сатнаған ерең юҡ, башың ғына ныҡ һуғылған, мейең һелкенмәгән, – тип теҙҙе...
Үткән эштән төш яҡшы, ти халыҡ. Тамъян да ул көндө тиҙерәк оноторға тырышты. Тик ихатала ултырған ватыҡ “Шевроле” һәм эргәһендә йыш ҡына шул металл ҡалдығына текләп торған атаһы ара-тирә егеттең хәтерен яңырта ине.
Мәктәпте тамамлаған йәштәрҙең күбеһе уҡыуын дауам итеү маҡсаты менән ҡалаға китте, һәр төрлө уҡыу йорттарына һынау тотто. Тик Тамъян ғына был хаҡта уйланырға ашыҡманы, сөнки уның киләсәген был юлы ла ата-әсәһе “ҡайғырта” ине. Әсәһе ныҡышып йөрөп, теләнселәп тигәндәй, район үҙәгенән улына нефть техник университетына маҡсатлы йүнәлтмә алып ҡайтты. Был әлеге уҡыу йортона бөтә райондан берҙән-бер генә йүнәлтмә ине, һәм ул “бәхетле” хужаһын тапты. “Бирәм тигән ҡолона сығарып ҡуйыр юлына”, – тип халыҡ белмәй әйтмәгән икән. Йә, Хоҙай, бер килһә, килә икән дә ул уңыш!
Ҡалаға, документтар тапшырырға барыр алдынан, Тамъян барасаҡ уҡыу йортонда атаһының хеҙмәттәше Валераның эшләүе асыҡланды. Был факт иһә, үҙ сиратында, Ғарифты ныҡ һөйөндөрҙө һәм улын уңышлы ғына уҡырға индереп ебәреүенә тағы ла ышаныс өҫтәне. Башланған эш – бөткән эш. Шулай итеп, Ғариф байтаҡ күстәнәстәр тейәп, ҡалаға туп-тура хеҙмәттәше йортона барып төштө, күрешергә, йәнәһе.