Бөгөнгө йома ҡунағы – Башҡортостандың атҡаҙанған артисы, меңдәрсә тамашасының һөйөүен яулаған Милли йәштәр театры актрисаһы, йырсы, иҫ киткес талант эйәһе Гөлшат Ғайсина.
– Гөлшат Риф ҡыҙы, һеҙҙе серле сәнғәт донъяһына алып сыҡҡан оло юл ҡайҙан башлана?
– Мин – Өфө ҡыҙы. Атай-әсәйем дә, олатай-өләсәйҙәрем дә – Өфөнән. Ғаиләлә ике бала буй еткерҙек, Морат ҡустым менән йәш айырмабыҙ – 11 йыл. Әсәйем Альбина Әхкәм ҡыҙы – һөнәре буйынса филолог, ғүмере буйы китапханасы булып эшләне. Атайым Риф Әхмәтсолтан улы инженер ине.
Үҙемде белә-белгәндән бирле актриса булырға хыялландым. Сәнғәткә һөйөү бәләкәйҙән киләлер тим. Атайым гармунда оҫта уйнаһа, әсәйем иҫ киткес моңло тауышлы. Беҙҙең ғаилә Өфөләге бер мәҙәни сараны ла ҡалдырмай торғайны. Башҡорт дәүләт академия драма театрында барған бөтә премьераларҙы ла ҡарап барҙыҡ. Йәй көнө Мәскәү, Ленинград театрҙары гастролгә килһә, минең өсөн ҙур байрамға әйләнә ине.
Кеше алдында үҙен иркен тоторға өйрәнһен тип, әсәйем балалар баҡсаһында иртәлектәрҙә һөйләргә биргән шиғырҙарҙы тасуири итеп башҡарырға өйрәтә торғайны.
Элек беҙ үҫкәндә йәнһүрәттәр күберәк музыкаль форматта булып, изгелек, бер-береңә ярҙам итеү кеүек сифаттарҙы үҫтереү кәрәклеген алға ҡуя ине. Мин дә, ошо йәнһүрәттәрҙәге береһенән-береһе матур йырҙарҙы отоп алып, үҙ алдыма йырларға яраттым. Биш йәшемдә йәнһүрәттәге болоттар тураһындағы йырҙы йырлағанымды иҫләйем.
Бәләкәйҙән “Нефтсе” мәҙәниәт һарайының балалар бейеү студияһында шөғөлләнә башланым.
– Ғәҙәттә, ҡалала тыуғандар туған телендә насар һөйләшә йәки бөтөнләй белмәй. Ә һеҙ сәхнәлә генә түгел, тормошта ла саф башҡортса аралашаһығыҙ...
– Ғаиләбеҙҙә башҡортса аралашыу ғәҙәткә ингәйне, шуға күрә туған телгә ҡарата ихтирам миңә бәләкәйҙән һалынды. Тиҫтерҙәрем менән дә туған телдә һөйләшергә тартынманым. Өфөләге Фатима Мостафина исемендәге 20-се ҡала башҡорт гимназияһында белем алдым. Бер үк ваҡытта 4-се музыка мәктәбендә фортепиано буйынса уҡыным.
Мәктәп кимәлендәге төрлө кисәләрҙе алып барыуҙы йыш йөкмәттеләр. Сәхнәлә Рәми Ғарипов, Мостай Кәрим, Назар Нәжмиҙең шиғырҙарын яттан һөйләй торғайным. Яҙыусыларҙың Башҡорт дәүләт филармонияһында үткән ижад кисәләрендә лә мәктәп исеменән йыш сығыш яһаным. Сәнғәт институтына барырға теләүемде әйткәс, башҡорт теле һәм әҙәбиәте уҡытыусыһы Гөлкәй Ҡужина, һин мотлаҡ актриса булырға тейешһең, тип хыялымды хуплап, тағы ла дәртләндереп ебәрҙе.
Шулай, мәктәпте уңышлы ғына тамамлағас, документтарымды сәнғәт институтына тапшырҙым. Ул йылда конкурс ҙур булыуға ҡарамаҫтан, ҡабул итеү имтихандары һынауҙарын үтеп, студент булып киттем. Ғабдулла Ғиләжев етәкселегендәге Сибай башҡорт драма театры өсөн махсус төркөмдә уҡыным.
– Һеҙҙең театр сәнғәтендәге эшмәкәрлегегеҙгә күптән түгел 25 йыл тулды, тимәк, студент саҡта уҡ ҙур сәхнәгә сыҡҡанһығыҙ...
– Эйе, 2-се курста уҡығанда ҡышҡы сессияла Мостай Кәримдең әҫәрҙәренән өҙөк күрһәтеп, имтихан бирә инек. Һынауҙар алдынан курс етәксеһе Ғабдулла Ғиләжев беҙгә Сибайҙан Арыҫлан Мөбәрәков исемендәге театрҙан абруйлы ҡунаҡтар килеүен белдерҙе. Беҙ әхирәтем менән “Ай тотолған төндә” драмаһынан Зөбәржәт һәм Шәфәҡ сәхнәһен күрһәттек. Әммә был ябай ғына имтихан булмаған икән. Ул йылда Сибай театры Заһир Исмәғилевтең Баязит Бикбай либреттоһына яҙылған “Ҡоҙаса” музыкаль комедияһын әҙерләй башлай. Наза ролен уйнарға тейешле йырсы актриса Алһыу Бәхтиеваның тап ошо мәлдә декрет ялына сығыр ваҡыты етә. Режиссер Дамир Ғәлимов менән Башҡортостандың халыҡ артисы Рәмилә Сәлимгәрәева Өфө сәнғәт институтына төп роль өсөн йырсы актриса эҙләп килгән булған.
Бер нисә кешене тыңлап ҡарағас, Рәмилә Миңлеғәле ҡыҙы, миңә күрһәтеп: “Ошо ҡыҙыл нәски кейгән ҡыҙҙы алып ҡайтабыҙ!” – тине.
Шулай, курсташтарым ҡышҡы каникулға сығып, тыуған яҡтарына таралышты, ә мин 19 йәшемдә беренсе тапҡыр Өфөмдө, тыуған йортомдо оҙаҡ ҡына ваҡытҡа ҡалдырып, Сибайға юлландым һәм тылсымлы театр донъяһына сумдым. Ролде сәхнәгә сығарғансы, күрһәтелгән ышанысты аҡлайым, тамашасының өмөтөн һүндермәйем тип, ныҡ тырыштым: төндәр буйы йоҡламай, роль өҫтөндә эшләй инем. Данлыҡлы театрҙа эшләүсе тәжрибәле остаздарым ҙур ярҙам күрһәтте. 1995 йылдың 15 мартында үҙемдең тәүге ролемде – Назаны уйнаным. Тамашасы комедияны бик йылы ҡабул итте, һәр сығыш һайын зал шығырым тулы ине.
Бер айҙан “Ҡоҙаса” менән Салауат ҡалаһына “Театр яҙы” фестиваленә юлландыҡ. 12 приздың дүртәүһен Сибай театры яуланы.
Институтта белем алған йылдар йәшлегемдең иң күркәм мәле тип хәтеремә уйылған. Хәҙерге күҙлектән сығып ҡарайым да, уҡыу процесына бигерәк тә ваҡытты күп бүлгәнмен, тип уйлайым. Остаздарым бик көслө, талапсан, үҙ һөнәрҙәренең оҫталары ине, шуға күрә уларҙың һәр дәресен көтөп алып, ләззәт табып уҡыным мин.
Диплом яҡлағанда, Островскийҙың “Төшөмлө урын” спектаклен уйнаныҡ, мин унда Полина ролен башҡарҙым. Әҫәрҙә шундай сәхнә бар: төп герой Жадов институтты ҡыҙыл дипломға тамамлай. Спектаклде ҡуйғанда, төркөмдәштәремдең серле генә ҡарашын тойҙом. Баҡтиһәң, режиссер миңә тәғәйенләнгән ҡыҙыл дипломды реквизит итеп алған булған икән.
Тормошта бер ваҡиға ла осраҡлы булмай тиҙәр, Сибай театры менән фестивалдә ҡатнашҡанда, сығышымды күреп, режиссер Азат Нәҙерғолов: “Сәнғәт институтын тамамлағас, беҙгә эшкә килерһең”, – тип тәҡдим яһағайны. Диплом алғас, уның саҡырыуы буйынса, Мостай Кәрим исемендәге Милли йәштәр театрына эшкә килдем.
– Ике тиҫтә йылдан ашыу ошо театр сәхнәһенән төшмәй, ҡырҡтан ашыу роль ижад итеп, меңдәрсә тамашасының һөйөүен яуланығыҙ. Н. Асанбаевтың “Ҡыңғырау сәскә”һендә – Гөлдәр, М. Кәримдең “Ҡыҙ урлау” комедияһында – Йәмилә, “Ташлама утты, Прометей!”ында – Агазия, “Беҙҙең өйҙөң йәме”ндә – Оксана, Т. Ғарипованың “Ғилмияза”һында – Ғилмияза, Т. Миңнуллиндың “Диләфрүзгә дүрт кейәү”ендә – Диләфрүз, Н. Ғәйетбайҙың “Ауылға ҡыҙҙар килде” комедияһында – Ләйсән, М. Буранғоловтың “Башҡорт туйы” романтик драмаһында – йырларға яратҡан шаян Йәмилә, М. Багаевтың “Аҡса булһа бер муҡса...” музыкаль комедияһында Сөмбөлә һәм әллә күпме башҡа сағыу образдарҙы кәүҙәләндерҙегеҙ. Ә уларҙың ҡайһыһы әһәмиәтлерәк, күңелегеҙгә яҡыныраҡ?
– Ул образдарҙың һәр ҡайһыһы ҡәҙерле һәм күңелемә яҡын. Ҡайһы ваҡыт тормошта ла берәй хәл килеп сыҡһа, ә Сөмбөлә йәки Йәмилә, мәҫәлән, минең урынымда нимә эшләр ине икән тигән уй тыуа. Ҡайһы саҡ өйҙә яңғыҙым булғанда, геройҙарымдың йырҙарын йырлап та алам.
– Гөлшат, белеүебеҙсә, һеҙ кино сәнғәтендә лә үҙегеҙҙе һынап ҡарайһығыҙ: “Сөмбөлдөң етенсе йәйе”ндә – Гөлсәриә, “Оҙон-оҙаҡ бала саҡ”та – Мәрәһимдең ҡатыны, “Ел ҡыуыусы”ла – Гөлсараның йәш сағы, “Өс таған”да – Гөлйемеш... Ҡайһы өлкә нығыраҡ оҡшай?
– Театр менән кино – икеһе ике төрлө донъя. Киноға бер тапҡыр төшәһең дә ул мәңгелеккә тарихта ҡала, ә театрҙа һәр сығыш икенсеһенән айырыла, һинең ролеңә ҡараш та, уны башҡарыу ҙа үҙгәргән кеүек. Һәм, әлбиттә, уйнау манераһы ла айырыла.
– Күптәр һеҙҙе моңло йырсы булараҡ та белә. Һеҙ – “Йәшлек йыры”, “Аманат-шоу”, “Актер йыры” конкурстары лауреаты, бер нисә альбомығыҙ ҙа бар. Театрҙан китеп, йырсы булам тигән уй килгәне булдымы?
– Юҡ, бер ҡасан да улай уйламаным, сөнки театр – ул минең булмышым. Театрға бер көн килмәһәм, миңә нимәлер етмәгән кеүек, үҙемә урын тапмайым.
– Театр янында һеҙҙең балалар мюзиклы студияһы ла эшләп килә. Ниндәй маҡсаттан ойошторҙоғоҙ уны?
– Беләһегеҙме, кешенең тормошонда шундай осор етә: үҙе белгәнде башҡаларға өйрәткеһе, бүлешкеһе килә.
2016 йылда асылды студия. Ошо арауыҡ эсендә “Ҡорама һәм болот”, “Бремен музыканттары”, “Мэри Поппинс” тигән спектаклдәрҙе сығарып өлгөрҙөк. Әлеге миҙгелдә “Ҡыҙыл башлыҡ”ты әҙерләйбеҙ. Бөгөн студияла 7-нән 16 йәшкә тиклемге 30 бала шөғөлләнә. Актер оҫталығы, сәхнә теле, вокал дәрестәрен үҙем алып барам, хореография серҙәренә иһә режиссер-хореограф Светлана Әйүпова төшөндөрә. Төрлө балалар шөғөлләнә, араларында бик талантлылар бар, уларҙың күбеһе киләсәктә сәнғәт юлынан китергә хыяллана.Ҡайһы бер ата-әсәләр балаларын күмәк кеше араһында юғалып ҡалмаһын, үҙен иркен тоторға өйрәнһен, асылһын тип килтерә.
Уҡыусыларымдың һәр ҡайһыһын яратам, ихтирам итәм. Элина ҡыҙым элегерәк, ҡайһы ваҡыт мин улар тураһында һөйләй башлаһам, әсәй, мин һине уларҙан көнләшәм, тип тә көлөп әйтә торғайны.
– Элина тигәс, ғаиләгеҙ хаҡында ла бер-ике һүҙ...
– Ҡыҙым 21 йәштә. Францияның Ницца ҡалаһында София Антиполис университетында белем ала. Иҡтисад һәм менеджмент буйынса махсуслаша. Ирем Айрат театрҙа тауыш операторы булып эшләй. Атайым был донъяла юҡ инде, мин икенсе курста уҡығанда мәрхүм булды, шул ғына йыуата: тәүге сығыштарымды күреп, баһалап китте яҡты донъяларҙан. Әсәйем хаҡлы ялда, беҙҙең менән бергә йәшәй. Яҡындарым – төп таянысым, улар һәр саҡ минең тәнҡитселәрем дә, һәр сығышымды күҙәтеп баралар, үҙ фекерҙәрен, теләктәрен еткерәләр.
– Киләсәккә пландарығыҙ ниндәй?
– Театр актрисаһы булараҡ, күп пландарым театр менән бәйле. Яңы ҡыҙыҡлы ролдәрҙә уйнарға хыялланам. Шулай уҡ яңы йырҙар яҙҙырырға теләк бар һәм, Алла бойорһа, көҙгә соло концертым менән тамашасым алдында сығыш яһарға ниәтләйем.
– Тамашасыларға ниндәй теләктәрегеҙ бар?
– Иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә бәхете, имен тормош теләйем. Беҙҙең милләт йырға-моңға бай, мин бының өсөн ғорурланам. Милләттәштәремә, театрға йышыраҡ йөрөгөҙ, тип теләр инем, сөнки саф һәм мөғжизәле донъя ул театр, ул кешене изгелеккә, матурлыҡҡа өндәй.
– Әңгәмә өсөн ҙур рәхмәт.