“Йылы шишмә”, “Әйле”, “Пристань”
Кирбес, цемент, күмер тейәп,
…Йылдар үткән, килдем тағы
Үҫмер саҡты эҙләп йөрөйөм
Нисә көндәр, нисә төндәр инде
Ҡарҙар ҡатыш яуа ямғырҙар,
Ауыр бала саҡтың хәтирәһе
Ҡар-буранда, дауыл-ямғырҙарҙа
Беҙҙең быуын байтаҡ сыланды,
Татыһа ла заман михнәттәрен,
Сыныҡһындар типме әллә яҙмыш
Ямғыр-бурандарҙа ҡалдырҙы,
Яман һуғыш күпме ғүмерҙәрҙе,
Бала саҡты беҙҙең яндырҙы.
Ир-ат – яуҙа, бөтөн ауырлыҡтар
Икмәк тә юҡ, картуфына ҡытлыҡ,
Йән һаҡланы ниндәй көс кенә?
Был тормоштоң ямғыр-бурандары
Гел оҙатып йөрөнө юлдарҙа,
Ярай әле өмөт-тырышлыҡтар
Алып сыҡты яҡты йылдарға.
Яҡтылыҡҡа, яҡшылыҡҡа мохтаж
Гөлдәр инек, гүйә, был ерҙә,
Ғүмер уйы яҙмыш беҙҙән шулай
Аҫты-өҫкә килде донъяларҙың,
Яуап бирсе, яңы тыуған быуат,
…Нисә көндәр, нисә төндәр инде
Ҡарҙар ҡатыш яуа ямғырҙар,
Ауыр бала саҡтың хәтирәһе
Мәңге балҡы, бөйөк Туҡай,
– Телде, моңдо һаҡлағыҙ, – тип
Туҡай йыры – мәңгелек ул,
Хаҡлыҡ даулай бөгөн дә!!!
Урамдарҙан, майҙандарҙан үтә,
Ветерандар, йәштәр теҙелеп,
“Үлемһеҙ полк” мәңге булһын тере,
Юҡ, батырҙар үлмәй, йәшәй улар
Беҙҙең хәтерҙәрҙә гел генә,
Рәсемдәре атлай беҙҙең менән,
Ветерандар оҙаҡ йәшәһендәр,
Был тормоштоң нурлап юлдарын,
Онотмайыҡ, дуҫтар, онотмайыҡ,
Ғәрәсәтле һуғыш йылдарын!
Һыҙлаһа ла, әрнеһә лә йөрәк,
“Үлемһеҙҙәр” бара бер сафта,
Оло рәхмәт һеҙгә, ветерандар,
Рәсемдәр бит балҡый һәр саҡта!
…Бөгөн байрам, ләкин йөҙҙәр моңһоу,
Күп ҡорбандар аша килгән Еңеү,
Тамсы һыуҙың ҡәҙерен беләм,
Дуҫтарҙың мин ҡәҙ(е)рен беләм,
Тыуған ерҙән киткәнбеҙ шул,