Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Апреля 2020, 10:30

Ҡумыҙ, ҡурай, гармун моңдары тынғаны юҡ

Бөгөн – виртуоз ҡумыҙсы Миңлеғәфүр Зәйнетдиновтың тыуған көнө. Үҙҡурсаланыу осоронда ул ғүмер байрамын нисек билдәләй, ниндәй шөғөлдәр менән булыша?

Бөгөн донъяның виртуоз ҡумыҙсыһы, Башҡортостандың халыҡ артисы Миңлеғәфүр Зәйнетдинов тыуған көнөн билдәләй. Беҙ уға ҡотлау сәләмдәребеҙҙе еткереп, үҙ-үҙеңде изоляциялау шарттарында ғүмер байрамын нисек билдәләүе, ниндәй шөғөлдәр менән булышыуы хаҡында ҡыҙыҡһынып мөрәжәғәт иттек.
“Өйҙә генә ултырабыҙ. Тыуған көн уңайынан ҡунаҡ саҡырыу ҙа, ҙур табын ойоштороу ҙа булмаясаҡ. Ғаиләм менән ябай ғына итеп билдәләп үтергә йыйынып йөрөйбөҙ. Әлбиттә, ҡумыҙ, гармун, ҡурай моңдарын яңғыратып алырбыҙ. Улар беҙҙең өйҙә тынғаны ла юҡ.
Ғөмүмән, әлеге хәл-торошто яҡшы тип әйтеп булмаһа ла, беҙ уны ыңғай яҡҡа борорға, файҙаһын күрергә тырышабыҙ. Быға тиклем шәхси эшебеҙҙе яйға һалыу, гастролдәр тип үтә тынғыһыҙ осорҙа йәшәһәк, әле ғаиләгә, балаларға иғтибар артты. Балалар менән уйындар уйнайбыҙ, ғаилә ансамбленең сығыштарын нығытабыҙ. Кеше үҫеүҙән туҡтарға тейеш түгел, шуға күрә бығаса ҡул теймәгән эштәргә – уҡыласаҡ, яҙыласаҡ әйберҙәргә лә тотондом”, – тип хәл-әхүәле менән уртаҡлашты Миңлеғәфүр Миңләхмәт улы.
Ә беҙ уға тыуған көнө менән ҡотлап, иҫәнлек-һаулыҡ, ғаилә именлеге, яңынан-яңы ижади үрҙәр теләйбеҙ!
Фото һәм видео М. Зәйнетдиновтың шәхси архивынан.
Читайте нас