Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
17 Апреля 2020, 19:00

"Милли кейем – ул туған халҡыңа һөйөү билдәһе”

Рус халҡының милли кейеме тарихы хаҡында бөгөн беҙгә Республика милли кейем байрамы сиктәрендә “Красный Яр” рус тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторған онлайн сәғәттә һөйләнеләр.

Рус халҡының милли кейеме тарихы хаҡында бөгөн беҙгә Республика милли кейем байрамы сиктәрендә “Красный Яр” рус тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторған онлайн сәғәттә һөйләнеләр.
Бейеү ансамблдәренең сығыштары, төрлө күргәҙмә материалдары аша беҙ рус милли кейемен күргәнебеҙ бар. Рәсәй Федерацияһының төп халыҡтарының береһе булған рустарҙың күлдәге, ҡыҙҙарҙың башындағы кокошник, сарафан тураһында ишетеп түгел, күреп беләбеҙ. Әммә “Красный Яр” тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре XIX быуат аҙағына, XX быуат башына ҡараған экспонаттар менән таныштырҙы. 25-се Чапаев дивизияһы музейында һаҡланған улар. Онлайн дәрес менән Инстаграм ижтимағи селтәрендә лә танышырға мөмкин: https://www.instagram.com/p/B_FiDXnh8m_/
#КурултайНациональныйКостюм #ҠоролтайМиллиКейем
#МойНациональныйКостюм #МиллиКостюм #КультураБашкирии #НародыБашкирии #НацКостюмЭтоМодно
Фото: "Инстаграм"
Читайте нас