Республикала Башҡортостан Башлығы Радий Хәбировтың Указына ярашлы милли кейем байрамы уҙҙы. Ҡурсаланыу шарттарында был сара барышында төбәктә йәшәгән төрлө халыҡ вәкилдәре онлайн рәүештә милли кейемдәре менән таныштырҙы, дәрестәр бирҙе, милли кейемгә бәйле тарихи сығанаҡтар, ғилми китаптар исемлеген атаны.
Әйткәндәй, республикала уҙған сараға Рәсәй төбәктәрендә йәшәгән башҡорттар ҙа ихлас ҡушылды. Ҡурған, Ырымбур, Силәбе һәм башҡа төбәктәрҙә йәшәгән милләттәштәребеҙ милли кейемдәге фотоларын ижтимағи селтәрҙәргә урынлаштырҙы.
Башҡорт милли кейеменең үҙенсәлеге бар: ул һәр төбәктә үҙенсә, нағыштар, биҙәктәр һәм кейенеү рәүешенең төрлөлөгө менән айырыла. Мәҫәлән, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының кейемендә күберәк традицион ҡыҙыл, зәңгәр, һары һәм ҡара төҫтәр өҫтөнлөк итә. Туймазының “Тамға” ижади берекмәһен күптәр яҡшы белә. Унда башҡорттарҙың матди булмаған мәҙәни байлығын өйрәнеү менән генә түгел, заманса технологиялар ҡулланып, милли нағышлы текстиль продукция етештереү менән дә шөғөлләнәләр. Атап әйткәндә, төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының милли кейемен өйрәнеү менән берекмәнең етәксеһе Зөлфиә Краснова шөғөлләнә. Республика халыҡ ижады үҙәге менән берлектә ул тап төньяҡ-көнбайыш башҡорттарының кейеме хаҡында оҫталыҡ дәрестәре бирҙе.
Сыуаш тарихи-мәҙәни үҙәге белгесе Светлана Матвеева онлайн конференцияла сыуаш халҡы, уларҙың йәшәү рәүеше һәм, әлбиттә, милли кейем үҙенсәлектәре тураһында дәрес бирҙе. Ул төрлө әсбаптарға таянып, китаптарҙан рәсемдәр күрһәтеп, Башҡортостан сыуаштарының милли кейеме ҡайһы төбәктә, ни рәүешле һаҡланыуы, ҡасан кейеүҙәре хаҡында һөйләне
Рус халҡының милли кейеме тарихы хаҡында халыҡҡа Республика милли кейем байрамы сиктәрендә “Красный Яр” рус тарихи-мәҙәни үҙәге ойошторған онлайн сәғәттә һөйләнеләр. Бейеү ансамблдәренең сығыштары, төрлө күргәҙмә материалдары аша рус милли кейемен күргәнебеҙ бар. Рәсәй Федерацияһының төп халыҡтарының береһе булған рустарҙың күлдәге, ҡыҙҙарҙың башындағы кокошник, сарафан тураһында ишетеп түгел, күреп беләбеҙ. Әммә “Красный Яр” тарихи-мәҙәни үҙәге хеҙмәткәрҙәре XIX быуат аҙағына, XX быуат башына ҡараған экспонаттар менән таныштырҙы. Улар 25-се Чапаев дивизияһы музейында һаҡланған.
Милли кейем байрамы, ысын мәғәнәһендә, тарихи сығанаҡтарҙы барлау көнөнә әйләнде. Мәҫәлән, “Темәс” тарихи-мәҙәни үҙәгенең белгесе Айҙар Мәжитов онлайн лекция үткәрҙе. Үҙенең сығышында ул казак мундирының барлыҡҡа килеүе, ундағы һәр милли элементтың үҙенсәлеге тураһында һөйләне.
Сарала йәше лә, ҡарты ла үҙенең милли асылын күрһәтеп ҡалырға тырышты. Мәҫәлән, Ф. Мостафина исемендәге 20-се Өфө ҡалаһы башҡорт гимназияһының 2 "в" класы уҡыусылары байрамға шулай уҡ милли кейемдәге фотолары менән ҡушылды. Етәкселәре Лилиә Кәлимуллина әйтеүенсә, балалар әкиәт, шиғыр һөйләү конкурсында ла ҡатнашырға йыйына.