Билдәле яҙыусы Гүзәл Яхинаның романы буйынса режиссер Егор Анашкин төшөргән “Зөләйха күҙҙәрен аса” фильмы тәүге серияларынан әлеге миҙгелдең (2019 йылдың сентябренән 2020 йылдың апреленә тиклем) иң ныҡ ҡаралған сериалдары рейтингының тәүге баҫҡысын яуланы. Был хаҡта Mediascope мәғлүмәттәренә таянып, “Рәсәй” телеканалының матбуғат хеҙмәте хәбәр итте.
“Зөләйха күҙҙәрен аса” күрһәтелгән мәлдә бәлиғ булған аудиторияның уртаса күрһәткесе 21,1 процент тәшкил итте (сағыштырыу өсөн: уртаса рекорд рейтингы – 7,4 процент).
13 апрелдә, телесериал күрһәтелә башлаған көндә, проекттың тәүге эпизоды бөтә сериалдар араһында иң яҡшы старт күрһәткесенә эйә булды – 21,4 процент. Шулай уҡ 21 апрелгә ҡарата YouTube каналында телесериалдың тәүге биш эпизоды дөйөм алғанда туғыҙ миллиондан ашыу тапҡыр ҡаралған. Рәсми сайтта уны өҫтәмә рәүештә ике миллиондан ашыу тапҡыр ҡарағандар. Был аҙнала “Рәсәй” телеканалы телесериалды күрһәтеүҙе тамамлай.
Әҫәрҙең төп сюжеты ябай татар ҡатыны Зөләйханың ҡатмарлы яҙмышы аша үткән быуаттың 30-сы йылдарындағы золом еле ҡыйратҡан миллионлаған кешеләрҙең еңел булмаған тормошон, шатлыҡ-һағыштарын, ҡыйралыштарын, иң ауыр шарттарҙа ла кеше булып ҡалыу сифаттарын күрһәтеүгә ҡайтып ҡала.