Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
24 Апреля 2020, 09:20

“Беҙ үҙебеҙ башҡорттар...”

Башҡорттар боронғо замандарҙан бирле тарих аренаһында үҙ урынын биләп килә.

Ерҙәре иркен була башҡорттоң, башлыса малсылыҡ менән донъя көткән, кәсеп итеп көн күргән халҡыбыҙ өсөн ерҙәр иркенлеге ғәжәп хәл түгел, ер ябып юшаған аттар, һыйыр, һарыҡ, кәзә малы өсөн көтөүлектәрҙең иркен булыуы зарур.
Шуныһы ла ҡыҙыҡ: әйләнеп сыҡҡыһыҙ майҙанды биләгән башҡорттар ҡайһы саҡ бер-береһенең телен дә аңлап бөт­мәй, әммә төрки сығышлы, төр­ки телендә аралашыусы ырыу­ҙар үҙҙәренең бер халыҡ икән­леген яҡшы аңлай.
ХVII быуатта ғына әле баш­ҡорттар төньяҡтан Исәт йыл­ғаһы, көньяҡтан Яйыҡ, көнсы­ғыштан Тубыл, көньяҡ-көнба­йыштан Кәмәлек, Кәрәлек, Сәҙе, Сәмәрә, көнбайыштан Камаға ҡойған Ыҡ йылғалары сиктә­рендә көн күрә. Тарихи сыға­наҡтарҙа “Башҡорт иле” тигән атама менән йөрөтөлә ул, ә бөгөн иһә был иркен майҙан “Тарихи Башҡортостан” тип атала.
Тора-бара бүтән этник төркөм вәкилдәренең күсенселеге арҡа­һында территориялар наҡыҫая. Шулай ҙа төрки халыҡтарҙың тел төркөмөнә ҡараған башҡорт милләте үҙенең боронғо телен, йола-ғәҙәттәрен, рухи ҡиблаһын һаҡлап ҡала.
Киң майҙандарҙы биләп йәшәгән башҡорттар, әлбиттә, бер-береһенән һөйләштәре менән ярайһы ныҡ айырыла, был хаҡта әйтеп киттем. Ырыу-ырыу общиналарҙа йәшәгән милләттәштәребеҙҙең диалект­тары ла күп һанлы. Билдәле диалектологтар Таһир Баишев (ғалим, күренекле диалектолог, лексиколог, 1886 йылда Өфө губернаһының Златоуст өйә­ҙен­дә тыуған), Нәжибә Мәҡсүтова, Сәриә Миржановаларҙың хеҙ­мәт­тәрендә башҡорт диалект­тарының үҙенсәлегенә ентекле анализ бирелде. Сәриә Миржа­нованың “Северо-западный диалект башкирского языка” исемле хеҙмәтендә ғәйнә һөйләшенең өлгөләре килтерелә:
“Тире иләү. Тирене ачыга салалар. Ачыны арыш ондан ясайлар. Шуңа тирене салып ҡуялар. Житешә башлағас, жөнөн тартып ҡарайлар. Жөнө төшә башласа жуыбеләләр, киптерәләр. Күнгә былса жөнөн сыҙыралар. Шуннан жуасың да тал ҡабығына саласың. Тал ҡабығын иң элек ҡайнатасың. Шунда салып күнгә житкермәк кәрәк. Ике атна йата. Сыйырдан олтан йасыйлар, үгезнеке күн зәәр была...” (Пермь өлкәһе, Барҙы ауылы башҡорто Хужа Хәсәновтан 1975 йылда яҙып алынған).

Әлеге көндә, ишетеүемсә, Башҡортостан ғалимы Искәндәр Сәйетбатталов ғәйнәләрҙең телен тергеҙеү эше менән була, буғай. Шәп булыр ине. Был үҙенсә­лекле башҡорт теле юғалып бөтһә, ә уның татар теле йоғонто­һонда юҡҡа сығыуы бик мөмкин, ҙур хилафлыҡ булыр ине. Был телдә матбуғат булдырыу, әҙәбиәт яҙыу ҙа халҡыбыҙҙың лексикологияһын байытыр ине.
...Бөгөн иһә, бик тарайған сиктәргә ҡыҫырыҡланған баш­ҡорт халҡы, дәүләт ойошторған милләт булараҡ, Рәсәй Федера­цияһында “Башҡортостан Республикаһы” тигән исемен ғорурлыҡ менән йөрөтә. Бүтән милләттәр ҙә күпләп йәшәгән республика ни өсөндөр Баш­ҡорт­остан тип атала икән, тигән мәғәнәһеҙ һүҙ ысҡындырған яҙыусы ла булды, ә Ф. Нефедов (1816–1902) мәғлүмәтле, тарихты яҡшы белгән яҙыусы булараҡ, икенсе фекер яҙып ҡалдырғайны: “Обширный край, в область которого вошли нынешние губернии Оренбургского, Уфимского, половина Самарской и два уезда губерний Вятской, Пермской (Пермь өлкәһендә генә лә 5 өйәҙ –Т.Ғ. ) назывался – да и теперь называется по имени народа, обитавшего здесь уже с давних времен: народ этот башкиры”.*
Сталиндың ерҙәрҙе бүлгесләү сәйәсәте арҡаһында, ХХ быуат­тың тәүге яртыһында бик күп башҡорттар, үкенескә ҡаршы, Башҡорт автономиялы респуб­ли­каһынан ситтә ҡала. Ырымбур, Силәбе, Һарытау, Һамар, Пермь өлкәләрендә үҙҙәренең “Тарихи Башҡортостаны” тер­ри­торияһы сиктәрендә йәшәүенә ҡарамаҫ­тан, рухи-мәҙәни талаптарын ҡәнәғәтләндереү форсатынан айырыла. Дөрөҫ, халҡы­быҙҙың генетик хәтере юға­лырҙан түгел дә, әммә мәктәп­тәрҙә уҡытыу сит телдәрҙә, күп осраҡта татар теленә күсеү сәбәпле, милләттәштәребеҙҙең үҙаңына ят йолалар, сит тел йоғонто яһамай ҡалмай.
Арҙаҡлы тарихсы ғалимыбыҙ Әнүәр Закир улы Әсфәндиә­ровтың “История сел и деревень Башкортостана и сопредельных территорий” тигән баһалап бөткөһөҙ хеҙмәтендә, мәҫәлән, Пермь өлкәһендә бөгөн дә ғүмер иткән башҡорттарҙың ауыл исемдәре атап кителә, ул ғына ла түгел, шул ауыл кешеләренең исемдәре телгә алына (Телгә алынған китап. 580 – 604 б.б.). Ғалим 1834 йылғы VIII рәүиз материалдарына таяна: Йылансы, Уймүж, Федорков, Тонтор­тамаҡ, Иҫкәр, Ҡануҡ, Күҙем­йәр, Аҡбаш, Сыуаш, Ишем, Салҡау, Барҙы, Яңы Бисура, Барҙыбаш, Мостовой, Березник, Яңы Бисура, Ҡаҙмаҡты, Ҡы­ҙылъяр. Етмәһә, ошо ауыл кешеләренең VIII рәүиз теркәгән исемлеге бар икәнен әйткәйнем инде.
1989 йылдағы Бөтә Союз халыҡ иҫәбен алыуҙа Пермь өлкәһендә йәшәгән башҡорт­тарҙың һаны 52306 тип иҫәп­ләнә.

“Ағиҙел” журналының бүлек мөхәррире булып эшләгән осорҙа йыш ҡына Илеш районына барып йөрөнөм, жур­налға яҙылыуҙы ойоштороу маҡсаты менән дә, унан килеп, дуҫым, иртә донъя ҡуйған шағир Ринат Хәйретдиновтың ҡатыны Айһылыу ҙа күңелемә яҡын шәхес булды, ауылдар буйлап осрашыуҙар үткәреүҙә күп ярҙам итте.
Ринаттың тыуған ауылы Үрмәттә шағирҙы иҫкә алыу сараларында ла ҡатнаштым. Үрмәт – башҡорт ауылы. Мине халыҡтың күбеһе татар теллегә әүерелеүе, йыр-моңдары татарса булыуы бик ғәжәпләндерә ине. Ринат Хәйриҙең класташы уҡытыусы Хәлисә башҡорт икәндәрен яҡшы белә ине лә, уның да теле татарса ине шул.
Илеш районының Иҫке Дө­мәй ауылының арҙаҡлы ауыл хужалығы белгесе, Башҡорт­остан дәүләт аграр университеты уҡытыусыһы, ғалим Хажеғәле Яппаров Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә “Беҙҙең шәжәрә. Йылан ырыуы башҡорт­тарының тарихы” исемле китап нәшер итте. Был халыҡ иҫәбен алыу материалдарына таянып, ентекле өйрәнелеп яҙылған хеҙмәт дөмәйҙәрҙең күҙен асҡандыр, тиһегеҙме?! Нисек тә шулай булмаған!
Шул уҡ райондың Шәммәт ауылын ғына алайыҡ. Яңыраҡ ҡына донъя ҡуйған Татарстан­дың халыҡ шағиры, йәмәғәт эшмәкәре Роберт Миңнул­линдың нәҫел шәжәрәһен “Ағиҙел” журналы 1998 йылда баҫтырып сығарҙы. Башҡорт­остандың дәүләт архивы уны Татарстан хөкүмәтенең заказы буйынса төҙөгәйне. Миңнул­линдың атаһы яҡлап та, әсәһе яҡлап та ун быуынында бер генә татар ҙа юҡ.
Әйткәндәй, Ҡыпсаҡ ауылы клубында әҙәбиәт һөйөүселәр менән осрашыуым хәтеремдә. Артымдан уҡ Башҡортостан Яҙыусылар союзына ялыу килеп төшә: “Тамара Ғәниева Ҡып­саҡта милләтсе булып сығыш яһаны”. Илеш районы хаки­миәтенән бер вәкил ялыу итте быны. Ә ул үҙе милли аңын юғалтҡан башҡорт ине.
Йомғаҡлап шуны әйткем килә: Әнүәр Әсфәндиәровтың телгә алынған китабы (китапты яңынан нәшер итеү талабы көн кеүек асыҡ) Башҡортостан ауылдары мәктәптәре директор­ҙарының өҫтәлендә ятһын ине. Әгәр беҙ балаларыбыҙҙың тарихи, генетик хәтерен йәштән үк уятмаһаҡ, 40-50 йылдан һуң милләтебеҙҙе көрсөккә терәтә­сәкбеҙ һәм был мәктәп уҡытыу­сыларының намыҫында була­саҡ. Ата-әсәләргә ышаныс аҙ, бөгөн ата-әсәләр донъя мәшәҡәт­тәренән арына алмай көн күрә. Минең был күрәҙәләүҙәрем тор­мошҡа ашмаҫ, тип инанайыҡ. Иншаллаһ!


_____________


* Нефедов Ф.Д. “Салават, башкирский батыр”.
Читайте нас