Рәсәй Президенты Владимир Путиндың май указы менән раҫланған “Мәҙәниәт” милли проектына ярашлы, Башҡортостандың биш районында күп функциялы күсмә мәҙәни үҙәктәр (автоклубтар) барлыҡҡа киләсәк.
Ошо көндәрҙә тәүге автоклуб Нуриман районының мәҙәниәт учреждениеларына файҙаланыуға тапшырылды.
Нуриман районында 51 ауыл бар, шуларҙың 24-ендә генә клуб эшләй. Район үҙәгенән иң төпкөл ауылға тиклем ара – 60 саҡрымдан ашыу. Яңы автоклуб мәҙәни-ял учреждениелары булмаған биләмәләрҙә концерттар ҡуйыу мөмкинлеген бирәсәк.
“Ябай булмаған шарттарҙа ла “Мәҙәниәт” милли проектын тормошҡа ашырыу дауам итә. Ҡайһы бер төбәктәр балалар сәнғәт мәктәптәре өсөн яңы музыка ҡоралдары алды. Бер нисә аҙна элек кенә автоклуб Калуга өлкәһенә тапшырылғайны, әле иһә – Башҡортостанға. Әйткәндәй, уны республика тәғәйенләнгән ваҡыттан дүрт айға алдараҡ алды”, – тине Рәсәй мәҙәниәт министры урынбаҫары, “Мәҙәниәт” милли проекты администраторы Ольга Ярилова.
Йыл аҙағына тиклем бындай күсмә мәҙәни үҙәктәр Башҡортостандың Баймаҡ, Йылайыр, Ҡариҙел һәм Тәтешле райондарына тапшырыла.
Фото: culture.bashkortostan.ru