Әҙәбиәт һәм мәҙәниәт
30 Апреля 2020, 12:27

“Хыялдарым сағылышы ул – бейеү!”

Әҙәм балаһын илһамландырған ғәмәлдәр бар .

Ул – нәзәкәтлек, нескәлек, зауыҡ өлгөһө. Һомғол һынын тура тотоп, ҙур, ихлас күҙҙәренән нур сәсеп, атлап түгел, осоп ҡына йөрөгәнен дә билдәләмәү мөмкин түгел – бындай сағыу, матур кешеләр, ғөмүмән, айырылып-күренеп тора. Әңгәмәләшеү ҙә үҙе бер ғүмер: Сәлимә ханым йор телле, һәр әйткән һүҙе өсөн яуап биргән уйлы-зиһенле кеше. Әлбиттә, ижадсы, башҡаларҙан айырмалы рәүештә, донъяға бер аҙ башҡасараҡ күҙлектән баға. Хәйер, шулай булмаһа, ул сәхнә түрен биҙәрлек, уға ғына хас эш стилен билдәләрлек хореографик асыштар яһар инеме икән? Сәлимә Әминова менән Ҡазанда, билдәле актриса, арҙаҡлы милләттәшебеҙ Гөлсөм Иҫәнғолованың күркәм юбилейында танышҡайныҡ. Өфөлә тыуып үҫкән гүзәл башҡорт ҡыҙы, билдәле балетмейстер, хореограф һәм режиссер өс тиҫтә йылға яҡын Ғәлиәскәр Камал исемендәге Татар дәүләт академия театрында эшләй, “Татарстандың атҡаҙанған сәнғәт эшмәкәре” тигән маҡтаулы исемгә лайыҡ булған. Әйткәндәй, Сәлимә ханымдың тормош иптәше – Илдус Ғабдрахманов, Татарстандың халыҡ артисы, ижади оҫталығы һәм камил сәхнә пластикаһы менән дан ҡаҙанған сәхнә әһеле. Форсат табып, яҡташыбыҙ менән әңгәмә ҡорҙоҡ.


– Бейеү тураһында мәғлүмәт барлағанда, ошо фекергә юлыҡ­тым: “Бейеүсенең хәрәкәттәре аныҡ, сифатлы һәм уйланылған булырға тейеш. Хореограф менән бейеүсе иһә һәр хәрәкәтте бергәләп эҙләй, мәғәнәһенә төшөнә һәм уны камил халәткә еткерә”. Килешәһегеҙме?

– Хаҡлыҡ бар, һис шикһеҙ! Ғөмүмән, бейеүҙе мөғжизә тип иҫәпләйем: хәрәкәттәр теле менән барлыҡ хис-тойғоно, ки­серештәрҙе, әйтергә теләгәндәрҙе еткереп була. Минең башым – ижади лаборатория, унда туҡ­тау­һыҙ ниндәйҙер уйҙар, күҙал­ауҙар, күренештәр ҡайнай. Ҡай­һы саҡта, күңелгә ятҡан, йөрәк­кә үтеп ингән моң ишетеп ҡалһам, уны шунда уҡ бейеүгә “һала” башлайым (йылмая – авт.). Һөнәремде мөкиббән яратам! Башҡа мөхиттә үҙемде күҙ алдына ла килтермәйем.
– Шул уҡ ваҡытта ҡәҙимге хореография театрҙыҡынан нимә менән айырыла? Бигерәк тә “милли” тигән ҡушымтаһы булғандың?

– Эйе, хеҙмәтемдең төп үҙен­сәлеге – театр артистары менән эшләү. Ә һәр актерҙың үҙенә ге­нә хас пластикаһы бар, минең бурыс – шуны тойоу, һәр ҡай­һыһының тәбиғи үҙенсәлектәрен тулыһынса файҙаланыу, баҙы­ғы­раҡ итеп сәхнәлә сағыл­дырыу.

Ғөмүмән, хореограф менән милли театр хореографы ара­һында айырма ифрат ҙур. Милли мәҙәниәткә, уның тәғәйен ҡанундарына таянған колоритлы театрҙа эшләү билдәле бер талаптарға буйһоноуҙы талап итә. Әммә аныҡ һөҙөмтәләргә өлгәшер өсөн профессионал булыу ғына етмәй, ижади ҡомар, тәбиғәттән бирелгән таһыл, миллилекте милли иткән эске тойомлау ҙа кәрәк. Һәм үҙ эшеңде мөкиббән яратыу мөһим! Үҙемә ҡалһа, Ғәлиәскәр Камал театрында өс тиҫтә йылға яҡын эшләйем һәм бында үҙемде һыуҙағы балыҡтай тоям – коллектив менән бер тулҡындабыҙ, тип әйтә алам.
– Шулай ҙа Өфөлә лә йыш булғанығыҙ мәғлүм.

– Өфө – тыуған ҡалам, бында яҡындарым, дуҫтарым йәшәй. Ошо йылдар эсендә Ҡазан ни тиклем үҙ, яҡын ҡалаға әүерел­мәһен, Өфөмдө лә һағынам, һәр ваҡыт бында ашҡынып, ашы­ғып ҡайтам. Уның урамдарынан йөрөргә, хәтирәләргә бирелергә яратам. Икенсе яҡтан, Ҡазан миңә профессиональ йәһәттән үҫергә мөмкинлек бирҙе, кем белә, бөгөнгө уңыштарыма Өфө­лә өлгәшә алыр инемме? Нисек кенә булмаһын, минең өсөн был ике туған ҡала араһында бер айырма ла юҡ. Беҙҙең театр Өфөлә гастролдәрҙә булғанда, сит сәхнә тойғоһон кисергәнем юҡ – әйтерһең дә, туған театры­быҙға, яҡындарыбыҙ янына ҡайт­ҡанбыҙ. Килеп тә етәбеҙ, ҡәҙимгесә, эшкә лә тотонабыҙ: репетициялар, спектаклдәр, тәжрибә уртаҡлашыуҙар... Ижади мөхит ул – һәр ҡайҙа ла ижади мөхит, “һеҙҙекеләр-беҙҙеке­ләр” тигән төшөнсә юҡ,

профессионалдар, үҙ эшенең оҫталары ғына баһалана.
– Ә Ҡазанға ниндәй яҙмыш елдәре ташланы?

– Атайым әйтеүенсә, мин бала саҡтан бейеүселәрҙең сығы­шын ҡарарға мөкиббән ярат­ҡанмын. Һөнәр һайлағанда шик­ләнеү булманы: 1988 йылда Ҡазан мәҙәниәт һәм сәнғәт инс­титутына уҡырға индем. Педагогтарым шәп булды: ул саҡта классик бейеүҙе Муса Йәлил исемендәге Опера һәм балет театры балеринаһы, билдәле шә­хес Нина Цветкова, халыҡ бе­йеүҙәрен — Качалов театрының бөгөнгө балетмейстеры Сергей Сентябов уҡыта ине. Кафедраға иһә билдәле башҡорт яҙыусыһы Дауыт Юлтыйҙың ҡыҙы, дан­лыҡлы Нинель Юлтыева етәк­селек итте. Студенттар менән бергә беҙ Камал театрында практика үттек. “Бәлки, эшләргә ҡалырға теләүселәр барҙыр?” – тигәстәр, риза булдым. Шул көндәрҙән башлап яҙмышым ошо театрҙан айырылғыһыҙ.
– Дәрт-дарманлы, һәләтле ке­шегә “театр хореографы” ти­гән ҡалыптар ҡамасау­ла­май­мы? Ижадығыҙҙа эксперимент­тарға йә иһә башҡа йүнәлешле ижади майҙансыҡтарҙа көс һынап ҡарауға урын бармы?

– Ваҡытымдың иң ҙур өлө­шөн Камал театрындағы эшем биләһә лә, башҡа коллективтар менән хеҙмәттәшлек итеүҙән баш тартмайым, сөнки эҙлә­неүҙәр, яңы талаптар ҡомарҙы арттыра, үҙенсәлекле ҡарар­ҙарға алып килә. Татарстан, Башҡортостан театрҙа­рында сәхнәләштерелгән бихисап спектаклдәрҙе хореографик йәһәттән биҙәргә, шулай уҡ Төркиәлә лә бер проект буйынса эшләргә насип булды. Шул уҡ ваҡытта күңелемдә туған театрым сәхнәһендә ҡәҙимге ҡа­лыптарҙан йыраҡ торған, ҡыҙыҡлы тамаша сәхнәләш­тереү теләге йәшәй ине.
...Ижадсы Илгиз Зәйниев, бейеүгә ғашиҡ кеше тураһында пьеса яҙырға ине, ә төп ролдә фә­ҡәт Илдус Ғабдрахмановты күрәм, тигәс, күңелдә ошо теләк тағы уянды. 2017 йылда, Илдус­тың юбилейы алдынан, был хаҡта Илгиздең иҫенә тө­шөрҙөк. Һөҙөмтәлә әҫәр яҙылды, ә Радик Барыев уны Камал театрында сәхнәләштерҙе, хореографик йә­һәттән спектаклде мин биҙәнем. Шулай итеп, Илдустың юбилейына бер актлы бик үҙенсәлекле тамаша әҙер булды. Милли театр өсөн был, һис шик­һеҙ, яңылыҡ, сөнки – “Бейеү пәрейе” төрлө хореографик йүнә­лештәрҙең синтезы, милли үҙенсәлектең заман күренештәре менән гармониялы берләшеүе бит ул.
– Һөнәри йәһәттән кумир­ҙарығыҙ бармы?

– Бар һәм улар бихисап. Заманында Борис Эйфман, Морис Бежар, Пина Бауш ҡуйған балеттарға хайран ҡала, һоҡ­лана инем. Хәҙер иһә ижади ағымдар күп, улар менән интернет аша ла танышам, видео­яҙмалар ҡарайым, семинарҙарға йөрөйөм һәм өйрәнәм, яңылыҡ­тарҙы һеңдереп ҡалырға тырышам. Минең өсөн был бик ҡыҙыҡ һәм мөһим. Бейеүҙәр төрөндә – азатлыҡ, төрлө стил­дәрҙе ҡушырға, аралаштырырға була. Мин уҡыған саҡта хореографияла ундай төрлөлөк булманы, булғанын ҡарау мөмкин­леге лә тар ине.
...Ҡазан опера театрында Эйфмандың “Анна Каре­нина”­һын ҡарап тетрәндем. Тамашасылар ҡайтып киткәс тә, залда бер үҙем ҡалып, оҙаҡ аңыма килә алмай, уйҙар солғаны­шында ултырҙым. Нисек бейеү ярҙамында бер ҡатындың ике иргә булған һөйөүен тәрән, ила­һи итеп сағылдырырға мөмкин?
Төрлө театр фестивалдәрен ҡалдырмаҫҡа тырышам, тәүге сиратта һүҙ Шаляпин һәм Нуриев фестивалдәре хаҡында бара. Билдәле театрҙар гастрол­дәренә килгәндә, танылған режиссерҙарҙың ҡыҙыҡлы эштәрен ҡалдырмаҫҡа тырышам, һәләтле артистарҙың сығышына һоҡланам...
– Ә көй мәсьәләһе? Бейеү ҡуйыр өсөн күңел ҡылдарын тибрәтерлек музыка ла булырға тейештер?

– Был – уңышты билдәләгән төп ғәмәлдәрҙең береһе. Әгәр ҙә ниндәйҙер тема миңә оҡшай икән, шунда уҡ сәхнәләш­тереләсәк әҫәргә кем көй яҙыуы менән ҡыҙыҡһынам. Музыка ярҙамында иң ҡыйыу хореографик күҙаллауҙарҙы тор­мошҡа ашырырға мөмкин. Ғөмүмән, номерҙы әҙерләү – оҙаҡ һәм тәрән процесс, шуға фекерләү, ошо ниәт менән йәшәү, уны эстән кисереү һө­ҙөмтәгә йүнәлт­кән төп кисе­рештәрҙең береһе.
Һуңғы йылдарҙа мин Ҡазан­да танылған композитор Элмир Низамов менән хеҙмәт­тәшлек итәм. Ул – иң әүҙем, иң һәләтле, йәш композиторҙарҙың береһе, профессионал. Беҙ уның менән бихисап спектаклдәрҙе биҙәнек. Иң мөһиме – бер тул­ҡындабыҙ: ул минең күҙал­лауҙарҙы тойомлай, мине иһә уның көйҙәре илһамландыра. Илмир – профес­сионал, һәр тәҡдиме сәпкә тейә.
– Кәйеф ҡырылған, күңел төшкән осорҙарҙы нисек үткә­рәһегеҙ?

– Һулаған, тойған, фекер­ләгән, уйланған кеше булараҡ, ундай осорҙар ҙа булмай тормай... Ҡайһы саҡта хатта үҙемде Йыһандың бер тамсыһы кеүек тоям, уға мөрәжәғәт итәм. Йәшәү мәғәнәһен барлаған, “нимәгә һәм ни өсөн?” тигән һорауҙарға яуап эҙләгән осор һәр кемдә лә булалыр ул.
...Бер мәл хатта театрҙан китәм тип ниәтләгән, бушлыҡ тойғоһо кисергән ваҡыт та булды. Алда – билдәһеҙлек. Шул саҡ шылтыраталар: икенсе театрҙа бер проект эшләп ҡарар­ға мөмкинлек бар, теләмәй­һеңме? Бындай пауза ваҡы­тында һәр кемгә кәрәк. Һәр хәлдә лә, бер аҙ туҡтап торған­дан һуң, туған театрымдан да яҡыныраҡ, яҡтыраҡ, йылыраҡ ижади мөхит юҡ икәнлегенә йәнә инандым. Әммә был барлыҡ хыялдарым тормошҡа ашты тигәнде аңлатмай. Кеше ниндәйҙер сикһеҙлеккә ынтылыш, маҡсаттар менән йәшәргә тейеш: тап ошо әҙәм балаһын илһамландыра, алға этәрә, көс һәм дәрт бирә.
Читайте нас