Айҙар Ғәлимов баян уйнап кемде бейетә?

"Ейәнсәрем Сафия менән аралашам, кескәй Самираның көн һайын үҫкәнен күрәм", - ти йырсы.

Башҡортостандың һәм Татарстандың халыҡ артисы Айҙар Ғәлимов карантинда булыуҙың тик ыңғай яҡтарын ғына табырға тырыша.
Йырсы белдереүенсә, уға 30 йыл эсендә тәүге тапҡыр ғаиләһе эргәһендә шул тиклем күп ваҡыт булырға тура килгән. "Ейәнсәрҙәремдең үҫкәнен күрәм. Сафия менән аралашам, хатта баян көйҙәренә бәләкәсемде бейетеп тә алам. Кескәй Самираның көн дә ҙурайғанын күреү - олатай өсөн үҙе ҙур бәхет! Өйҙә булғанда быға тиклем ҡарарға форсат сыҡмаған киноларҙы ҡарайым, легендар футбол, хоккей матчтарын ҡарап сыҡтым. Үҙ йортома күскәндән алып, тәртип урынлаштырырға ла ваҡыт юҡ ине, әле яйы үҙенән-үҙе килеп сыҡты. Быға тиклем күҙгә аҡ-ҡара күренмәй сабылған да сабылған икән. Ниһайәт, туҡтап уйланырға ваҡыт табылды.
Ижадҡа килгәндә, яңынан ҡулға гитара, баян алдым, йырҙарымды барлайым, концерт программаһына үҙгәрештәр индерәм. Инстаграм аша тамашасыларым менән тура бәйләнешкә сыҡтым. Үҙенә күрә ҡыҙыҡлы формат, ҡыҙыҡлы аралашыу тип таптым. Шуныһы ҡыҙыҡ: тура эфирҙа ла концерттағы кеүек арыйһың... Меңәрләгән кеше ҡарағас, энергия ла күп сарыф ителә икән", - ти йырсы. Иң мөһиме: күптәрҙең яратҡан йырсыһы яҡындары янында өйҙә, ижадтан туҡтамай, киләсәктә өр-яңы программалары менән тамашасылар алдында сығыш яһарға йыйына.
Фото: йырсының шәхси сәхифәһенән .
Читайте нас