Мәшһүр йырсы Хәниә Фәрхиҙең ҡыҙы Алһыу үҙенең Инстаграмдағы сәхифәһендә видео ҡуйған.
"Әйҙәгеҙ, бергәләп яратҡан йырыбыҙ "Әлдермеш"те башҡарайыҡ", - тип яҙа ул.
Хитты башҡорт-татар эстрадаһы йондоҙҙары башҡара. Яҙма аҫтында комментарий ҡалдырғандарҙың һәр ҡайһыһы Хәниә Фәрхиҙең алыштырғыһыҙ йондоҙ булғанын билдәләй. Шулай уҡ, уның башҡарыуындағы һәр йыр илаһи әҫәргә әйләнә ине, тип иҫкә алалар.
"Урының ожмахта, рухың шат булһын, ҡәҙерле Хәниә апай", - тип яҙып, әлеге видеоны Инстаграмдағы сәхифәһендә йырсы Айгөл Барыева ла урынлаштырған.
"Әлдермешкә ҡайтам әле" - меңәрләгән кешенең күңелендә, йөрәгендә, телендә яңғыраған йыр! Уның көйө яңғырай башлау менән халыҡ артисы Хәниә Фәрхи күҙ алдына килеп баҫа. Ә бөгөн мәрхүмәнең иҫтәлегенә был хитты сәхнә йондоҙҙары башҡара. Бергәләп йырлайыҡ, дуҫтар!" - тигән йырсы.
"Хәниә ханымдың рухына доға булып барһын! Бик матур килеп сыҡҡан. Иламайынса ҡарап булмай. Йырсыны шулай ҙурлап иҫкә алғандары өсөн ҙур рәхмәт барыһына ла! Тик Хәниә Фәрхи берәү генә... Уны алыштырырлыҡ йондоҙ тағы ҡасан ҡабыныр икән?" - тип яҙа Инстаграмдан файҙаланыусылар.