Иртәнсәк ҡыҙымдың кухняла өләсәһе менән һөйләшкәнен ишетәм:
- Уның “Ҡайындар” тигән йыры ла матур, ивет?
Әһә, Наҙгөл йәнә Элвин Грей, йәғни Радик Юлъяҡшин хаҡында һүҙ ҡуҙғатҡан икән. Алты йәшлек ҡыҙымдың был йырсы тип иҫе китеүен, Республика көнөнә арналған ҙур байрам концертында уның сығышын күрер, “Уфтанма” йырын тыңлар өсөн биш сәғәт һыуыҡта сабыр ғына тороуын иҫләп, йылмайып ҡуйҙым.
Үҙемдең дә “Радик!" тип иҫем китеп йөрөгәндәрем иҫкә төштө. Һигеҙенсе класс, 13 йәштәр тирәһе. Күршенән магнитофон, мәктәптәге таныш малайҙан Юлъяҡшиндың кассетаһын һорап тороп, уны көндәр буйы тыңлауым... Аҙаҡ Сибай ҡалаһына бәйгегә барғанда МР3 дискыһын һатып алып ҡайтҡас, түбәм күккә тейгәнен күрһәгеҙ! Ары тағы ла ҙурыраҡ ҡыуаныс көтә ине: Элвин Грей, ул ваҡытта саҡ-саҡ егермеһе тулып килгән Радик Юлъяҡшин, башҡа башҡорт эстрадаһы йондоҙҙары менән беҙҙең районға концерт ҡуйырға киләсәк!
Әхирәттәрем менән район мәҙәниәт һарайына ваҡытынан күпкә алда барып торҙоҡ, йырсыларҙың фоторәсемдәре менән биҙәлгән билеттарыбыҙҙы һыйпайбыҙ, күҙҙәребеҙ – ишектә. Бер-беребеҙҙең билгә төртәбеҙ: “Ана, ҡара!”
Аппаратура, сумка йөкмәгән “йондоҙҙар” инеп килә, араларында Радик та бар. Өйкөлөшөп торған беҙгә иғтибар ҙа итмәй ары үтә, ә беҙгә шуныһы ла еткән.
Концерттан һуң сәхнә артына илткән ишек янына йүгерәбеҙ – автограф кәрәк. Әммә йырсылар беҙҙән етеҙерәк булып сыға – “ГАЗель” автомобиленә йүгереп сығып ултырырға ла өлгөргәндәр.
Концерттан һуң тышҡы кейемдәребеҙҙе тотоп беҙҙе сабыр ғына көтөп торған ата-әсәйҙәребеҙҙе лә шәйләмәй ул йырсыларҙың арттарынан уҡталабыҙ.
Автобус янына йүгереп килеп тә еттек, бына-бына ябылам тигән ишеккә йомолған Радикты курткаһының капюшонынан һөйрәп төшөрҙөм дә, ручка менән йомарланып бөткән дәфтәр битен һуҙҙым. Ни эшләһендәр инде, йәш сәхнә әһелдәренә ҡағыҙға үҙҙәренең ҡултамғаларын сыймаҡлауҙан башҡа сара ҡалманы.
...Өйгә ҡайтҡас, ағайым бер бәхеттән айҙай балҡыған йөҙөмә, бер таушалған ҡағыҙҙағы беленер-беленмәҫ сыйылған йөрәк ишаратына ҡарап, ихлас көлөп ҡуйҙы. Миңә шул да етә, был ҡағыҙ киҫәген арыу ваҡыт һаҡлап йөрөнөм әле.
Ул мәлдәргә ун йылдан ашыу ваҡыт үтте хәҙер, ә Радик элеккесә ҡыҙҙарҙың башын әйләндереүен дауам итә. Ана, алты йәшлек йәнатары уның һәр сығышын көтөп ала, берәй ҡасан концертына барып, сәхнәгә сығып сәскә һуҙырға хыяллана...