Байрам гөрләп үтәсәк

Ошо ауылға Бөйөк кенәз ҡатыны Елизавета Фёдоровнаның килеүе тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белеп буласаҡ.

Май аҙағында, ғәҙәттәгесә, Башҡортостанда Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәре уҙғарыла. Быйыл, төбәктәге эпидемиологик хәлгә бәйле, республиканың ҡала һәм райондарында ошо байрамға ҡағылышлы саралар онлайн рәүештә ойоштороласаҡ.
Байрамға бағышлап, республика ансамблдәре рус йырҙарын башҡарасаҡ. Фильм-клип “Сәләм” һәм “Россия-24” телеканалдарында, шулай уҡ социаль селтәрҙәрҙә күрһәтеләсәк.
15 майҙан 3 июнгә тиклем шиғыр уҡыусыларҙың “Русь многоликая” онлайн-конкурсы үтәсәк, уны Башҡортостандың Халыҡтар дуҫлығы йорто ойоштора. Тулыраҡ мәғлүмәт менән ойошманың сайтында танышырға мөмкин. 23 майҙа ойошманың рәсми сайтында бихисап виртуаль саралар үтәсәк: IV Республика фольклор, боронғо рус йырҙары байрамдары күрһәтеләсәк, видеороликтар, видеопрезентациялар буласаҡ.

20 – 24 майҙа онлайн тәртиптә “БЕҘ – СЛАВЯНДАР!” VII муниципаль славян мәҙәниәте фестивале үтәсәк, ә 6 июндә, Пушкиндың тыуған көнөндә, бар теләгән кеше онлайн диктант яҙасаҡ.
15 – 25 майҙа Краснокама районы оҫталары хакимиәттең рәсми сайтында һәм урындағы мәҙәниәт бүлегенең социаль селтәрҙәге сәхифәләрендә төрлө йүнәлештәр буйынса оҫталыҡ дәрестәре уҙғарасаҡ.

Сараға Краснокама үҙәк район китапханаһы ла онлайн рәүештә Славян яҙмаһы һәм мәҙәниәте көндәренә ҡушыласаҡ. Уның сайтында тарихи нәфис фильмдар, бәләкәстәргә йәнһүрәттәр ҡарарға мөмкин, шулай уҡ рус яҙмаһы тарихы буйынса интернет-викторинала ҡатнашырға була. 21 майҙа сайтта “Быуаттар аша үткән әлифба” тигән видеолекторий ойоштороласаҡ, ә 23 майҙа әҙәбиәт сәғәте үтәсәк. Был сара #Громкиечтения_проза_стихи флешмобы сигендә ойошторола. Ә 24 майҙа “Кириллицанан электрон китапҡа тиклем” тип аталған виртуаль китап күргәҙмәһе асыласаҡ.
21 майҙа Краснокама тыуған яҡты өйрәнеү музейы сайтында Николо-Берёзовка ауылы тарихы тураһында видеоролик ҡуйыласаҡ, унан тыш ошо ауылға Бөйөк кенәз ҡатыны Елизавета Фёдоровнаның килеүе тураһында ҡыҙыҡлы мәғлүмәттәр белеп буласаҡ.
Николо-Берёзовка ауылының балалар сәнғәт мәктәбе сайтында ҡағыҙ, балсыҡ һәм башҡа материалдарҙан төрлө әйберҙәр эшләү буйынса оҫталыҡ дәрестәре видеояҙмалары ҡуйыласаҡ. 19 майҙа ошо уҡ сайтта “Алфавит. Яҙма тарихына виртуаль экскурсия” сараһы үтәсәк, видеохикәйәләр уҡыласаҡ, балаларҙың ижади эштәре күрһәтеләсәк.
22 майҙа Ҡуян ауылының балалар сәнғәт мәктәбе сайтында уҡытыусыларҙың һәм уҡыусыларҙың онлайн-концерты үтәсәк, оҫталыҡ дәрестәре ойошторолсаҡ.
Фото: eusercontent.com
Читайте нас