"Беҙҙә ишәйеү көтөлә"

Йырсы Ришат Төхвәтуллин ниндәй яңылығы менән уртаҡлашты?

Беҙ Ришат Төхвәтуллинды талантлы йәш йырсы тип беләбеҙ. Ә ул бит үҙ командаһындағылар өсөн етәксе лә.
Ришат үҙен талапсан етәксе тип атай. Командағылар һуңға ҡалһа ла, әрләшәм, тип һөйләгәне хәтерҙә. Уның ауыҙы бешкән ваҡыттары ла булған, мәҫәлән, бер мәл гастролдәр ваҡытында тауыш операторы бер нәмә әйтмәйенсә сығып киткән.

Ришат ошо көндәрҙә бер яңылыҡ менән уртаҡлашты: уларҙың төркөмө ишәйәсәк икән. Шулай итеп, йырсы командаһына бейеүсе егет-ҡыҙҙар, барабансы, бас-гитарист, ут операторы эҙләй. Бының өсөн ватсап номерына анкета һәм видеолар ебәреү һорала.

Тимәк, йырсы беҙҙе тағы ла ҙурыраҡ концерт программалары менән һөйөндөрөргә уйлай.

Кемдең генә Ришат менән эшләгеһе килмәй икән: теләүселәр күп булыр, моғайын.

Фото: Afisha-ufa.ru
Читайте нас