Хозур Һаҡмар йылғаһы һуғарып ятҡан Баймаҡ районының Сыңғыҙ ауылы таланттарға бик бай. Сәнғәт әһелдәре Хөсәйен Әхмәтов, Рәшиҙә Туйсина, Нәбиулла Мөстәҡимов, бер туған Рәмил, Радмир һәм Айнур Туйсиндар шуға асыҡ миҫал.
“Донъя бит ул”, “Ҡәҙереңде белеп бөтөрҙөм микән...”, “Туй йыры”, “Фәрештә” йырҙары менән билдәлелек яулаған Радмир Туйсин төрлө йылдарҙа Баймаҡ, Сибай, Учалы, Өфө ҡалаларында йәшәп алды. Учалы филармонияһына танылыу килтергән йырсыны ошо көндәрҙә был ҡала урамдарында осратҡандар. Кемдер уның тағы ла Учалы районына күсеп ҡайтыуын еткергән. Әгәр ҙә ошо хәбәр ысын булһа, уға ҡыуанырға ғына кәрәк. Талантлы кеше бер ҡасан да юғалып ҡалмай, һәләтлеләрҙе һәр ерҙә лә әйҙүкләп ҡаршылайҙар, ҡуш ҡуллап эшкә алалар.
Талант тигәндән, Радмир Париж улының ижадына күптәр мөкиббән ғашиҡ. Шуларҙың береһе Рәйсә Әхмәтова уның тураһында бына нимәләр яҙған: “Һинең башҡарған йырҙарың күптәрҙең нескә күңел ептәрен тирбәлтә, тулҡынландыра, уйландыра. Йырҙарҙы дөрөҫ һайлауың, көслө моңло тауышың, халыҡсан, профессиональ кимәлдә башҡарыуың тамашасы күңелен арбай, үҙенә тарта. Йыр-моң һөйөүсе Туйсиндар ғаиләһендә тыуып-үҫкән бала булараҡ, һайра ла һайра! Алдағы көндәрең нурлы, барыр юлдарың йырлы булһын, тауҙарҙың бейеген, һаулыҡтың ныҡлыһын теләйем”.
Фото: “Бәйләнештә” социаль селтәренән.