5-8 йәшлек малай кәрәк

Кино Башҡортостандың иң матур урындарында төшөрөләсәк.

Н.С. Михалковтың Кино һәм театраль сәнғәт академияһы Рәсәйҙең Мәҙәниәт министрлығы менән берлектә “Йәшенмәк” альмонахын әҙерләй башлаған.
Фильмдың продюсеры Алина Шакированың белдереүенсә, Башҡортостандың иң матур урындарында төшөрөләсәк кино Әмир Абдразаҡов исемендәге Башҡортостан киностудияһы ярҙамында әҙерләнәсәк.
Ошо фильмда төшөү өсөн яҡынса 5-8 йәшлек, милли ҡиәфәтле, башҡорт телен белгән малай кәрәк. Фото, видео, анкета менән телефон номерығыҙҙы casting.film@inbox.ru почтаһына һалырға мөмкин.
Фото: “Башинформ”.
Читайте нас