Төш тиһәң, төш түгел, өн дә түгел,
Күҙ алдында ғәжәп ғәләмәт:
Ниндәй күренеш был? Арағыҙҙа
Белеүселәр бармы, йәмәғәт?
Көтмәгәндә зәхмәт баҫып алды
Кешеләрҙе, илде, Ер шарын.
Түңкәрелде донъя. Тормош ҡайнай,
Ташлап сығып аҡыл ярҙарын.
Күҙгә күренмәгән яуыз дошман
Ерҙә аңлы йәшәйеште өтөү –
Мәкерлеге уның шул саҡлы.
Халыҡ шаңҡып ҡалды, аңламайса
Баҫҡынсының һуғыш шарттарын;
Беҙҙең өсөн ниндәй ҡорал һайлап,
Билдәләүен ғүмер хаҡтарын.
Дошман яуыз булһа, беҙ – кешеләр,
Уның һымаҡ башһыҙ түгелбеҙ,
Өр-яңы бер көрәш юлы таптыҡ,
Шарт ҡуябыҙ хәҙер үҙебеҙ.
Атакаға тик ул ғына бара,
Беҙ йөрөмәйбеҙ улай этләнеп.
Иң төп көрәшебеҙ – өйҙә ятыу,
Эшкә барыу, хеҙмәт һалыу – өйҙә,
Ашау, эсеү өйҙә – барынса.
Уҡыу, эшләү, дауаланыу – өйҙә,
Өйҙәргә лә бирһен сабырлыҡ.
Бер ҡараһаң, илап-көлөшөрлөк,
Бер уйлаһаң, һуштан яҙырлыҡ.
Хәтәр заман тимәй, ғашиҡ йәндәр
Закон ҡаты: өс-дүрт метрҙан да
Яҡын булмаһын, ти, аралар.
Мәктәп, музей, клуб, стадиондар
Тәүлек буйы хәҙер йоҙаҡта.
Эй, Хоҙайым, был баш етмәҫ хәлдәр
Уйлатһа ла, аңлайбыҙ бит –
Битлек нимә, һәр кеменең –
Битлек кейгән бандит түгел,
Хәҙер битлекһеҙҙәр – битһеҙ,
Тамашалар, мөһим кәңәшмәләр,
Тапшырыуҙар хәҙер – онлайн.
Һуғыш барышынан сводкалар
Зәңгәр экрандарҙа – көн һайын.
Ҡорбандар һәм яралылар күпме,
Әсир алынғандар нисә мең?
Планетабыҙ– яу яланы хәҙер
Нисә көндәр инде, нисә төн.
Хыял етмәҫ тиңһеҙ алыш бара:
Танктар юҡ, бомба шартламай.
Матросовтар, гранаталар тотоп,
Яңы яуҙа ҡораллылар түгел,
Дауалаусы – тәүге сафтарҙа.
Тура килә ҡайсаҡ үҙҙәрен дә
Баш эйәбеҙ, ап-аҡ фәрештәләр,
Һеҙҙең фиҙакәрлек – ғорурлыҡ.
Һоҡландыра һөнәр алғандағы
Антығыҙға булған тоғролоҡ.
Кемдер иген игә, дәрес бирә,
Завод цехтарында ҡайнай эш...
Тажлы вирустарға ҡарап тормай,
Дауам итә тормош-йәшәйеш.
Мәрхәмәтле ҡыҙҙар, ир-егеттәр
Күпме халыҡ – алғы һыҙыҡта.
Бер дошман да ҡаршы тора алмаҫ
Ҡандан килгән беҙҙең ныҡлыҡҡа.
Ғәскәренә күрә – яу башлығы,
Башлығыбыҙ – шөкөр итерлек.
Зәһәр көстәр менән алышҡанда,
Ҡорал булһын беҙҙең бөтөнлөк!
Гел ҡаранан ғына тормай донъя,
Хәбәрҙәр бар – йәнгә дауалар:
Вирус менән көрәш барышында
Һәм сафлана икән диңгеҙ, йылға,
Газдан, һөрөмдәрҙән арынып.
Ерҙе туҡландырыр ҡатламдар ҙа
Бөтмәй икән ҡатып, ярылып.
Рәхәтләнеп тындар ала икән
Ер үпкәһе булған урмандар.
Был сир – киҫәтеүе Бөйөк көстөң,
Был – иҫкәртеү беҙгә, туғандар!
Ҡотҡарайыҡ ғәзиз Ер йөҙөн!
Йыһан балаһы бит Еркәйебеҙ –
Еңеү көтә беҙҙән ғәләмдәр,
Тик ниәттәр яҡты булһа ғына,
Әлеге хәл – аҙған бәндәләрҙең
Донъяға ҡот, мәрхәмәтлек ҡайтһа,
Аллабыҙ ҙа беҙҙе һаҡлар ул.
Балҡытайыҡ ихлас күңелдәрҙең
Кешелеклек тигән тойғоһон,
Иман, бәхет тигән төшөнсәләр
Кеше тигән һүҙгә тиң булһын!
Ҡалҡан итеп ҡуйып түҙемлекте,
Үҙебеҙҙең йәшәүебеҙ менән
Ҡотҡарайыҡ ғәзиз Ер йөҙөн!