Өфөлә Башҡортостандың халыҡ шағиры Назар Нәжми һәйкәленең иң яҡшы проектын эшләү буйынса конкурс иғлан ителде. Был хаҡта мәҙәниәт министрлығының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр ителә. Әйткәндәй, халыҡ шағирының 100 йыллығы 2018 йылда республикала киң билдәләп үтелде. Халыҡ шағирына һәйкәл Совет урамында, Зәки Вәлиди исемендәге китапхана бинаһы артындағы майҙанда урын аласаҡ.
Конкурста ҡатнашырға теләк белдереүселәр ағымдағы йылдың 30 октябренә тиклем Өфө ҡалаһының Октябрь проспекты, 148 адресы буйынса урынлашҡан Башҡоростан Рәссамдар союзына үҙ проектына ярашлы бөтә документтарын тапшырырға тейеш. Тулыраҡ белешмә алыр өсөн союздың сайтында танышырға мөмкин.