“Әҙип документтарға таяныуы менән бергә фараз да ҡыла. Минеңсә, роман авторының Октябрь түңкәрелешенә тиклемге хәл-торош тураһында яҙғандары дөрөҫлөккә яҡын. Икенсе яҡтан ҡарағанда, ул барыбер хәҙерге – XXI быуат вәкиле булараҡ, бөгөнгө йәмәғәтселек фекерен дә сағылдыра, тим. ХХ быуат башындағы ваҡиғаларға бөгөнгө заман зыялыһы ҡарашын яҡтырта”, – тип яҙып ҡуйғанмын, “Шаҡай бураны” романын уҡып сыҡҡас.
...Ижадсы булмышы тураһында уйланаһың да хайран итәһең: ниндәй хәлдәрҙә лә, ниндәй осраҡта ла ул үҙ юлын ташламай, элекке ҡәлбеһенән айырылмай. Ижад ҡомары бар кеше фирҡә ҡамытына егелһә лә, хатта шул эшмәкәрлектең юғары үренә үрләһә лә, инде шул өлкәлә танылып еттем тиһә лә, барыбер үҙ асылына ынтыла, ҡулы ҡәләмгә һонолоп ҡына тора...
Бөгөн алғыр башҡорт романистары рәтендә барған Ғәлим Хисамов та, партияның Башҡортостан өлкә комитетында эшләһә лә, барыбер дилбегәһен ижад юҫығына бора. Күрәһең, эшмәкәрлеге аҡса ялы өсөн генә булғандыр, донъя көтөү зарурлығынан килеп сыҡҡандыр, ә ижад барыбер күңел талабы... Ул бөтә тормошоноң асылы, булмышы, мәғәнәһе, тип фаразлайыҡ.
Бөгөн Ғәлим Хисамов – тиҫтәнән ашыу киң билдәле романдар, унан да күберәк повесть, хикәйәләр авторы, күренекле әҙип, булдыҡлы йәмәғәт эшмәкәре – тиҫтерҙәренә ижадта ла, былай эшмәкәрлектә лә һыр бирмәй. Сәмле, дәртле, намыҫлы.
“Тамып та ғына ҡала ҡандары” (1993), “Аҡтамыр” (1993), “Тәфтиләү” (1999), “Ҡыҙыл ҡар”, “Ун туғыҙынсы” (2003), “Ике икс һәм игрек” (2007), “Аһура-Мазда” (2009), “Өн һәм һан” (2014) һәм, ниһайәт, “Шаҡай бураны” (2017) романдары. Заманында уның партия өлкә комитетында бил быуыуын әйткәйнек инде, Башҡортостан “Китап” нәшриәтендә – директор, республиканың матбуғат һәм киң мәғлүмәт саралары министры, республикабыҙҙың төп башҡортса гәзите “Башҡортостан”дың баш мөхәррире, һуңыраҡ Башҡортостан Дәүләт Йыйылышы – Ҡоролтай секретариатында тир түгеүсе... Быға тағы милли хәрәкәттә әүҙем ҡатнашыусы, хатта башҡорт милли партияһын төҙөй башлауын да өҫтәһәк...
“Шаҡай бураны”... Ул уңарса Февраль революцияһы икән. Нәҡ шул зилзәләнән һуң дауыл ҡуба: Рәсәй империяһында батша властан баш тарта, олоғара илгә эсерҙар фирҡәһенең Ваҡытлы хөкүмәте баш. Был хәл урыҫ йәмғиәтен генә түгел, ә бөтә донъяны, Рәсәй эсендәге бар төбәкте, төрлө-төрлө халыҡты ла ҡуҙғата – бөтәһе лә шул көндән башланды, тип әйтә төҫлө яҙыусы!
Башҡорттар ҙа уяна, бигерәк тә уның зыялы өлөшө, аңлы кешеләре бөтә яуаплылыҡты үҙ өҫтәренә алырға әҙер. Романда ваҡиғалар әле Башҡортостанға, әле Төркөстанға, әле Петроград, Мәскәүгә күсә, төп герой Әхмәтзәки Вәлиди бөтә ил киңлектәрендә тиерлек эшмәкәрлек йәйелдерә; ә ауылдарҙа, Ырымбурҙа?..
Әлбиттә, төп сюжет һыҙығы Әхмәтзәки Вәлиди эшмәкәрлеге менән бәйле. Шул уҡ ваҡытта роман драматизмын барлыҡҡа килтереүсе ҡаршы яҡ көстәр – Рәсәйҙең быуаттар соңғолона барып тоташҡан йәшәү рәүеше, илдә уның бөтә хакимиәтте һаман үҙ ҡулында тоторға ашҡыныуы... Вәлидиҙәр, уның арҡаҙаштары Юлдаш Йәғәфәр, Сәғит Мерәҫов, Нурсалих шағир, Насип батыр, Мостафа Чоҡаев, Юныс Бикбов, Мөхәмәтхан Ҡулаевтар элекке империя Рәсәй эсендә Башҡортостандың үҙ мөхтәриәтен – дәүләтселеген булдырырға ынтыла, был быуаттар буйы шул ынтылышҡа ҡаршы булған ил уртаһында яңыса, үҙҙәренсә дәүләт төҙөү тигәнде аңлата бит. Башҡорт үҙенең асылы, булмышы, үҙ йәшәү рәүешенең бойомға ашыуы өсөн көрәшә.
Был алыш ауылдарҙа, Башҡортостан олостарында, кантондарында ла бара. Шағир Нурсалих, уның туған-әкрәбәһе тирәһе – сюжет һыҙығы. Нурсалихтың бер туған һеңлеһе Зинзилә, Зинзиләнең ире – Ҡолтанғәле... Ә Ҡолтанғәле Өфө сауҙагәре Ғәйнетдиндең улы, имеш... Бай улы Ҡолтанғәле лә Нурсалих һымаҡ шиғырҙар яҙа, матбуғат, нәшриәт эше менән булыша. Улар – антиподтар, әммә туғанлыҡ ептәре менән бәйләнгәндәр.
Шағир Нурсалих үҙе Ырымбурҙағы билдәле Юлдаш мөҙәристең һеңлеһе Миңзадаға ғашиҡ. Ул, Өфөләге “Ғәлиә” мәҙрәсәһенән ҡыуылғас, Ырымбурҙа төпләнә, туған тел тип, ирек, хөрриәт тип яна, бындағы мәҙрәсәлә мөғәллим. Юлдаш мөҙәрис, батша төшөрөлгәс, ҡалала ҙур эшмәкәргә әйләнә, тирәһенә башҡорттоң булдыҡлыларын туплай. Улар йыйындар йорто Каруанһарайҙы осрашыуҙар, кәңәшләшеүҙәр урыны итергә теләй... Шунда Ырымбурға фронттан Нурсалихтың дуҫы Насретдин ҡайтып төшә. Насретдин уңарса фронтта большевиктар партияһына ингән! Ә ауылдашы Насип, унан элегерәк Николай Икенсе өсөн һуғышыуҙан баш тартып, фронттан ауылына тая. Тыуған яғында Шот баяры имениеһын туҙҙыра.
...Әҫәрҙең төп геройы әле Төркөстанға, Ташкентҡа, әле Петроградҡа, Мәскәүгә саба, тинек. Ул иң элек Рәсәй империяһына ҡаршы бөтә төрки халҡын, бөтә Төркөстанды күтәрергә тырыша, беҙ бары күмәк көс менән генә Рәсәйгә ҡаршы тора аласаҡбыҙ, шул саҡта ғына улар һүҙебеҙгә ҡолаҡ һалыр тип һанай. Ысынлап та, Әхмәтзәки Вәлиди Мәскәүҙәге мосолмандар съезына ла Ташкенттан Төркөстан делегацияһы ағзаһы сифатында килә, шунда яҡташтары Юлдаш Йәғәфәр, Сәғит Мерәҫовтар менән осраша.
Аҙаҡ, советтар власты үҙ ҡулына алғас, башҡорт ғәскәре төҙөү зарураты, ваҡиғаларҙың тап итеүе арҡаһында нәҡ башҡорт ғәскәре сардары булып китә, Башҡорт хөкүмәтенең ауыр йөгөн иңенә һала.
Романдағы дүртенсе сюжет һыҙығы – совет хөкүмәте даирәһе тураһында ла иҫкә төшөрөргә кәрәктер. Ни генә тимә, оло илдәге бөтә ептәр ҙә уға барып тоташа, башҡорт ғәскәренең, хөкүмәттең яҙмышын да һуңғы сиктә ул хәл ҡыла. Ленин хөкүмәте ваҡиғалар ағышына ҡарап, рулде үҙенсә бора, аҙаҡ барыбер бөтәһенә лә үҙенең ихтыярын таға. Шул уҡ мәлдә башҡорттар өсөн иң мөһиме – үҙ дәүләтселеген булдырыу мөмкинлеге тыуа. Был – бөтә көрәштең, бөтә ҡан ҡойоштоң төп маҡсаты бит инде.
Әхмәтзәки Вәлиди – әҙиптең яратҡан образы. Беҙ ҙә уға ғашиҡ, шундай ҡырҡыу заманда башҡорттоң ошондай белемле, сәйәсәтте нескә тойған, кеше мөнәсәбәттәрен тәрән аңлаған инсаны булыуы, уның бөйөктәр менән тиң рәүешле бәхәстәр, әңгәмәләр ҡора алыуы, мәсьәләләрҙе улар һымаҡ, хатта тәрәнерәк тә төшөнөүе, әлбиттә, ғорурланыу ғына уята.
Зәки Вәлиди – романсының бер нисә ҙур әҫәренең төп персонажы, төп геройы: “Тамып та ғына ҡала ҡандары”, “Аҡтамыр” романдарын хәтерләйек. Улар 1993 йылдарҙа, ижадсыға ҡырҡ-ҡырҡ биш йәштәрҙә яҙылған, ошо замандарҙан бирле Ғәлим Хисамов тарихсы-ғалим булараҡ тарихты, 1917 – 1920 йылдарҙағы дәүерҙе өйрәнә. Ошоноң һәйбәт һөҙөмтәһе булып, 2017 йылда Башҡортостан Республикаһы төҙөлөүгә 100 йыл тулғанда “Шаҡай бураны” романы пәйҙә. Афарин, тиәйек был яҙыусыға! Уны ҡеүәтләйек, ул ғүмере буйы халҡын, туған телен, ғәзиз ер-һыуын уйлап йәшәй, ижад итә, һөйөклө Ватанына хеҙмәт итә.
Юлың яҡты, ижадың дан булһын!
“Шаҡай бураны” хроника жанрында яҙылған, ә “Тамып та ғына ҡала ҡандары”, “Аҡтамыр” романдарында документтар туранан-тура әҫәр туҡымаһына индерелә, шулай авторҙың художестволы фекерләүе менән тарихи дөрөҫлөк ҡатыша, тарихта билдәле күренештәрҙе тасуирлау менән бергә автор ҡыйыу рәүештә фантазияһына ирек ҡуя. Ырымбурҙағы ҡоролтай алды хәлдәре, ауылдарҙағы халыҡ көнитмеше, Ырымбур мосолман революцион комитеты эшмәкәрлеге, ҡоролтайҙы һаҡлауҙы ойоштороу хаҡындағы биттәр – романдың ҙур яңылығы. Минеңсә, был, бер яҡтан, сәйәси роман да, икенсенән, социаль әҫәр, халыҡтың тормошон, хатта тын алышын тасуирлай, халыҡ-ара хәлде, күршеләребеҙ татарҙарҙың хәлен, сәйәсәте юҫығын аңлата.
Ғөмүмән, Ғәлим Хисамов әүәл дә сәйәси детективтар (“Ҡыҙыл ҡар”, “Ун туғыҙынсы” (2003) яҙҙы, халыҡ-ара терроризм тураһында (“Шаһиҙә” (2007) үҙ һүҙен әйтте. Яҙыусыны икеләнмәй башҡорт әҙәбиәтендә сәйәси мажаралы детектив тыуҙырыусы, тиергә мөмкин. Миҫалға “Шерлок холмс илай” (1989) повесында детектив Хәйернас юғалған башҡорт алтынын Рәсәй менән Великобританияла эҙләй. Хатта әҙиптең тәүге хикәйәләр китабы ла “Айыухан мажаралары” (1983) тип атала.
Йыйып ҡына әйткәндә, Ғәлим Хисамов – бөгөн күренекле башҡорт романисы, беҙҙең тарихи романистикабыҙҙы тыуҙырыусыларҙың алғы сафында атлаусы, Башҡортостандың Салауат Юлаев исемендәге дәүләт премияһы лауреаты. Уға елле етмеше тулғанда ныҡлы сәләмәтлек, ижади уңыштар юрайыҡ! Юлың яҡты, эштәрең дан, теләктәрең хаҡ, әйҙә, алға, ил уҙаманы!