Башҡортостандың һәм Татарстандың атҡаҙанған артисы бынан күп йылдар элек Ҡазан дәүләт консерваторияһына имтихандар тапшырып ҡарай, тик уҡырға инә алмай. Ниңә?
Октябрьский музыка училищеһының башҡорт халыҡ хоры бүлеген тамамлағас, Ришаттың уҡытыусыһы уға белем алыуын Өфө дәүләт сәнғәт институтында дауам итергә кәңәш итә. Йырсы ошо юғары уҡыу йортона барғанына сикһеҙ шат: "Минән "машина" яһаманылар. Тәбиғи тауышымды юғалтманылар", – ти ул.
Татарстанға килеп, Рәшит Ваһапов исемендәге фондта эшләй башлағас, продюсеры Рифат Фәттәхов уға Ҡазан дәүләт консерваторияһына уҡырға инергә тәҡдим итә. "Көсөмдө һынап ҡарарға булдым, тик әллә ни ҙур теләгем юҡ ине", – ти Ришат. Имтиханда уны тыңлап ҡарайҙар һәм түбән балл ҡуялар. Әлбиттә, күңеле төшә. Һәләтен консерваторияның вокал кафедраһы мөдире Зилә Сөнәғәтуллинаның шулай түбән баһалауына төшөнә алмай. Бер ни тиклем ваҡыт үткәс, һорауына яуап таба Ришат. "Үҙ йырсыларыма көндәш үҫтергем килмәй", – тигән профессор.
Билдәле, йырсыны консерваторияға уҡырға алмайҙар. Үкенмәй Ришат. Киреһенсә, рәхмәтле. "Зилә Даян ҡыҙына үпкә тотмайым, мин уны аңлайым һәм рәхмәтлемен. Тормошомда үҙ юлымды таптым", – ти йырсы.