Республикала иң ҙурҙарҙан һаналған Баймаҡ район китапханалар селтәре бай тарихы, традициялары, үҙенсәлекле эш тәжрибәһе менән билдәле. Тарихи мәғлүмәттәр буйынса,1979 йылда үҙәкләштерелгән китапханалар селтәре булдырылып, бөтә был учреждениелар бер үҙәккә берләшә. Уның тәүге директоры итеп Л.Б. Моҡаева тәғәйенләнә, артабан район китапханалар селтәренә 1987–1988 йылдарҙа Ф.Х. Хәкимова, 1989–2016 йылдарҙа Л.Ҡ. Дәүләтшина, ә 2016 йылдан З.В. Мортазина етәкселек итә.
Баймаҡ район китапханалар селтәре хеҙмәткәрҙәре яҙыусылар, журналистар менән осрашыуҙар, уларҙың ҡәҙер һәм ижад кисәләрен үткәреү, үҙҙәре лә райондың мәҙәни тормошонда ҡайнап йәшәүе менән төбәк кимәлендә ҙур ихтирам яулай. Һөнәри байрамдары алдынан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы директоры, талапсан етәксе Зилә Вәкил ҡыҙы Мортазинаға мөрәжәғәт иттек. Ул беҙгә түбәндәгеләрҙе бәйән итте:
– Бөгөн Баймаҡ район китапханалар селтәрендә бөтәһе 43 китапхана иҫәпләнә, йыл һайын 40 меңгә яҡын уҡыусы хеҙмәттәрҙән файҙалана, áарлығы 500 меңдән ашыу китап фонды бар. Ðайондағы һәр китапхана компьютерлаштырылған һәм заманса йыһазландырылған, бөтәһе áèø моделле китапхана эшләй.
Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы берҙәм, татыу коллективтан тора. Үҙ эшен белгән, яратҡан хеҙмәткәрҙәр төрлө алымдар ҡулланып тырышып эшләй. Билал, Ҡолсора, Иҫке Сибай, Йәнйегет, Ниғәмәт, Сыңғыҙ, Ишмырҙа, Ишмөхәмәт, Октябрь, Темәс ауылы китапханасылары алдынғылар рәтендә. Ветерандар менән дә бәйләнеш өҙөлмәй, үткәргән төрлө сараларҙа улар әүҙем ҡатнаша, төрлө кәңәштәрен, фекерҙәрен еткерә. Оҙаҡ йылдар китапхана селтәрен етәкләгән Башҡортостандың атҡаҙанған мәҙәниәт хеҙмәткәре Луиза Ҡаһарман ҡыҙы Дәүләтшинаның матур башланғыстары әле лә дауам итә.
Быйыл êүðåíåêëå яҡташыбыҙ, Башҡортостандың халыҡ шағиры Абдулхаҡ Игебаевтың тыуыуына 90 йыл тула. Ошо уңайҙан Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы шағирҙың ижадын киңерәк пропагандалау, тәрәнерәк өйрәнеү, йәш быуында күренекле яҡташыбыҙҙың тормош юлына, ижади эшмәкәрлегенә ҡарата ҡыҙыҡһыныу уятыу һәм исемен мәңгеләштереү маҡсатында Урал аръяғы төбәге шиғыр һөйләүселәр интернет-бәйгеһе иғлан итте. Бында Баймаҡ районынан тыш, Сибай ҡалаһынан, Бөрйән, Белорет, Әбйәлил райондарынан 100-ҙән ашыу ҡатнашыусы бар. Әле бәйге дауам итә.
2020 йылда Баймаҡ биләмә-ара үҙәк китапханаһы Хәтер һәм дан йылына, Бөйөк Еңеүҙең 75 йыллығына арналған “Тыуған яғыбыҙ һуғыш осоронда” тигән акция иғлан итте. Óðûíäàðҙà дәрестәр, тыл ветерандары һәм һуғыш осоро балалары менән осрашыуҙар, кисәләр үткәрелде. Һәр китапхана, эҙләнеү эштәре алып барып, тыл ветерандары һәм һуғыш осоро балаларыíûң хәтирәләренә таянып, акцияның һөҙөмтәһе итеп альбомдар сығарырға тейеш. Óëàð òûóғàí ÿҡòû өйрәнеүгә тос өлөш индерәсәк.
Бөйөк Еңеүгә арнап китапханала йыл да быуындар араһында “Хәтер мәңгелек” район шиғыр һөйләүселәр бәйгеһе ойошторола. Унда ҡатнашҡан ғаиләләр яҡташ шағирҙарҙың һуғышҡа арналған шиғырҙарын яттан һөйләй. Быйыл да был конкурс үтәсәк.
Китапхананың “Бәйләнештә” ñîöèàëü селтәрендәге “Читающий Баймак” òөðêөìөíäә “Һуғыш тураһында – шиғырҙар менән” әҙәби видеомарафоны әүҙем эшләп килә. Сара сиктәрендә шиғриәт һөйгән һәр кем һуғыш тураһында шиғыр уҡый ала. Марафонда китапхана дуҫтары, әҙәбиәт һөйөүселәр, мәғариф ветерандары, мәктәп уҡыусылары, уҡытыусылар, төрлө кимәлдәге етәкселәр әүҙем ҡатнаша. Óíäà Баймаҡ районы хакимиәте башлығының социаль мәсьәләләр һәм кадрҙар сәйәсәте буйынса урынбаҫары Гөлшат Сирғәлина, мәғариф бүлеге ҽетәксеһе Илдус Зәйнуллин, мәҙәниәт бүлеге етәксеһе Гөлназ Йыһаншина, йәштәр эштәре буйынса комитет директоры Заһит Ғүмәров, мәғлүмәт үҙәге директоры һәм “Һаҡмар” гәзитенең баш мөхәррире Гүзәл Сәлихова ҡатнашты.
Китапханала элек-электән булдырылған башланғыстар, традицияға әйләнеп, бөгөн дә дауам итә. Егерме йылдан ашыу “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе уңышлы эшләп килә. Йәш ижадсылар өсөн булдырылған “Игебай мәктәбе” клубы яңы һулыш алды. Шулай уҡ яҡташыбыҙ, “Йәшлек” гәзитенең Урал аръяғы райондары буйынса үҙ хәбәрсеһе, Башҡортостан һәм Рәсәй журналистар ñîþçû ағзаһы Юлай Мәҡсүтовòûң исемен мәңгеләштереү һәм йәш журналистарҙың ижади әүҙемлеген арттырыу йәһәтенән Баймаҡ үҙәк китапханаһы 2008 йылда Юлай Мәҡсүтов исемендәге район журналистар премияһын булдырҙы.
Был премия өñ йылға бер òàïҡûð бирелеп килә. Быйылғы лауреаттар исеменә “Баймакский вестник” гәзите хәбәрсеһе Дмитрий Фадеев һәм яҡташыбыҙ – йәш, талантлы журналист Илгиз Ишбулатов лайыҡ булды.
Матур традицияларҙың береһе – яҡташ яҙыусыларҙың ижадын пропагандалау йәһәтенән йыл да яҡташ яҙыусылар аҙналығы үткәрелә. Óëàðҙà райондан сыҡҡан әҙиптәр Таңсулпан Ғарипова, Наил Ғәйетбаев, Әхмәр Үтәбай, Зөлфирә Ҡаҙаҡбаева, Фирүзә Абдуллина, Гөлнара Мостафина һәм башҡалар менән осрашыуҙар ойошторола, ижадтары буйынса дәрестәр үтә. Ғөмүмән, китапхана яҡташ яҙыусылар менән һәр саҡ тығыҙ бәйләнештә эшләй. Йыл башында, мәҫәлән, Салауат Юлаев ордены кавалеры, билдәле яҡташыбыҙ Әхмәр Ғүмәр-Үтәбайҙың “Моң эсенә инеп йәшеренәм” исемле ижад кисәһе лә юғары кимәлдә ойошторолдо.
Баймаҡ районы ҡоролтайы менән берлектә икенсе йыл балалар араһында “Иң күп китап уҡыусы” бәйгеһе дауам итә. Шулай уҡ йыл да иң уҡымлы китап һәм автор билдәләнә. Мәҫәлән, áûëòûð иң уҡымлы китап – С. Ильясовтың “Биғылый” романы, иң уҡымлы авторҙар – М. Кәрим, Т. Ғарипова, А. Баймөхәмәтов. Балалар өсөн яҙған авторҙар араһында – Әминә Яхина.
Һуңғы йылдарҙа проекттар эшмәкәрлегенә ҙур иғтибар бүленә. “Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә Аҡморон ауылында моделле китапхана булдырыу маҡсатынан проект документтары әҙерләнде, ул Рәсәйҙең Ìәҙәниәт министрлығына ебәрелгән. Һөҙөмтә июль аҙағында билдәле буласаҡ.
Китапхана икенсе йыл рәттән Мәскәү ҡалаһындағы “Офицерҙар клубы” төбәк йәмәғәт ойошмаһы ойошторған “Ғаилә ҡомартҡыһы” ìилли премияһы конкурсында ҡатнаша. Áûëòûð китапхана, “Тарих һаҡлай ҡомартҡылар” акцияһын ошо премияға тәҡдим итеп, “Әүҙем ҡатíàшûусы” сертификатына эйә булды. Áûéûë был премияға коллектив Бөйөк Еңеүгә арналған проектты тәҡдим итте.
Әëå Билал һәм Ҡолсора ауыл китапханалары Башҡортостан Ìәҙәниәт министрлығы иғлан иткән “Иң яҡшы мәҙәниәт учреждениеларына – дәүләт ярҙамы” республика конкурсында еңеүсе булды һәм 100-әр мең һумлыҡ субсидия алды. Был аҡса китап фондын тулыландырыуға йүнәлтелә.
Үҙҡурсалаíûу ваҡытында ла китапханасыларҙың эше туҡтаëманы. Бөтә саралар ҙа онлайн рәүештә социаль селтәрҙәрҙә үткәрелә. Бөтә Рәсәй “Китапхана төнө” акцияһы быйыл тулыһынса яңы éүíәëåøòә үтте. Бөйөк Еңеүгә арналған шиғырҙар, йырҙар яңғыраны, һуғыш осорондағы тарихи фотоһүрәттәрҙең виртуаль күргәҙмәһе ойошторолдо, барлыҡ китапханасылар “Үлемһеҙ полк” акцияһында ҡатнашты. Шулай уҡ китапханасылар изоляция осоронда ирекмәндәр рәтендә мохтаждарға ярҙам күрһәтте.
Районыбыҙ китапханалары белем, мәғлүмәт һәм рухи тәрбиә биреү үҙәге генә түгел, ә халыҡтың ялын ойоштороусы ла булып һанала. Кешеләр óëàðғà китап уҡыр өсөн генә йөрөмәй, ә үҙен ҡыҙыҡһындырған, борсоған һорауҙарға яуап табыр, донъя мәшәҡәттәренән бер аҙ арынып, ял итер өсөн дә килә. Төрлө йәштәге õàëûҡòûң ихтыяжäары тулыһынса ҡәнәғәтләнäåðеү өсөн бар оҫталыҡтарын һалып, төрлө алымдар ҡулланып эшләй õåҙìәòêәðҙәð. Китапхана янында “Йәнгүҙәй” әҙәби-ижад берекмәһе, “Ағинәйҙәр”, “Игебай мәктәбе”, “Йәш әсәйҙәр”, “Оҫтабикәләр”, сәләмәт тормошто яратыусылар, үҫмерҙәр өсөн “Ҡыҙыҡлы осрашыуҙар” клубтары, ҡурсаҡ һәм халыҡ театрҙары уңышлы эшләп килә. Ғөмүмән, ауыл китапханасылары ауылдың йәмәғәт тормошонда ҡайнап йәшәй, ауылда үткәрелгән бөтә сараларҙың уртаһында éөðөé.
Китап фондын байытыу, яңыртыу, матди-техник базаны нығытыу китап уҡыусыларҙың ихтыяжын ҡәнәғәтләндереү, китапхана дуҫтарының һанын һаҡлап ҡалыуғà һәм арттырûуға булышлыҡ итер ине. Был йәһәттән китапханалар ярҙамға һәм иғтибарға мохтаж.
Китаптар донъяһына хеҙмәт иткән барлыҡ коллегаларымды һөнәри байрамыбыҙ менән ҡотлайым, артабан да халҡыбыҙға рухи байлыҡ, аң-белем таратыуыбыҙҙы дауам итәйек, китап уҡыусыларҙà матурлыҡҡа һөйөү тәрбиәләйек.